Остеомиелит
Остеомиелит | |
![]() Һөйәктеү кимегенең остеомиелиты | |
МКБ-10 |
M86. |
---|---|
МКБ-9 |
730 |
MedlinePlus |
000437 |
eMedicine | |
![]() | |
Остеомиелит (гр. osteon — һөйәк, myeloјs — мейе)— електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе менән бер юлы шешеүе[1]; һөйәктеү кимеге, эргәләге компакт матдәһе һәм һөйәк ярыһының бер юлы шешеүе[2].
Бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Остеомиелит специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ. б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ. б. һөҙөмтәһендә); киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр.
Төп билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйәктәр ауыртыу, температура күтәрелеү һ. б.
Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сепсис, эренле артрит, һөйәктәрҙең патологик һыныуы һ. б.
Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диагностика өсөн тикшеренеүҙең инструменталь (рентгенография, радиоизотоп сканерлау, һөйәктең эске баҫымын үлсәү менән елеккә пункция эшләү) һәм лаборотор (пунктатты бактериологик тикшереү) ысулдары файҙаланыла.
Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хроник остеомиелит менән һауығыу ауырыуҙың йәше, зарарланыу ауырлығы, ваҡытында дауалау, оператив дауалауҙың радикаль булыуына бәйле.[3]
Дауалау медикаментоз (антибактериаль, иммунитетты көсәйтеүсе һ. б. препараттар) һәм хирургик (некрэктомия, һөйәк ҡыуышлығын пластик материал менән тултырыу).
Ауырыу буйынса Башҡортостандағы тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда ауырыу проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 40‑сы йылдары уртаһынан медицина университетында үткәрелә: А. А. Полянцев етәкселегендәге пуля менән яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән остеомиелитҡа дауалау ысулдары эшләнә, 70‑се йылдарҙан алып ололарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау (Е. Н. Кель, Р. Х. Мадьяров, В. Ғ. Сәхәүетдинов, Ш. И. Хөсәйенов), шул иҫәптән аутотрансплантаттар ҡулланып дауалау (В. О. Кузнецов), балаларҙа гематоген остеомиелитын дауалау алымдары камиллаштырыла (Ф. Х. Ғәйнанов, А. Г. Лютов һ. б.).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- ↑ Остеомиелит фаразы.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- С. Ф. Усик. ОСТЕОМИЕЛИТ: КЛИНИКА, ДИАГНОСТИКА, ЛЕЧЕНИЕ :учебное пособие для врачей-интернов по специальности "Общая врачебная практика", для системы послевузовского профессионального образования. — Саратов: Наука, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-91272-114-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антибактериальная терапия остеомиелита и артрита 2015 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
![]() |
Был медицина буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |