Осипенко Леонид Иокинфович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Осипенко Леонид Иокинфович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 17 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ҡытай Республикаһы[d], Хэйлунцзян[d], Харбин[d]
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Осипенко Леонид Ионкинфович (17 март 1918 йыл24 май 1989 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ-ның генераль директоры (1962—1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонид ИонкинфовичОсипенко[1] 1918 йылдың 17 мартында Ҡытайҙа Харбин ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт юлы Өфөлә башлана. 1935 йылдан алып 1940 йылға тиклем Өфө крекинг заводының Нефть эшкәртеү заводында техник булып эшләй. 1940 йылдан 1957 йылға тиклем — яғыулыҡ-һынау станцияһы, цех начальнигы, Өфө нефть эшкәртеү заводының катализатор фабрикаһы директоры.

1935 йылда Харбин индустриаль институтын тамамлай, 1958 йылда — ситтән тороп Өфө нефть институтынының инженер-технолог һөнәре буйынса уҡыу-консультация пункты факультетын тамамлай.

Институтты тамамлағандан һуң 1958—1960 йылдарҙа — цех начальнигы, урынбаҫары, Черниковка Нефть эшкәртеү заводы баш инженеры (Өфө); 1960—1962 йылдарҙа — Башҡорт совнархозының «Нефтехимзавод» идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1962 йылдан алып 1966 йылға тиклем осипенко Салауат ҡалаһында 18-се комбинат идаралығы начальнигы була. 1966—1969 йылдарҙа — Салауат нефть химияһы комбинаты начальнигы.

1962—1969 йылдарҙа комбинатта нефтехимия һәм нефть эшкәртеү объекттарының төҙөлөшө бик әүҙем бара. Эксплуатацияға стирол һәм полистирол, аммиак һәм карбамид, этилен әсетмәләре, бутил спирттары эре тоннажлы эксплуатация етештереүенә индерелә. Л. И. Осипенко — БАССР Юғары Советының етенсе саҡырылыш депутаты[2].

Осипенко етәкселеге аҫтында Салауат нефтехимия комбинатында яңы ҡеүәттәрҙең үҙләштереүе алып барыла. 1967 йылда комбинатта эксплуатацияға төрлө ҡорамалдар сафҡа индерелә, полиэтилен, полистирол, бутил спирттары һәм башҡалар производстволары төҙөлә һәм үҙләштерелә, аммиак һәм карбамид етештереүҙең ҡеүәте арттырыла; тәжрибә‑тикшеренеү цехы тәжрибә заводына үҙгәртелә. Нефть эшкәртеү заводтары икенсел процестар комплексын үҙләштереп, юғары көкөртлө нефтте эшкәртеүгә күсерелә; сығарылған продукцияның күләме 3,3 тапҡырға арта. Хеҙмәт етештереүсәнлеге 72 % тәшкил итә. Нефть химия һәм химия продукцияһы етештереү 30 тапҡырға арта.

Салауат ҡалаһында комбинат ҡатнашлығында соцкультбыт объекттары, шул иҫәптән стадион, Нөгөш һыуһаҡлағысында шифахана-профилакторий, 20-се медицина бүлеге, «Маяк» профилакторийы, Мәҙәниәт һарайы төҙөлә.

Социаль сфералағы ыңғай күренештәр һәм производстволағы уңыштар Осипенкоға комбинатта ла, республикала ла ҙур абруй килетрә. Уңышлы етәксене хөкүмәт делегация составында Японияға ебәрәләр, бынан алдараҡ ул Литвинов ҡалаһындағы (Чехословакия) эре авария сәбәптәрен асыҡлау комиссияһында ҡатнаша.

1969 йылдан Л. И. Осипенко Мәскәүгә күсерелә — СССР химия сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына. Ошо вазифала ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

1989 йылдың 24 майында Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]