Эстәлеккә күсергә

Осло опера театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бина
Оперный театр
Operahuset
СтранаНорвегия
ҠалаОсло
Координаталар59/54/25/N/10/45/13/E
Төҙөлә20032007 йылдар
СайтРәсми сайт

2007

Осло опера театры (норв. Operahuset) — Норвегияның милли опера театры, Осло үҙәгендә, Осло-фьорд ярында (Бьервика ҡултығына инеп ятҡан Акерсхус ярымутрауы) урынлашҡан. Театр дәүләт бюджеты аҡсаһына төҙөлгән һәм Норвегия хөкүмәте идара иткән дәүләт учреждениеһы булып тора. Норвегия милли операһы һәм балеты һәм Норвегия академия опера театры майҙансығы. Был Норвегияла Нидарос соборы төҙөлгәндән һуң (яҡынса 1300 йыл) төҙөлгән иң ҙур йәмәғәт бинаһы[1].

Ослола опера театры төҙөү идеяһы XIX быуат аҙағында уҡ тыуа. Әммә 1999 йылда ғына, милли кимәлдәге фекер алышыуҙарҙан һуң Норвегия хөкүмәте буласаҡ театрҙың урынын — Норвегия баш ҡалаһының иң үҙәгендә, үҙәк вокзал һәм диңгеҙ порты янында — Бьорвик ярымутрауын билдәләй һәм архитектура проектына конкурс иғлан итә. Асыҡ халыҡ-ара конкурста бөтә донъянан ике йөҙҙән ашыу архитекторҙарҙың эше ҡатнаша. Әммә Норвегияның ун йыл элек Александрияла Яңы китапхана проекты менән билдәлелек яулаған Snøhetta архитектура бюроһы фирмаһы еңеүсе була.

Театрҙы төҙөү 4 йыл — 2003 йылдан 2007 йылға тиклем дауам итә. Төҙөүселәр эшләгәндә, археологтар ҙа ҡатнаша. Опера театры урынлашҡан урын элек диңгеҙ төбөндә булғанлыҡтан, нигеҙ һалыу ваҡытында ҡасандыр батып киткән кәмәләрҙең һәм караптарҙың бер өлөшөн табыу ихтималлығы юғары була; археологик ҡаҙыныуҙар Норвегия диңгеҙ музейы белгестәре тарафынан үткәрелә. Төҙөлөш бюджеты 4,5 миллиард норвег кронаһы (яҡынса 700 миллион АҠШ доллары) тәшкил итә[2]. Яңы театрҙы асыу тантанаһы 2008 йылдың 12 апрелендә Норвегия короле Харальд V, Дания королеваһы Маргрете II, Финляндия президенты Тарья Халонен ҡатнашлығында үтә.

2008 йылда Осло опера театры бинаһы Барселонала бөтә донъя архитектура фестивале бүләгенә лайыҡ була. Шул уҡ ваҡытта конкурс жюриһы театрҙы архитектура йәһәтенән күренекле бина булараҡ ҡына түгел, Ә Осло халҡы һәм туристар өсөн популяр объект булараҡ та билдәләй. 2009 йылда театр Европа союзы тарафынан Иң яҡшы архитектура әҫәре өсөн Мис ван Дер Роэ премияһына лайыҡ була[3].

Snøhetta фирмаһы архитекторҙары ҡала төҙөлөшөнә, Осло-фьорд ҡаяларына һәм диңгеҙ портына органик тап килгән ультразаманса театр бинаһын төҙөргә ниәтләй. Ул Бьорвиктан көнбайыштағы тарихи үҙәкте көнсығыштағы хәҙерге кварталдар менән бәйләп торорға тейеш була. Уның иң сағыу һәм күренекле үҙенсәлеге — һыу яғына ауыш ҙур майҙанлы ҡыйыҡ. Был ҡыйыҡ 36 мең ап-аҡ таш плиталарҙан йыйылған, теләгән һәр кем пандустар буйлап ярҙан бинаның иң бейек нөктәһенә тиклем күтәрелә ала, ә унан ҡала һәм ҡултыҡтың иҫ киткес панорамаһы асыла.

Опера театры бинаһы Осло-фьорд ярына яҡын һәм хатта бер аҙ һыуға инә биргән. Театрҙың ауыш ҡыйығы архитектурала яңылыҡ булып тора. Ул бик тиҙ Осло ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында билдәлелек яулай. Театр асылғандан һуң, тәүге һигеҙ айҙа ғына уға 800 мең кеше килә[4]. Театр ҡыйығын скейтбордистар ҙа оҡшата[5].

Театрҙың 1364 урынлыҡ төп залы даға формаһында, ул юғары акустика тәьмин итә. Залды 800 яҡтылыҡ диодынан торған сферик люстра яҡтырта. Диаметры ете метр, ауырлығы 8,5 тонналыҡ люстра — Норвегияла иң ҙуры[6].

Осло опера театрының 16 метр киңлектәге һәм 40 метр тәрәнлектәге сәхнәһе — донъяла иң техник яҡтан йыһазландырылған сәхнәләрҙең береһе. Сәхнә 16 бойондороҡһоҙ майҙансыҡтан тора, уларҙың һәр береһе күтәрелә, ҡырыная, әйләнә ала. Сәхнә ҡорамалдарының ҡайһы бер өлөштәре ҡултыҡтағы һыу кимәленән 16 метр түбәндә урынлашҡан. Сәхнә артында урынлашҡан техник биналар аша коридор үтә, ул шул тиклем киң, хатта йөк машиналары сәхнәгә туранан-тура инә ала[7].

Бина электр менән бинаның көньяҡ (артҡы) фасадында урынлашҡан дөйөм майҙаны 300 квадрат метрлыҡ ҡояш батареялары менән тәьмин ителә. Улар йылына 20 мең киловатт-сәғәт электр энергияһы етештерә ала.

  1. Официальный туристический портал по Норвегии. Новая Опера в Осло. Дата обращения: 2 ноябрь 2011. Архивировано 3 ғинуар 2012 года.
  2. Компания Statsbygg. Здание Новой Оперы (англ.). Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2011 года.
  3. Вся Норвегия на русском. Здание норвежской Оперы получило звание лучшего здания Европы. Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано 4 ноябрь 2011 года.
  4. Новый оперный театр в Осло стал ведущей достопримечательностью города. Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано 23 ноябрь 2010 года.
  5. Алексей Булатов. Оперный театр в Осло (Oslo Opera House). Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано 8 ғинуар 2015 года.
  6. Алла Павликова. Театр-площадь. Национальный оперный театр в Осло. Архитектурный вестник. Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано из оригинала 5 ғинуар 2011 года.
  7. Мировые театры. Осло. Опера XXI века. Дата обращения: 2026-14-04. Архивировано из оригинала 31 декабрь 2013 года.