Орлов районы (Ростов өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орлов муниципаль районы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

11 Муниципаль берәмек

Административ үҙәк

Орлов ҡасабаһы

Барлыҡҡа килеүе

1934

Депутаттар йыйылышы рәйесе

Канатова Валентина Егоровна

Район Хәкимиәте башлығы

Харенко Юрий Викторович

Халҡы (2016)

38 650[1]
(0.91 %)

Тығыҙлығы

11,71 кеше/км²

Майҙаны

3300 км²

Орлов муниципаль районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86375

Почта индексы

347510 - 347515

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 242 000

Орлов районы — Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе составындағы муниципаль берәмек.

Административ үҙәге — Орлов ҡасабаһы. Дондағы Ростовҡа тиклем алыҫлыҡ — 250 км.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлов районына муниципаль берәмек булараҡ 1934 йылдың 28 декабрендә нигеҙ һалынған.

1917 йылдағы революцияға тиклем район биләмәһе Дон ғәскәре өлкәһенең Сальск округы составына инә. Яңы административ бүленеш һөҙөмтәһендә 1924 йылда Орлов өлкәһе ойошторола, ул һуңынан 1926 йылда бөтөрөлә. 1935 йылда район яңынан тергеҙелә, ә 1963 йылда тағы бер тапҡыр бөтөрөлә. Ростов өлкәһе башҡарма комитетының 1962 йылдың 16 октябрендәге ҡарары менән, Орлов станицаһы эшселәр ҡасабаһы статусы ала. 1965 йылдың ноябрь айында район тулыһынса тергеҙелә[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм төньяҡтан Ростов өлкәһенең Мартынов һәм Зимовников райондары менән, көнсығыштан Ростов өлкәһенең Ремонтненский районы менән, көньяҡтан Ҡалмыҡ Республикаһы менән, көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан Ростов өлкәһенең Пролетар районы менән сикләнгән.

Район ике тупраҡ зонаһы сигендә урынлашҡан — ҡара тупраҡ һәм ҡыҙғылт ҡара.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
19391959[3]1970[4]1979[5]1989[6]2002[7]
48 73035 04338 48738 08339 38641 768
2009[8]2010[9]2011[10]2012[11]2013[12]2014[13]
40 31540 89440 76340 28039 93239 546
2015[14]2016[1]
39 11838 650



Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлов районы составына 11 ауыл биләмәһе инә:

  1. Волочаевское ауыл биләмәһе (Волочаевский ҡасабаһы; Маныч ҡасабаһы; Правобережный ҡасабаһы; Рунный ҡасабаһы; Стрепетов ҡасабаһы; Чабрецы ҡасабаһы)
  2. Дон ауыл биләмәһе (Гундоров утары; Дон утары; Ребричанский утары; Романов утары; Шалгаков утары)
  3. Каменно-Балковское ауыл биләмәһе (Таш Балка утары; Грек утары; Журавлев утары; Комарьки утары;Красное Знамя утары; Лагерный утары; Малая Каменка утары; Нижнеталовый утары; Ленин Ордены утары ; Троицкий утары)
  4. Камышев ауыл биләмәһе (Камышевка утары; Новоегорлыкский утары; Таловый утары; Тарасов утары ; Чернозубов утары)
  5. Красноармейский ауыл биләмәһе (Красноармейский ҡасабаһы; Верхнетавричанский утары; Ленинский утары; Нижневерхоломовский утары; Нижнетавричанский утары; Раздорский утары; Русский утары; Садовый утары; Старопесчаный утары; Токмацкий утары; Широкий утары)
  6. Курган ауыл биләмәһе (Курганный утары; Верхневодяной утары; Нижнеантоновский утары; Терновой утары)
  7. Луганский ауыл биләмәһе (Быстрянский утары; Кундрюченский утары; Курмоярский утары; Луганский утары; Куреный Разъезд утары)
  8. Майорский ауыл биләмәһе (Майорский утары; Ермаков утары; Красный Октябрь утары; Успенский утары)
  9. Орлов ауыл биләмәһе (Орлов ҡасабаһы)
  10. Островянский ауыл биләмәһе (Островянский утары; Андрианов утары; Большевик утары; Верхнезунды утары; Веселый утары; Нижнезунды утары)
  11. Пролетарский ауыл биләмәһе (Пролетарский утары; Львов утары; Николаевский утары; Черкесский утары)

