Павловка ГЭС-ы
Павловка ГЭС-ы | |
Ил | |
---|---|
Йылға | |
Собственник |
«Башҡорт генерирлаусы компанияһы» АЯЙ |
Статус |
эшләүсе |
Төҙөлә башлағын йыл | |
Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары | |
Төп характеристикалар | |
Йыллыҡ электр энергияһы етештереү , млн кВт·с |
590 |
Электростанция төрө |
быуалы-йырҙалы |
Иҫәп баҫымы, м |
22 |
Электр ҡеүәте |
201,6 |
Ҡорамалдар характеристикаһы | |
Турбина тибы |
Боролошло-өйөрмә ҡалаҡлы |
Турбиналар һаны һәм маркаһы |
4хПЛ 577-ВБ-550[1] |
Турбина аша сығым, м³/сек |
4х221 |
Генераторҙар һаны һәм маркаһы |
4хСВН 1030/120-68 |
Генераторҙар ҡеүәте, МВт |
4х50 |
Төп ҡоролмалары | |
Плотина төрө |
бетон һыу түгеү ҡоролмаһы, мөшкәһе һул яҡ ярҙа, һыу менән йыуҙыртыу йырҙалы |
Плотина бейеклеге, м |
41,3; 20; 43 |
Шлюз |
бер камералы |
Картала | |
Павловка ГЭС-ы Викимилектә |
Павловка гидроэлектростанцияһы — Башҡортостандың Нуриман районы Павловка ауылында Ҡариҙел йылғаһында төҙөлгән ГЭС.
ГЭС төҙөлөшө 1950 йылда башланған, 1960 йылда тамамланған. ГЭС быуа бинаһы менән бергә эшләнгән йырҙалы ГЭС.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ГЭС-тың ҡоролмалар составы[2]:
- Бетонлы һыу түгеү быуаһы ГЭС бинаһына ҡушылып эшләнгән, максималь бейеклеге 41,3 м;
- Һул яҡ ярҙа урынлашҡан быуа (һыу төбө мәтеле, ҡыҙыл балсыҡлы һәм ҡырсынлы-һаҡыйлы), максималь бейеклеге 20м;
- Йырҙалы йыуҙыртыу быуаһы(ядроһы менән), максималь бейеклеге 43м;
- Бер камералы суднолар йөрөй торған шлюз - һыу ағыҙғыс;
- Ситкә ебәрә (сығара) торған канал.
ГЭС быуаһы аша автомобиль юлы үтә (йылға аша сығыу урыны бар).
ГЭС-тың ҡеүәте — 201,6 МВт, уртаса йыллыҡ энергия эшләп сығарыу — 590 млн кВт·с (киловатт-сәғәт) .
ГЭС бинаһы эсендә 50,4 МВт ҡеүәткә эйә 4 өйрәлмә ҡалаҡлы гидроагрегат тора. Ул 22 м баҫымдағы иҫәптә эшләй.Тубиналары ете ҡалаҡлы, эшләүсе тәгәрмәстәрҙең диаметры 5,5 м, уны Харьковтағы "Турбоатом" предприятиеһы етештергән. Генераторы Санкт-Петербургтағы "Электросила" заводында етештерелгән. Баҫым ҡоролмалары тулы һәм файҙалы күләме 1,41 и 0,9 км³ менән бергә, Павловка ГЭС-ы һыуһаҡлағысының 116 км² майҙанын барлыҡҡа килтерә.
Павловка ГЭС-ы «Башҡорт генерирлаусы компанияһы» ААЙ-на керә.
Ҡорамалдар яңыртылған. Өләшләтә, гидротрубина ҡалаҡтары алыштырылған, шулай уҡ трансформаторҙар яңыртылған йырҙа быуаһы реконструкция үткән, ситкә ебәрә торған каналдарҙың нығытмалары көсәйтелгән. Гидроагрегаттар эшләүсе тәгәрмәсенең камералары алмаштырылған. Гидроагрегаттарҙың заманса өс йәпле ҡуҙғатыу системаһы ҡуйылған. гидроагрегаттарҙың ҡеүәтен 50,4 МВт-ҡаса артырырлыҡ итеп реконструкция уҙғарылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Е.В.Невский Справочник - Гидроэлектростанции России, Москва 1998 год
- ↑ Павловская ГЭС к паводку готова 2016 йыл 4 март архивланған.