Эстәлеккә күсергә

Омарова Гөлшат Диас ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Омарова Гөлшат Диас ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 8 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө кинорежиссёр, актёр, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Ҡаҙаҡ дәүләт университеты
Ҡатнашыусы Каннский кинофестиваль 2004[d][2]

Гөлшат Диас ҡыҙы Омарова (исеменең башҡа варианттары Гөлшад, Гука, 1968 йылғы, Алматы) — ҡаҙаҡ актрисаһы, сценарисы һәм режиссёры.

Гөлшат Алматыла журналистар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе «Киске Алматы» баҫмаһында эшләй, мәҙәниәт темаһына яҙа, атаһы — билдәле спорт комментаторы Диас Омаров. Олатаһы Ҡаҙаҡ ССР-ының мәҙәниәт министры була.

Өләсәһе «Медео» Бейек тау спорт комплексы директоры була. 1984 йылда, 14 йәшендә, авторы һәм режиссёры Сергей Бодров булған «Үлән эсендәге татлы һут» («Сладкий сок внутри травы») фильмында төшә. Мәскәү Кинематографистар союзы мәктәбен тамамлағас, Сергей Герасимов менән осраша, әммә ул йылда режиссёр Әзербайжан студенттары өсөн генә төркөм йыйған була. Гөлшатҡа киләһе йылға уҡырға инергә кәңәш итә. Шул уҡ йылда Сергей Бодров уға Госкино аша ауырлыҡ менән урын булдыра. Уны Баталовтың өйрәнсеге тыңлай; Баталов үҙе Баҡыға сығып киткән була. Өйрәнсек, ҡәнәғәт ҡалыуын белдереп, киләһе йылға имтиханһыҙ ҡабул итербеҙ тиһә лә, ҡыҙ Алматыла ситтән тороп Журналистика буйынса уҡырға инә. Журналистика бүлеген тамамлағас, телевидениела эшләй башлай. Администратор, курьер, ярҙамсы эшсе була. Һуңынан Филипп Моррис Ҡаҙағстан компанияһында реклама биреүсе булып урынлаша. 2000-се йылдар башынан улы һәм дуҫы менән Голландияла Роттердам ҡалаһында йәшәй. 2004 йылда Сергей Бодров ярҙамында «Шиzа» фильмы сыға, был Омарованың режиссёрлыҡ дебюты була, ә Бодров — авторҙашы һәм продюсер .

2004 йылда Копенгаген халыҡ-ара кинофестивалендә «Шиzа» фильмы өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ режиссёр» номинацияһында Алиса (Alice Award) премияһына лайыҡ була. .

Йыл Кино Ҡатнашыу Иҫкәрмәләр
1984 йыл Үлән эсендә татлы һут . Актриса .



2001 йыл Апайҙар . Хикәйә



Сценарист
2004 йыл Шизо Директор



Сценарист
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ режиссер» өсөн «Алиса» премияһы
2008 йыл Бакс Директор



Сценарист
2008 йыл Якузаның ҡыҙы . содиректоры
  1. Record #2291313 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 1 2 https://seventh-row.com/a-history-of-women-directors-at-the-cannes-film-festival/