Оникиенко Лидия Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оникиенко Лидия Семёновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ иле  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Краснодар крайы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Оникиенко Лидия Семёновна (14 ғинуар 1921 йыл21 сентябрь 1998 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лидия Семёновна Оникиенко 1921 йылдың 14 ғинуарында Кубань-Ҡара диңгеҙ өлкәһенең Анастасиевская станицаһында, хәҙер Краснодар крайы Славян районында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1937 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, кейәүгә сыға һәм Краснодар крайының Ҡырым районы Гвардейский утарына даими йәшәү урынына күсеп килә. Урындағы колхоздың йәшелсә бригадаһына йәшелсәсе булып эшкә урынлаша, колхоз һуғыштан һуң «Батырҙар сусағы» тип атала.[1] 1962 йылда колхоздың 4-се йәшелсә бригадаһында звеноны етәкләй. Лидия Семеновнаның звеноһында 21 йәшелсәсе була, 87 гектар ер беркетелә, унда помидор, һуған, йәшел борсаҡ үҫтерәләр. Эшенең тәүге йылдарында уҡ, иртә ултыртыуҙың яңы алымдарын ҡулланып, орлоҡтарҙы парниктарҙа шыттырып һәм бөрөлө үҫентеләрҙе асыҡ ергә ултыртып, Оникиенко звеноһы пландан тыш томаттың ҙур уңышын йыйып ала.

Артабанғы йылдарҙа уның звеноһы хеҙмәткәрҙәре, йәшелсә үҫтереү буйынса алдынғы технологиялар ҡулланып, үҙҙәренә беркетелгән һәр гектарҙан 50 центнерҙан ашыу йәшелсә йыйып ала һәм Ҡырым районында йәшелсәсе коллективтар араһында алдынғы урында килә. Һөҙөмтәлә һигеҙенсе биш йыллыҡта «Батырҙар сусағы» колхозы дәүләткә 35 мең тонна, шул иҫәптән пландан тыш 6 меңдән ашыу тонна помидор һата. СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ аҙыҡ-түлектәрен һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәүҙә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Оникиенко Лидия Семеновнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Ҡырым районының Гвардейское ауылында йәшәй[1]

1998 йылда 21 сентябрендә вафат була һәм утар зыяратында ерләнә.

Шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, (1968) һәм миҙалдар, шул иҫәптән СССР ВДНХ-ның ике бронза миҙалы (1968, 1975) менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Оникиенко Лидия Семёновна 2020 йыл 28 март архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «krymsk» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]