Орск (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орск
Нигеҙләү датаһы 1958
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Орск
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орск
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 277 метр
Хеҙмәтләндереүсе Оренбургские авиалинии[d]
Рәсми асылыу датаһы 1958
Пассажирҙар ағышы 26 310[1]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Орск
Рәсми сайт aviaorsk.ru
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 07/25
ИАТА аэропорты коды OSW
ИКАО аэропорты коды UWOR
Карта
 Орск Викимилектә

Орск аэропорты — федераль әһәмиәттәге халыҡ-ара аэропорт[2], Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының тирә-яғында, ҡаланың үҙәк өлөшөнән 17 км көньяҡтараҡ, РФ дәүләт сигенә яҡын урынлашҡан.

Орск-Новотроицк 320 меңдән ашыу кешеле сәнәғәт төйөнөнөң халҡын, шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһы кешеләрен (Орскиҙан Аҡтүбәгә тиклем 134 км алыҫлыҡ) хеҙмәтләндерә.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яһалма осоу-ултырыу һыҙаты 1987 йылда төҙөлгән. Ул төҙөлгән осорҙа, 1984 йылдан алып 1987 йылдар буйынса, граждандар һауа судноларын Орск-Первомайский хәрби аэродромы ҡабул иткән.

Совет осоронда Орск аэропортында Ырымбур берләшкән авиаотряды составының йәйге эскадрильяһы урынлашҡан. 1990 йылда уны Ан-24, ә 1991 йылдан алып Ту-134 самолеттары хеҙмәтләндерә.

2012 йылға тиклем Орск аэродромына көньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән килгән самолеттарҙы аэродромға ултыртыуҙы хеҙмәтләндереүсе радиостанция Ҡаҙағстан республикаһы территорияһына ҡараған була. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан демаркация комиссиялары эше арҡаһында ике ил араһындағы мәсьәлә тиң итеп хәл ителә: ике ил территориялары тиң итеп бүленә.

Тарих[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1958 — Орск ҡалаһында беренсе аэропорт ойошторлоа, уның составында Ан-2 һәм Як-12 самолеттары була.
  • 1982 — Орскиҙа яңы аэропорт төҙөлә башлай (хәҙерге урын), һөҙөмтәлә Ла-410. самолеттарын аэропорт ҡабул итә ала.
  • 1987 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты файҙаланыуға тапшырыла, һөҙөмтәлә Ту-134 самолеттарын ҡабул итәләр.
  • 1990 — Орск летчиктары Ан-24 самолетын эксплуатациялай башлай.
  • 1991 — Орск летчиктары Ту-134 самолеттарын Орск — Мәскәү рейсы буйынса йөрөтә башлай.
  • 1993 — осоу-ултырыү һыҙатын реконструкциялау арҡаһында Орск аэропортына Ту-154 самолетының техник рейсы башҡарыла.
  • 2011 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты ремонтлана, аэропорт эштәре 2011 йылдың 1 июненән 31 авгусҡа тиклем регламентҡа ҡуйыла— 15:00 −03:00 UTC-ҡа тиклем . Самолет 3-сө һәм 4-се класс самолеттары грунт осоу-ултырыу һыҙатына, вертолеттар — перронда ҡабул ителә[4].

Ҡабул ителгән Һауа судноһы типтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ан-12, Ан-24, Ан-72, Ил-62, Ил-76, Л-410, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Ту-214, Як-40, Як-42, Airbus A319, A320 Airbus, Boeing 737—300(-400,-500,-700,-800), Bombardier CRJ 100/200, Embraer E-190, Sukhoi Superjet 100 һәм еңел, бөтә төр вертолеттар. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 30/F/C/X/T.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пассажир:
йыл 2014 2015 2016 2017
мең пассажир 77,5 80,9 65,7 26,3
Сығанағы:[5][6][7]

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 май

Авиакомпанияһы Тәғәйенләнеш пункттары Самолеттар төрҙәре
Флаг России Pegas Fly Мәскәү (Шереметьево) 190 Embraer

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.favt.ru/public/materials//4/3/a/9/7/43a97dc7930186c6dcb90c17e799a247.pdf
  2. 2016 йылдың апрелендә рәсәй федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 20-се һанлы 726-р «федераль әһәмиәттәге аэропорттарҙың исемлеген раҫлау тураһында»[1]
  3. ORENAIR (15 август 2008). Дата обращения: 12 февраль 2018. Архивировано 15 август 2008 года. 2008 йыл 15 август архивланған.
  4. Орск аэропорт сикләү тураһында мәғлүмәт.
  5. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2014-2015 гг. Росавиация. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. 2016 йыл 17 июль архивланған.
  6. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2015-2016 гг. Росавиация. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. 2017 йыл 21 февраль архивланған.
  7. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2016-2017 гг. Росавиация. Дата обращения: 28 март 2018. 2018 йыл 28 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]