Олёкминск улусы
Олёкминск улусы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 9 ғинуар 1930 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Олёкминск |
Административ-территориаль берәмек | Яҡут Республикаһы |
Халыҡ һаны | 24 893 кеше (1 ғинуар 2018)[1] |
Сәғәт бүлкәте | YAKT[d] |
Майҙаны | 160 800 км² |
![]() |

Олёкминск улусы (районы) (саха. Өлүөхүмэ улууһа) — Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһында (Яҡутстан) административ-территориаль берәмек (улус йәки район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район)
Административ үҙәге — Олёкминск ҡалаһы.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡутстандың көньяҡ-көнбайышында, Себер платформаһында урынлашҡан, уның күпселек өлөшө эзбиз һәм мергелдән тора. Яҫы таулы рельеф. Күпселек өлөшөн Олёкмо-Старское һәм Чугин яҫы таулығы биләп тора, төньяҡта — Лена яны платоһы, көньяҡта — Удокан һыртының төньяҡ өлөшө. Ғинуарҙың уртаса температураһы −30 °С-тан 35 °С-ҡа тиклем, июль айындағы +12 °С-тан алып +18 °С-ҡа тиклем. Йылына 200 мм-ҙан 300 мм-ға ҡәҙәр яуым-төшөм була. Ҙур йылғаһы — Лена (уның күп һанлы ҡушылдыҡтары, иң ҙурыһы — Олёкма йылғаһы).
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Милли составы
милләте | кеше | % |
---|---|---|
урыҫтар | 13 284 | 48.2 |
сахалар | 11 481 | 41.65 |
эвенктар | 1 064 | 3.86 |
татарҙар | 621 | 2.25 |
украиндар | 316 | 1.15 |
эвендар | 149 | 0.54 |
башҡалар | 648 | 2.35 |
Муниципаль-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олёкминск районы (улусы), урындағы үҙидаралыҡ сиктәрендә, 23 муниципаль берәмектән, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе һәм 22 ауыл биләмәһенән (наслег)[2][3] тора.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абагинский Георгиевич Архип — саха совет шағиры
- Кульбертинов Иван Николаевич — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, снайпер
- Габышев Лев Львович — саха совет прозаигы, драматург, тәржемәсе, беренсе саха киносценарисы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)» . Дата обращения: 25 март 2020. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
- ↑ Перечень населённых пунктов, входящих в состав сельских и городских поселений Республики Саха (Якутия) . Дата обращения: 31 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 27 июль 2013 года. 2013 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Энциклопедия «Лучшие люди России» 2013 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- Олекминский чароит 2011 йылдың 22 март көнөндә архивланған.
![]() |
Олёкминск улусы Викимилектә |
---|