Осадченко Иван Романович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Осадченко Иван Романович
Тыуған көнө:

21 сентябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Мартыновка (Ростов өлкәһе), Рәсәй Империяһы

Вафат булыу көнө:

21 май 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш)

Вафат булған урыны:

Санкт-Петербург

Гражданлығы:

Рәсәй Империяһы Рәсәй Империяһы
СССР СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

инженер-технолог

Уҡыу йорто:

Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты

Награда һәм премиялары


Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталин премияһы
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Иван Осадченко

Осадченко Иван Романович (21 сентябрь 1912, Мартыновка, Дон ғәскәре өлкәһе, Рәсәй Империяһы) — СССР һәм Рәсәй инженер-технологы һәм ғалимы. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1948), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осадченко Иван Романович 1912 йылдың 21 сентябрендә Дон ғәскәре өлкәһенең Мартыновка биҫтәһендә тыуа.

1940 йылда ул И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. 1929 йылдан алып Баҡы һәм Мәскәү предприятиеларында эшләй.

1940 йылдан башлап Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй башлай: тәүҙә инженер, 1941 йылдан алып өлкән инженер, 1942 йылдан — цех начальнигы, 1943 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 1946 йылдан директор вазифаһын биләй.

1948 йылда — Ленин орденына, 1949 йылда Иван Осадченко Сталин премияһына лайыҡ була.

1951 йылдан алып Иван Осадченко «Башнефтезаводы» ПБ начальнигы вазифаһында эшләй. 1957—1972 йылдарҙа Ленинград ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтехимия процестары ғилми тикшеренеүҙәр институтында директор булып эшләй. БАССР Юғары Советының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

Осадченко ҡарамағында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфор катализаторын әҙерләү ысулы уйлап табыла.

2007 йылдың 21 май көнөндә Санкт-Петербургта вафат була.

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]