Эстәлеккә күсергә

Орск (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орск
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орск
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1920
Киләһе туҡталыш Орск (Парк А)[d] һәм Никель[d]
Тимер юл һыҙаты Карталы — Никель[d] һәм Орск — Рудный Клад[d]
Код станции 810006
Карта
 Орск Викимилектә

ОрскЫрымбур өлкәһенең Көньяҡ Урал тимер юлы ҡала менән бер төрлө исем йөрөткән Орск тимер юл станцияһы.

Орск станцияһы Яйыҡ йылғаһы аша күпер менән бергә 1929 йылда асыла. Вокзал, Ырымбурҙан Орск ҡалаһына тиклем төҙөлә башлаған тимер юл менән бергә башланһа ла, 13 йылдан һуң ғына сафҡа баҫа. 1916 йылға станция бинаһы ысынбарлыҡта төҙөлөп бөткән була тиерлек, революция һәм граждандар һуғышы арҡаһында төҙөлөш 1926 йылға тиклем туҡтап ҡала.

Проект һәм төҙөлөш эштәре менән немец әсирҙәре шөғөлләнгәнлектән, вокзал бинаһы немец классицизмы һәм урыҫ стилендә башҡарылған XX быуат архитектура һәйкәле булып тора.

1930-сы йылдарҙа Орск Мәскәү, Урта Урал, Себер һәм Рәсәйҙең көньяғы менән туранан-тура тимер юл бәйләнеше ала.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда станция аша көнбайыштан заводтар һәм кешеләр эвкуациялана, ә көнсығыштан меңәрләгән эшелондар фронтҡа үтә.

2000-2003-се йылдарҙа, тәүге элементтары тергеҙелеп, бина яңыртыла. Интерьеры тулыһынса үҙгәртелә. 22 апреля 2005 йылдың 22 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләр алдынан Орск станцияһы перронына һәйкәл-паровоз ҡуйыла[1].

Станциянан алыҫ араға илтеүсе юлдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдыңа декабренә ҡарата станция аша алыҫ араға йөрөүсе поездар:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур (станция)