Остер Григорий Бенционович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Остер Григорий Бенционович
рус. Григо́рий Бенцио́нович О́стер
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Псевдоним Остёр
Тыуған көнө 27 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (74 йәш)
Тыуған урыны Одесса, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө балалар яҙыусыһы, драматург, яҙыусы, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Остер Григорий Бенционович Викимилектә

Григо́рий Бенцио́нович О́стер (иртә әҙәби псевдонимы «Остёр»; 27 ноябрь 1947, Одесса, СССР) — рус яҙыусыһы, сценарист, драматург, телетапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007)[3]. «Зарарлы кәңәштәр» жанрына нигеҙ һалыусы[4] һәм «Сказка с подробностями» балалар урыҫ гипертекстуаль романы авторы[5]. Рәсәй йәһүд конгресы Йәмәғәт советы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одессала тыуған, унда атаһы, ҡыҙыл флотсы, Макаров ҡалаһы кешеһе[6], Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Бенцион Давидович Остер (1922—?) хеҙмәт иткән. Уның олатаһы Давид Бенционович Остер (1898—1944)[7] һәм атаһының ҡустыһы Григорий[8] ғәмәлдәге армияла хеҙмәт итәләр һәм фронтта һәләк булалар[9]. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Ялтала үтә, бында атаһы портта токарь булып эшләй, ә әсәһе — Лея Яковлевна Остер — моряктар клубында китапханасы[9]. 1966 йылда армияға алына, Төньяҡ флотта хеҙмәт итә. 1970 йылда Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының драматургия бүлегенә уҡырға инә, уны 1982 йылда тамамлай.

«Сказка с подробностями», «Папамамалогия», «Воспитание взрослых», «Бабушка удава», «Вредные советы», «Гадание по рукам, ногам, ушам, спине и шее» кеүек бик күп балалар өсөн әҫәрҙәр авторы. «38 попугаев», «Попался, который кусался!», «Котёнок по имени Гав», «Обезьянки младшего возраста» һәм башҡа йәнһүрәттәҙең, «До первой крови>» нәфис фильмының сценарийҙарын яҙа. Дүрт хикәйәһе «Ералаш» киножурналына ингән.

1990-сы йылдар аҙағында Михаил Эпштейн һәм Александр Генис Григорий Остерҙы «Кто есть кто в русском постмодернизме» исемлегенә индерәләр[10]. 170 исемдән торған был исемлектә Остер — «посттоталитар рус әҙәбиәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән» берҙән-бер балалар яҙыусыһы. Шул уҡ ваҡытта яҙыусы бер ҡасан да социалистик реалист, диссидент, авангард әҙәби лагерға ҡарамаған. Тәнҡитселәр күҙәтеүе буйынса, уның эстетикаһы «стилистик эклектика, йәшерен мәғәнәлек, цитаталау, ирония, пародия һәм стилләштереү» менән айырыла[10].

2004 йылда Рәсәй Президенты Хакимиәте тәҡдиме буйынса «Рәсәй Президенты мәктәп йәшендәге граждандарға» сайтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[11].

2008 йылдың 7 сентябренән 2009 йылдың 18 июленә тиклем йырсы Глюкоза менән бергә STS каналында «Детские шалости» программаһын алып бара.

Канадала баҫылып сыҡҡан балалар әҙәбиәте антологияһында Григорий Остер үҙенең «Зарарлы кәңәштәре» менән иң күп тиражлыһы була — 12 миллион дана, ә башҡа авторҙар иң күбе 300—400 мең дана менән баһаланалар[12].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Григорий Остер үҙнең китаптары менән
  • Время твое. — Мурманск, 1974
  • Как хорошо дарить подарки. — М., 1975
  • Мальчик и девочка. — М., 1981
  • Гирлянда из малышей. — М., 1985
  • Осторожно, обезьянки! — М., 1987
  • Как Гусёнок потерялся. — М, 1988.
  • Он попался. — М., 1988
  • Попался, который кусался. — М., 1989
  • Таинственная пропажа. — М., 1989
  • Как Гусёнок на Лису охотился. — М., 1991
  • Визгкультура или Прикольная качалка. — М.. 1996
  • «Волшебный компьютер»
  • «Вредные советы»
  • «Вредные советы 2»
  • «Вредные советы 3»
  • «Задачник по математике (ненаглядное пособие по математике)»
  • «Задачник по физике»
  • «Легенды и мифы Лаврового переулка» — М., 1980
  • «Ненаглядное пособие по математике»
  • «Петька-микроб» — М., 1979
  • «Противные задачи»
  • «Сказка с подробностями». — М., 1989
  • «Книга о вкусной и здоровой пище людоеда»
  • «Прикольная анкета для врагов»
  • «Котенок по имени Гав» — М., 1976, 1978, 1979, 1982
  • «Зарядка для хвоста» — М., 1982
  • «Домашние и одичавшие взрослые»
  • «Дикие и прирученные взрослые»
  • «38 попугаев». — М., 1978
  • «Папамамалогия»
  • «Воспитание взрослых» — М., 1998
  • «Остров Эскадо» — М., 1994
  • «Конфетоедение» — М., 1999
  • «Бабушка удава»
  • «Гадание по рукам, ногам, ушам, спине и шее»
  • «Дети и Эти»
  • «Школа ужасов»
  • «Вредные советы жуликам и ворам и борцам с коррупцией»
  • Приключения Пифа

