О. В. Куусинен һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
О. В. Куусинен һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1973
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петрозаводск
В память о Отто Вильгельмович Куусинен[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d]
Архитектор Александр Алексеевич Заварзин[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Петрозаводск[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться Советская площадь
Карта
 О. В. Куусинен һәйкәле Викимилектә

Отто Вильгельмович Куусинен фин, рәсәй һәм совет дәүләт, сәйәси һәм партия эшмәкәре, уға һәйкәл Карелия Республикаһы Петрозаводск ҡалаһының Совет майҙанында урынлашҡан. Монумент асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылдың 17 майында дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, КПСС Үҙәк комитеты Президиумыының иң оло ағзаһы, Ленин Владимир Ильичтың фекерҙәше һәм уҡыусыһы, СССР Фәндәр академияһының теоретик марксизм академигы Отто Вильгельмович Куусинен вафат була. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең беренсе акты булып, кәүҙәһенең көлө һалынған урнаны Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанындағы Кремль стенаһына ҡуйыу тора. 1964 йылдың 16 июнендә КПСС Үҙәк комитетының һәм СССР Министрҙар советының бергәләшеп ҡабул иткән «Отто Вильгельмович Куусинендең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» ҡарарына ярашлы, сәйәси эшмәкәргә Петрозаводскиҙа һәйкәл ҡуйыу, уның исемен Петрозавод дәүләт университетына биреү, шуай уҡ Мәскәү ҡалаһының бер урамына уның исемен биреү ҡарала, өҫтәүенә, уның һайланма әҫәрҙәре йыйынтығын баҫтырып сығарыу планлаштырыла[2].

СССР Мәҙәниәт министрлығы Отто Вильгельмович Куусинен иҫтәлегенә төҙөләсәк һәйкәлдең проектын эшләүгә конкурс иғлан итә Куусинен, унда өс коллектив теләп ҡатнаша: Петрозаводск, Мәскәү һәм Эстония коллективтары. Әммә эштәр бик оҙаҡҡа һуҙыла, һөҙөмтәлә Мәскәү һәм Петрозавод коллективтары ҡатнашыуҙан баш тарта, ә әҙәби-монументаль скульптура буйынса эксперт советы эстонияның проектын революционерҙың образы тәрәнлеге асып еткермәү һәм ышандырырлыҡ булмауы арҡаһында «хупларға мөмкин түгел» тип таба. 1968 йылдың июнь айында конкурстың икенсе туры үткәрелә, унда ике һәйкәл проекты тәҡдим ителә. Уның һөҙөмтәләре буйынса скульптор Борис Дюжев, архитектор Александр Заварзин һәм Евгений Кулагаларҙың эше хуплана[2].

һәйкәл ҡуйыу урыны шунда уҡ билдәләнә: Онега яр буйы һәм Ленин проспекты киҫелешендәге яңы майҙан кәрәкле урын тип табыла. Әммә даими ваҡыт ҡыйынлыҡтар тыуыу арҡаһында һәйкәлде ҡуйыу кисектерелеп тора: 1969 йылда һәйкәлде асыу тантанаһы Карел АССР-ының 50 йыллығына, 1972 йылда — Октябрь революцияһының 55 йыллығына СССР-ҙың 50 йыллығына ҡаралған була. Тик 1973 йылдың 22 июнендә генә һәйкәл асыу тантанаһын Петрозаводскиҙың 270 йыллығына тап килтереп үткәрәләр[2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Отто Куусинен һәйкәле һорғолт-алһыу шальский гранитынан башҡарылған, Петрозаводскиҙың Совет майҙанында урынлашҡан. Отто Вильгельмович Куусинен һәйкәлдә иркен ҡиәфәттә баҫып торған итеп һүрәтләнгән, баш кейемһеҙ. Пьедесталының өҫкө өлөшөнә «Отто Куусинен» тип яҙып ҡуйылған[3]. Фигураһы академик формала ҡәтғи үтәлгән, йөҙө менән Онега күленә ҡарап тора, шунлыҡтан ҡала халҡы был монументты «Рыбнадзор» тип атап йөрөтә[4].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Приказ Министерства культуры Республики Карелия № 38 от 18.02.2000
  2. 2,0 2,1 2,2 Волохова, 2015
  3. Памятник О. В. Куусинену. Республиканский центр по государственной охране объектов культурного наследия. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  4. Памятник Куусинену: и на камнях растут деревья. Дата обращения: 12 декабрь 2020.