Орон (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орон
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Иркутск өлкәһе һәм Бодайбинский район[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 354 метр
Оҙонлоҡ 24 km
Киңлек 6 km
Вертикаль тәрәнлеге 184 метр
Майҙан 51,3 км²
Карта

Орон[2] (эвенк. Оораншаршы) — Иркутск өлкәһенең Бодайбин районындағы күл. Витим ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орон күле атамаһы эвенк һүҙе орон - болан килеп сыҡҡан тип иҫәпләнә. Шулай уҡ был топонимдың сығышын боҙоп әйтелгән хорон —усаҡ урыны тигән эвен һүҙенән булыуы ихтимал тип фараз итәләр.

Әммә күлдең атамаһы ооран - тупһалар,шаршы тигән эвен һүҙенән килеп сығыу ихтималы ҙурыраҡ (ооратьбыстрина на реке[3])

Географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең оҙонлоғо 24 саҡрым тәшкил итә, максималь киңлеге - 6 саҡрым, иң кәме - 4 саҡрым, майҙаны - 51,3 км², тәрәнлеге 184 метрға етә (күлдең көньяҡ өлөшөндә).

Күл йөҙөнөң диңгеҙ кимәленән бейеклеге 354 м тәшкил итә.

Һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә тәрәнлеге сағыштырмаса бәләкәй.

Күлдең тәрән һыулы өлөшө яҡынса 34 (%) майҙанын биләй. Күлдең көньяҡ өлөшө ташлы, йыш ҡына тәрән ярлауҙар, текә ярҙар осрай, һыу төбө ҙур тәрәнлектә түбәнәйә.

Күлдең төньяҡ өлөшөндәге яр буйы линияһы көньяҡ өлөшөнән ҡырҡа айырыла: Ярҙары һөҙәк. Йыш ҡына һаҙланған, ныҡ тармаҡлана, утрауҙар күп. Күлдең төньяҡ ярында Орон ауылы (бөткән ауыл)урынлашҡан.

Күлдә һыу таҙа, зәңгәрһәу-зөбәржәт төҫөндә, pH күрһәткесе 6,75-кә етә. Һыуы кислородҡа бай. Һыуҙың асыҡлығы йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәрә, максималь—йәй уртаһында һәм 7-8 метр самаһы тәшкил итә. Һыу менән тулыланыуы ҡатнаш: ямғыр һәм ҡар һыуҙары, грунт һыуҙары, шулай уҡ ҡушылдыҡтар иҫәбенә.

Һыу килеме һәм ағымы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең һыу йыйыу бассейны 3570 км² тәшкил итә.

Орон күленең бөтәһе 16 ашыу ҡушылдыҡтары бар . Уларҙың иң ҙурҙары - Орон, Сигикта, Култушная, Каменная, Половинка, Холодная йылғалары.

Күлгә һыу килеменең иң күп өлөшө ҡар ирегән осорға тура килә.

Күлгә ҡушылған шишмәләрҙең күбеһе шарлауыҡтар барлыҡҡа килтерә. Күл ағымлы. Витим йылғаһы Километр тирәһе оҙонлоғонда ҙур булмаған ҡылымыҡ аша аша Витим йылғаһына ағып төшә. Был 2,5 саҡрым киңлектәге, күп һанлы һайлыҡтары һәм утрауҙары булған тамаҡты Орон һайлығы тип атайҙар.

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең һыубаҫар туғайҙарында томбойоҡ (кувшинка четырёхугольная), еркә ( лабазник дальневидный),

беҙъяпраҡ (шильник водяной), муйыл (черёмуха уединённая) үҫә. Был үҫемлектәр «Себерҙең һирәк һәм юғалып барған үҫемлектәре » исемлегенә ингән. Күлдең ныҡ дымлы ярында көкөрт үләне (можжевельниковый плаун), бөрмәкәй (подмаренник трехраздельный), бетүлән (мытник Власова) үҫә. Шулай уҡ реликт үҫемлектәрҙән өсөнсөл осорға ҡараған богема күрәне осрай .

Золотая Курья ыҙанындағы торф мүкле һаҙлыҡта ҡыҙыл китап үҫемлектәре шыма ирис һәм кәүшәк күрән (осока рыхлая) үҫә.

Һыу ағымдарының тамаҡтарында чозения талының (чозения толокнянколистная) ҙур булмаған сауҡалыҡтары осрай. Ә ярҙарын ябай

ерек абағаһының (страусник обыкновенный) шырлыҡтары баҫҡан.

Йылға һәм шишмә ярҙарында эндемиктар:

алтынбаш (купальница крючковатая), Поляков, соссюрияһы. шулай уҡ ҡыҙыл китап үҫемлектәренән алһыу родиола йәки алтын тамыры осрай. Һыу ятҡылығын урман һәм кедр ағастары ҡаплаған, түбәләре яланғас тауҙар уратып алған.

Фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдә балыҡтарҙың 21 төрө теркәлгән, шуларҙың 12-һе һыу ятҡылыҡтарында даими йәшәй.

Улар араһында себер еҙмыйығы, ябай сабаҡ, себер бөгәрсәһе, шыртбалыҡ, шамбы, алабуға, сабаҡ, зөгәй (подкаменщик пестроногий), пыжьян, орон алабалығы(ҙур тәрәнлектә йәшәй), көнсығыш себер бәрҙеһе, суртан бар.

Һирәкләп күлдә пелядь, ябай валёк, көмөш табан балыҡ осрай. Орон һәм Витим араһындағы ҡылауыҡҡа ваҡыты-ваҡыты менән быйыт, себер миногаһы, лена мәрсене, ҡыҙыл балыҡ, тугун инә.

Һыу ятҡылығында яҡынса 150 планктон организмдар тереклек итә. Орон һәм Байкал эндемиктары булған ҡайһы бер төрҙәр бар. Улар араһында, мәҫәлән, Байкал күп төклө селәүсен (Manaynkia baicalensis) бар.

Күл буйҙарында кәлмәргән, ҡара ҡауҙы оя ҡора. Һыу ятҡылыҡтары эргәһендә бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, ыласын-сапсан, урман массивтарында — бесәйбаш ябалаҡ теркәлгән. Был төрҙәрҙең бер өлөшө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Яҙғы миграция ваҡытында күлдең төньяҡ өлөшөндә күсер ҡоштарының күп төрҙәре: һуна өйрәктәр, сарлаҡтар, боғандар, көйөлдө, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, сәпсектәр (атап әйткәндә, һары һәм аҡ), аҡсарлаҡтар һәм башҡалар туҡтап ял итеп китә.

Әлеге ваҡытта күлдең экологик торошо ҡәнәғәтләнерлек. Әммә ҡурсаулыҡ сигенә яҡын ғына, Витим йылғаһының ҡушылдыҡтарында гидравлик ысул менән алтын йыуыуҙары хәүефле фактор булып тора. 1980-се йылдарҙа «Ленгидропроект» институты Витим йылғаһында гидроэлектростанциялар теҙелмәһе ойоштороу проектын әҙерләгән. Уны тормошҡа ашырыу ҙур биләмәләрҙең һыу аҫтына ҡалыуына, бөтә йылға үҙәнендәге климаттың һәм экосистемаларҙың, шул иҫәптән Орон күленең торошона төҙәлгеһеҙ кире эҙемтәләргә килтерәсәк.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Орон // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 323. — ISBN 5-86066-017-0.
  3. Географические названия Иркутской области: топонимический словарь / С. А. Гурулев; науч. ред. Л. М. Корытный ; Ин-т географии им. В. Б. Сочавы СО РАН, Иркут. обл. отд-ние Рус. геогр. о-ва. стр. 53