Урындағы үҙидаралыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депутаттар йыйылышы рәйесе
  • Михалюк Виктор Иванович
  • 2015 йылдың 26 мартынан — Канатова Валентина Егоровна[15]
Хакимиәт башлыҡтары
  • Лопатько Юрий Павлович
  • 2015 йылдың 26 мартынан — Харенко Юрий Викторович

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисадтың нигеҙен ауыл хужалығы етештереүе менән эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы машиналары төҙөү, стена ҡороу өсөн материалдар етештереү, юл төҙөү, фәнни-тикшеренеү эше, тимер юл һәм автомобиль ташыуҙары тәшкил итә.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Орлов ҡасабаһындағы һәләк булған яугирҙәргә мемориал һәм 1943 йылдағы туғандар ҡәберлеге[16]. Мемориал янындағы туғандар ҡәберлегендә 1119 кеше ерләнгән, 185 кешенең исемдәре билдәле. Элек бында ҡыҙыл йондоҙло ағас обелиск ҡуйылған булған. 1954 йылда бөтә кәүҙәһе менән эшләнгән һалдат һынынан ғибәрәт булған һәйкәл ҡуйыла. 16 йылдан һуң һәйкәл һүтеп алына һәм «Бында Орлов станицаһын азат иткәндә батырҙарса һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙар ерләнгән» тигән яҙыу менән тимер-бетон плита ҡуйыла. 1973 йылда һуғышта һәләк булған һалдат һәм офицерҙарға мемориал асыла.
  • Орлов районында дәүләт һаҡлауында торған 150 археологик ҡомартҡы бар. Улар араһында: «Черкесский» Ҡурған төркөмө, «Орлов I» Ҡурғаны, «Нижнетаврический I» Ҡурғаны, «Красноармейский I» Ҡурғаны[17].
  • Ҡасабаны азат итеүселәргә һәйкәл — Орлов ҡасабаһында постаментта пушка.
  • Орлов ҡасабаһында Пресвятая богородица Раштыуаһы сиркәүе.
  • Ребричанский утары өсөн 1943 йылдың ғинуарында барған алышта һәләк булған яугирҙәрҙең (195) туғандар ҡәберендә һәләк булған яугирҙәргә һәм яҡташтарға мемориал. Бында 253 яугирҙең кәүҙәһе ята[18].
  • Курганный утарында яугир-ауылдаштарға мемориал[19]. Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге скверҙа урынлашҡан. «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» тигән яҙыулы ике ауыш стеланан ғибәрәт. Һәйкәлдең нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ауылдаштарының исемдәре яҙылған плита ҡуйылған.

Орлов районының археология ҡомартҡылары:

  • «Черкесский I» ҡурған төркөмө (2 ҡурған).
  • «Черкесский I» ҡурған төркөмө (2ҡурған).
  • «Курганный I» ҡурған төркөмө (2ҡурған).
  • «Курганный I» ҡурған төркөмө (2 ҡурған).
  • «Нижнеантоновский III» ҡурған төркөмө (13 ҡурған).

Ростов өлкәһенең Орлов районында иҫәптә бөтәһе 150 археология ҡомартҡыһы бар[20].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административное деление Ростовской области
  • Населённые пункты Ростовской области

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. История Донского края — Орловский район 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Дата обращения: 10 октябрь 2013. Архивировано 10 октябрь 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность наличного населения городов, поселков городского типа, районов и районных центров СССР по данным переписи на 15 января 1970 года по республикам, краям и областям. Дата обращения: 14 октябрь 2013. Архивировано 14 октябрь 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 г.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Архивировано 23 август 2011 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  10. Ростовская область. Оценка численности населения на 1 января 2009-2015 гг.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  15. РАЙОННОЕ СОБРАНИЕ ДЕПУТАТОВ 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  16. Мемориал павшим воинам и братская могила 1943 года в поселке Орловский
  17. Список памятников археологии Орловского района, состоящих на государственной охране 2017 йыл 11 февраль архивланған.
  18. Описание памятника павшим воинам и землякам
  19. Мемориал воинам-односельчанам
  20. Памятники истории и культуры 2017 йыл 11 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]