Эстәлеккә күсергә

Ореляк (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ореляк
болг. Ореляк
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны7,57 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты22 февраль 1985 йыл 
Урынлашыуы
41°34′12″ т. к. 23°36′45″ кс. о.HGЯO
Яҡындағы ҡалаГоце-Делчев 
Болгария
Точка
Ореляк
 Ореляк Викимилектә

Ореляк (болг. Ореляк) — Болгарияның көньяҡ-көнбайышында Пирин тау һыртының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тәбиғәт ҡурсаулығы[1]. Благоевград өлкәһенең Гоце-Делчев общинаһында урынлашҡан. 1985 йылдың 22 февралендә Ореляк тауы ситендә (2099 м) бук урмандарын һаҡлау маҡсатында ойошторола[2]. Ҡурсаулыҡ 757 гектар майҙанды биләй (7,57 км²)[2].

Ҡурсаулыҡтың сиге Ореляк тауынан төньяҡтараҡ төп тау һырттары буйлап үтә; һырт үҙе ҡурсаулыҡтың буфер зонаһына ҡарай. Иң көнсығыш биләмәһе Марево йылғаһының ҡушылдығы Лажничка йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ 900—1800 м бейеклектә ойошторолған. Тауҙар мәрмәрҙән тора. Климаты — Урта диңгеҙ, ә юғарыла — альп климаты башлана[3].

Бук (Европа бугы) урмандарын һаҡлау бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың уртаса йәше 150 йылдан ашыу тәшкил итә, әммә, шуға ҡарамаҫтан, урмандар бик ҡуйы булып һаҡланып ҡалған. Ҡурсаулыҡтың аҫҡы өлөшөндә бук урмандарын япраҡлы ағастар алмаштырған. 1700 метр бейеклектәге көнбайыш биләмәләрендә шулай уҡ румелия ҡарағайҙары үҫә[3].

Ҡурсаулыҡ болгар һәм балҡан эндемик үләнле төрҙәренең, мәҫәлән, Sideritis scardica, Draba scardica, Achillea chrysocoma, Saxifraga ferdinandi-coburgi, Viola grisebachiana, Polygala rhodopaea, Arabis ferdinandi-coburgii, Thymus perinicus һәм башҡалар үҫкән урыны булып тора.

Ҡурсаулыҡтың территорияһы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уның фаунаһы күп төрлө. Уның типик хайуандары булып һоро айыу, бүре, төлкө, ҡырағай сусҡа, европа ҡоралайы, саламандра, грек тәлмәрйене һ. б. тора[3].

Тәбиғәтте һаҡлау режимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәтте һаҡлау режимы — ҡәтғи. Тәбиғәтте һаҡлау; фәнни эшмәкәрлектән, белем биреү маҡсатында билдәләнгән юлдар буйлап экскурсияларҙан; экосистеманы боҙмайынса, ҡырағай үҫемлектәр һәм хайуандарҙы башҡа урындарҙа тергеҙеү өсөн орлоҡ йыйыу; янғын һүндереү һәм тәбиғәт афәттәренән һәм ер ишелеүҙән зыян күргән урмандарҙа санитар саралар үткәреү тыш башҡа бөтә эшмәкәрлек тыйыла[4].

  1. ↑ Енциклопедия Пирински край. Том 2, Благоевград, 1999. С. 83.
  2. 1 2 Register of the Protected Territories and Zones in Bulgaria. Official Site of the Executive Environment Agency of Bulgaria. Дата обращения: 11 декабрь 2017. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  3. 1 2 3 Резерват «Ореляк». Дата обращения: 12 апрель 2020. Архивировано 12 апрель 2020 года.
  4. ↑ Orelyak Reserve. Official Site of the Regional Inspectorate on Environment and Water – Blagoevgrad. Дата обращения: 11 декабрь 2017. Архивировано 6 май 2016 года.
  • Енциклопедия Пирински край. — Том 2, Благоевград, 1999. — С. 83.