Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Органик химия институты

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты (РФА ӨФҮ ОХИ) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү институты. 1995 йылда штаты 370 кешенән тора, уларҙың 190-ы ғилми хеҙмәткәр була. Институт эргәһендә Д 002.004.01 «Органик химия», «Физик химия», «Юғары молекуляр берләшмәләр» һәм «Биоорганик химия» специальностары буйынса ғилми совет эшләй[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1951 йыл — СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Башҡортостан филиалы составындағы Химия секторы булараҡ асыла. Тикшеренеүҙәр үҙәгендә — көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү.
  • 1953 йыл — Р. Д. Оболенцев етәкселегендәге Химия бүлеге итеп үҙгәртелә, аспирантура асыла.
  • 1961 йыл — Органик химия институты итеп үҙгәртелә, РСФСР Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыла.
  • 1967 йыл — СССР Фәндәр академияһының ҡабат асылған Башҡортостан филиалы ҡарамағына ҡайтарыла.

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Органик синтез
  • Бирелгән үҙенсәлектәргә эйә органик молекулаларҙы дизайнлау һәм синтезлау;
  • Гетероциклдарҙы синтезлауҙың яңы ысулдары ;
  • Полимерҙарҙы каталитик синтезлау һәм модификациялау;
  • Окисланыу процестарының кинетикаһы һәм механизмы
  • Молекулаларҙың һәм металдар комплекстарының ҡуҙғыулы хәлдәр химияһы һәм яҡтылыҡ сығарыу менән барған реакциялар
  • Үҫемлек матдәләренең химияһы һәм биологик әүҙемлеге
  • Литий-көкөрт аккумуляторҙары өсөн көкөрт-органик берләшмәләр нигеҙендәге электролит системалары
  • Металдар һәм фармакондар менән комплекстар барлыҡҡа килтереүҙә гомо- һәм гетерофункциональ берләшмәләр

Институт составындағы лабораториялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Органик һәм биоорганик химия бүлеге

  • Тәбиғи берләшмәләр лабораторияһы
  • Нуклеозидтарҙы синтезлау лабораторияһы
  • Металл-органик синтез һәм катализ лабораторияһы
  • Нескә органик синтез лабораторияһы
  • Түбән молекуляр биокөйләүселәр лабораторияһы
  • Бөжәктәрҙең феромондарын синтезлау лабораторияһы
  • Яңы дарыу средстволары лабораторияһы
  • Тикшеренеүҙең спектр ысулдары лабораторияһы
  • Хроматография лабораторияһы
  • Икенсел метаболиттарҙы синтезлау лабораторияһы

Физик химия бүлеге

  • Химик физика лабораторияһы
  • Координациялы берләшмәләр лабораторияһы
  • Окислашыу процестары лабораторияһы
  • Химик кинетика лабораторияһы
  • Электрохимия лабораторияһы
  • Электрон-молекуляр тәьҫир итешеүҙәр лабораторияһы
  • Көкөрт-органик берләшмәләр лабораторияһы
  • Органик берләшмәләр экстракцияһы төркөмө

Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы бүлеге

  • Стереокөйләүсе полимерҙар лабораторияһы
  • Радикаль полимерлашыу лабораторияһы
  • Поликонденсация төркөмө
  • Полимерҙарҙы өйрәнеү төркөмө

Билдәле ғалимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://w3.chem.anrb.ru/index.php?option=com_content&task=blogcategory&id=21&Itemid=54 Диссертационный совет Д 002.004.01

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]