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «До первой крови» (1989)

Йәнһүрәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Котёнок по имени Гав — 5 серия (1976—1982)
  • 38 попугаев — 10 сығарылыш (1976—1991)
  • Баба Яга против! — 3 серия (1979—1980, Александр Курляндский һәм Эдуард Успенский менән берлектә)
  • Ушастик и его друзья — 5 сығарылыш (1979—1982)
  • Четвёрка друзей — 4 сығарылыш (1979—1981)
  • Как лиса зайца догоняла (1979)
  • Он попался! (1981)
  • Попался, который кусался! (1983)
  • Подземный переход (1984)
  • Обезьянки — 7 сығарылыш (1983—1997)
  • Школа помощников (1986)
  • Человек с детским акцентом (1987)
  • Вредный совет (мультфильм, 1980) — Весёлая карусель № 17
  • Вредный совет (мультфильм, 1986) — Весёлая карусель № 19
  • Семь мам Семёна Синебородько (Украина, 1992)
  • Попались все… (1998)

Театр постановкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәскәү «Школа современной пьесы» театрында «Зарарлы кәңәштәр» спектакле
  • Владимир Шохиндың «Образ» театр-студияһында «Зарарлы кәңәштәр» спектакле..
  • Яңы драма театрында, Каменск-Урал театрында Людмила Матис ҡуйған «3-сө һанлы драма» музыкаль спектакле.
  • Каменск-Урал «Драма Номер Три» театрында Ирина Симанова ҡуйған «Привет Мартышке!» спектакле..
  • «Семицветик» театрында «Котенок по имени Гав» спектакле[13]
  • «Семицветик» театрында «38 попугаев» спектакле[14]
  • ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Дондағы Ростовта В. С. Былков исемендәге Ростов дәүләт ҡурсаҡ театрында «38 попугаев» спектакле (Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Дмитриевич Василенко һүҙҙәре буйынса)
  • «Семицветик» театрында «Клочки по закоулочкам» спектакле[15].
  • «Наш дом» Озерск драма һәм комедия театрында «Зарядка для Хвоста» спектакле.
  • «Наш дом» Озерск драма һәм комедия театрында «Бабушка Удава» спектакле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Grigorij Ostěr // ČSFD (чеш.) — 2001.
  2. русская Википедия (урыҫ) — 2001.
  3. Награждён указом Президента России № 1327 от 3 октября 2007 года 2007 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Жанр, прием «Вредные советы» по Георгию Остеру: Vikent.RU. Дата обращения: 29 июль 2016. Архивировано 7 август 2016 года.
  5. О. Е. Кувалдина. Гипертекст как коммуникационная модель в «Сказке с подробностями» Г. Остера Архивная копия от 28 март 2014 на Wayback Machine
  6. Бенцион Давидович Остер на сайте «Память народа»
  7. Давид Бенционович Остер на сайте «Память народа»
  8. Григорий Давидович Остер (1924—1942) на сайте «Память народа»
  9. 9,0 9,1 Передача «Отцы и дети» на радио «Серебряный дождь» (20 ноября 2015). Дата обращения: 17 ноябрь 2020. Архивировано 8 сентябрь 2019 года.
  10. 10,0 10,1 Russian Postmodernism: New Perspectives on Post-Soviet Culture /by Michail Epstein, Alexander Genis, and Slobodanka Vladiv-Glover. Studies in Slavic Literature, Culture, and Society: Vol.3. New York and London: Berghahn Books, 1999. 528 P.
  11. «Президент России — гражданам школьного возраста». Дата обращения: 10 май 2017. Архивировано 6 май 2017 года.
  12. Остер Григорий (1947). mirbiblio.ru. Дата обращения: 30 май 2019. Архивировано 30 май 2019 года.
  13. Котёнок по имени Гав
  14. Детские стихи на Teatr-Skazki.ru. Дата обращения: 25 февраль 2013. Архивировано 24 ноябрь 2020 года.
  15. Клочки по закоулочкам — Театр для всей семьи «Семицветик»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]