Орск нефть техникумы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орск нефть техникумы
Нигеҙләү датаһы 1949
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт nt-orsk.ru
Карта

Орск нефть техникумы (ОНТ) — урта-махсус уҡыу йорто. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында урынлашҡан. Росэнерго ведомство белем биреү учреждениеһы исемлегенә инә, Ырымбур өлкәһенең мәғариф министрлығы ҡарамағында тора. «Ҡара алтын» үҙ гәзите бар[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 4 октябрендә сыҡҡан «Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары өсөн инженер һәм техниктарҙы етештереүҙе арттырыу буйынса саралар» тураһындағы № 3774 ҡарарына ярашлы Орск нефть техникумы ойошторола. Орск нефть эшкәртеү заводы техникумға Суворов урамындағы 32-се йорттоң бинаһын бирә, уны дәрестәр алып барырлыҡ итеп ремонтлай һәм йыһазландыра. Ике һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү башлана: механик һәм технолог, артабан химик-аналитик һәм ремонтсыларҙы әҙерләй башлайҙар[2].

1950 йылдың 1 сентябре техникумының тәүге студенттарҙы ҡабул итә. техникумдың беренсе директоры итеп Владимир Степанович Акимов тәғәйенләнә. 1970 йылда техникум үҙ адресын Ленин проспекты, 81-се йортона, яңы бинаға алмаштыра. Техникум 1993 йылда «Иҫәпләү техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программалар менән тәьмин итеү», 2003 йылда «Нефть-газ эшкәртеү сәнәғәтендә иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе», 2005 йылда— «тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу», 2007 йылда «Банк эше» белгестәрен әҙерләй башлай[2].

1992 йылда техникумдың исеме Орск химик-механик техникум итеп үҙгәртелә, әммә 2007 йылда элекке исеме кире ҡайтарыла[2]. 2012 йылдан алып техникум коллективы менән Татьяна Борисовна Кочеткова етәкселек итә[3].

Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең лицензия һәм аккредитацияһын техникум 2008 йылда ала[3].

Байтаҡ сығарылыш студенттары күп төрлө сәнәғәт предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре, квалификациялы эшсе — үҙ эшенең оҫтаһы булып эшләй, күптәр фән, ижад һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өлкәһендә хеҙмәт итә. «Орскнефтеоргсинтез» Акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуы техникумда уҡып сыҡҡан кешеләр һәм улар предприятиела уңышлы эшләүен дауам итә.

2010 йылда техникум Ырымбур өлкәһе мәғариф министрлығы тәҡдиме нигеҙендә «Рәсәйҙең алдынғы мәғариф учреждениеһы» милли реестрына индерелгән[4].

ОНТ һөнәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 18.02.09 — газ һәм нефть эшкәртеү
  • 240138 — химик ҡушылмалар сифатының аналитик контроле
  • 150131 — сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау
  • 140102 — йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм йылылыҡ техника ҡорамалдары
  • 200201 — тәюиғәт хужалығы комплекстарын рациональ файҙаланыу
  • 230115 — компьютер системаһы программалаү.
  • 080114 — иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе
  • 080110 — банк эше
  • 080115 — «янғын хәүефһеҙлеге»

Ете төп белем биреүҙең аккредитациялы программаларынан тыш (банк эшенән башҡа) техникумда өҫтәмә программа — техникум һөнәрҙәре буйынса квалификация күтәреү программаһы эшләй.

Атаҡлы тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сорокин Виталий Андреевич — Советтар Союзы Геройы, хәрби лётчик[5].
  • В. Буканов, 1981 йылда тамамлаған, Афғанстанда һәләк булғандан һуң, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]