Осло ҡыйыҡ аҫтындағы йорт (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Осло ҡыйыҡ аҫтындағы йорт (Минск) — Коммунистик һәм Ҡыҙыл урамдары киҫелешендә урынлашҡан йорт. 1952 йылда төҙөлгән. Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегән ингән.

жилой дом
Дом под шпилем
ул. Коммунистическая, 14
Ил Беларусь
Урыны Минск
Координаталар 53/54/38/N/27/34/6/E
Архитектура стиле неоклассицизм
Архитектор Владимир Исаченко
Төҙөлөшө нач. 1950-х—1956 йылдар
Статус охраняется государством
Бейеклеге 43 м.

1956

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Осло ҡыйыҡ аҫтындағы» йортто төҙөү һуғыштан һуңғы йылдарҙа офицер ғаиләләре өсөн йорттар комплексы составында башлана. Комплекс хәҙер Коммунистик урамындағы 18 14,16-сы һәм Ҡыҙыл урамындағы 3, 5-се йорттарҙы үҙ эсенә ала. Офицерҙар составы өсөн торлаҡ Белорус хәрби округының (БВО) (хәҙер - Беларусь Республикаһы Оборона министрлығы) бинаһынан алыҫ түгел төҙөлгән.

Проектты 1940 йылдар аҙағында архитектор Леонид Гольдштейн, Марк Лифшиц һәм Владимир Исаченко төҙөй. Торлаҡ йорттар комплексы неоклассицизм стилендә проектлана. Төҙөлөш 1950 йылдар башында башлана. Йорттоң «осло ҡыйығын» Владимир Исаченко проектлай. Юғары ныҡлыҡтағы ҡорос менән көпләнгән «энә» конструкцияһы үҙе Мәскәүҙә әҙерләнә. Уны совет осоро символы — лавр менән биҙәлгән биш мөйөшлө йондоҙ ослай.

Йорт диуарҙарын һаҡлап тороу өсөн ҡеүәтле кәрниздәр һәм ике яҡлы ҡыйыҡ менән климат шарттарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Бөтә архитектура деталдәре бетондан эшләнгән һәм стенаға ныҡ итеп монтажланған[1]

«Осло ҡыйыҡ аҫтындағы» йорт Минск ҡалаһында һуғыштан һуңғы беренсе бейек йорт, ерҙән алып йондоҙона тиклем ара 43 метр тиерлек тәшкил итә[2].

Йорт 1956 йылда файҙаланыуға тапшырыла.

Башняла күпмелер ваҡыт "вышка разведка пункты" урынлаша. Унда һауа һөжүменә ҡаршы оборона сиренаһы була[1]

Знак «Историко-культурная ценность» Объект Государственного списка историко-культурных ценностей Республики Беларусь, код 1а1Е400415

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]