Эстәлеккә күсергә

Осмуссаар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осмуссаар
эст. Osmussaar
Утрау яры (июнь 2013 йыл)
Утрау яры (июнь 2013 йыл)
Ҡылыҡһырламалар
Майҙаны4,69 км²
Халҡы2 кеше (2009)
Урынлашыуы
59°17′30″ т. к. 23°23′30″ кс. о.HGЯO
АкваторияБалтик диңгеҙе
РегионЛяэнемаа
РайонНоароотси
Эстония
Красная точка
Осмуссаар
 Осмуссаар Викимилектә

О́смуссаар, О́смуссар[1] йәки О́денсхольм (эст. Osmussaar, швед. Odensholm) — Эстонияның Балтик диңгеҙендәге утрауы. Шведса атамаһынн легенда буйынса утрауҙа ҡәбере булған Один хөрмәтенә ала. Рәсәй империяһында утрау шведса «Оденсхольм» менән йөрөтөлә. Утрауҙың майҙаны 4,69 км². Халҡы — 2 кеше (2009)[2]. Ляэнемаа өйәҙенең Ноароотси улусына ҡарай.

Утрауҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан Эстонияла иң ҙур кратер — Неугрунд һыу аҫты кратеры урынлашҡан[3].

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында 1914 йылдың 26 авгусында рустарҙың «Паллада» һәм «Богатырь» крейсерҙары утрау янындағы һайлыҡҡа ултырған «Магдебург» герман еңел крейсерының код китабын ҡулға төшөрә. Рәсәй властары китапты Британия Адмиралтействоһына тапшыра. Китап Германияның хәрби-диңгеҙ кодын асыуҙа мөһим роль уйнай. Һуңынан кодтың асылыуы диңгеҙҙәге хәрби хәрәкәттәргә лә, шулай уҡ дөйөм һуғыш барышына ла ҙур йоғонто яһай.

1940 йылға тиклем утрауҙа 130-лап кеше йәшәгән, нигеҙҙә шведтар, ләкин совет ғәскәрҙәре Эстонияға ингәндән һуң, улар утрауҙы ташлап китә. Әлеге ваҡытта утрау ҡурсаулыҡ булғанлыҡтан, Эстонияның реституция тураһындағы законына ярашлы, утрауҙа ер биләгән бөтә хужалары икенсе урында компенсация алған. Әлеге ваҡытта утрауҙа ике ғаилә йәшәй.

1941 йылда Германия һөжүм иткәндән һуң, совет ғәскәрҙәре утрауҙан сигенә. Осмуссар һаҡсылары (205-се айырым артиллерия дивизионы һәм 3-сө махсус линия төҙөлөшө эшселәренән ойошторолған батальон[4]) 1941 йылдың декабренә тиклем ҡала, бынан һуң гарнизон эвакуациялана, орудиелары шартлатыла, ә башняларын һәм команда пунктын һыуҙан баҫтыралар.

Утрауҙа 15 совет морягының һәм 164 көн дауамында оборона тотҡан эшселәрҙең туғандар ҡәберлеге бар[5]. Эстонияның «Рус елкән йәмғиәте» һәм Baltsail яхта клубы ағзалары ҡәберҙе тәрбиәләп тора.

  1. Топокарты Генштаба. Дата обращения: 8 апрель 2015. Архивировано из оригинала 22 март 2015 года.
  2. Population of Noarootsi Parish by village (XLS). Noarootsi Parish. Дата обращения: 3 июнь 2009. Архивировано 27 май 2011 года.
  3. 10 причин посетить Ляэнемаа. Avaleht - Хаапсалу и Ляэнемаа. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
  4. Аллилуев А. А. 164 боевых дня
  5. Любовь Семёнова. Непокоренная легенда. Молодёжь Эстонии (4 ноябрь 2006). Дата обращения: 26 ғинуар 2018. Архивировано 26 ғинуар 2018 года.