Пакри (ярымутрау)
| Пакри | |
|---|---|
Пакри ярымутрауы һәм Суур-Пакри утрауҙары һәм Вяйке-Пакри картала | |
| Характеристикалары | |
| Майҙаны | 40 км² |
| Урынлашыуы | |
| 59°22′ т. к. 24°03′ кс. о.HGЯO | |
| Акватория | Балтик диңгеҙе |
| Уезд | Харьюмаа |
| Муниципалитет | Ляэне-Харью |
Па́кри, элек Ле́этсе[1] (эст. Pakri poolsaar, Leetse poolsaar) — Эстониялағы ярымутрау. Төньяҡ Эстон яр буйы уйһыулығының бер өлөшө булып тора[2]. Административ яҡтан Палдиски ҡалаһы территорияһына ҡарай[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярымутрау Харью яйлаһының диңгеҙгә сығып торған өлөшө. Эстонияның материк өлөшөнөң төньяҡ-көнбайышында Палдиски һәм Лахепере ҡултыҡтары араһында урынлашҡан[1][3].
Ярымутрауҙың оҙонлоғо — 12 км, киңлеге урыны менән 5 км ашыу, майҙаны яҡынса 40 км², иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 31 метрҙа. Ярымутрау башланған урында Балтика-Ладога һикәлтәһенең бер өлөшө булған, 25 метрға тиклем бейеклектәге Пакри клибы (швед. Pakerort, нем. Packerort) урынлашҡан. Уның төньяҡ түбәһенән Пакри шарлауығы ағып төшә[1][3]. Көнбайыштан иҫкән елдә ярлауҙы парапланерсылар осоштар өсөн файҙалана[4].
Пакри ярымутрауының көнбайыш яры буйында Палдиски ҡалаһы урынлашҡан. Пакри морононда әлеге ваҡытта маяҡ, сик буйы кордоны һәм ел паркы урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пакри ярымутрауы тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәр 1377 йылға ҡарай. Урта быуаттарҙа Лаокюла ауылынан алыҫ түгел порт булған. Пакри ҡултығы XVII быуатта швед флотының нығытмаһы була, шведтар ярымутрауҙың көнбайыш ярында ҙур булмаған ҡәлғә төҙөй (швед. Rogerwiek), уның тирәләй хәҙерге Палдиски формалаша. Төньяҡ һуғышҡа тиклем ярымутрауҙа башлыса яр буйы шведтары йәшәгән. Бында Леэтсе (нем. Leetz) һәм Палласте (нем. Pallas) мызалары һәм Керсалу (Kersala), Лаокюла (Laydes), Леэтсе, Охтра (Ohter) һәм Пакри ауылдары була.
1718 йылда Пётр I Пакри ярымутрауы менән Вяйке-Пакри утрауы араһында дамба төҙөй башлай. Төҙөлөш эштәре 1798 йылда туҡтатыла. Тик 2 метр бейеклектәге һәм 380 метр оҙонлоҡтағы өлөшөн төҙөргә өлгөрәләр, уны диңгеҙ тулҡындары йыуа. 1724 йылда Пакри морононда ҡуйылған маяҡтың аҫҡы ҡаты һаҡланған (1808 йылда уны 6 метр бейеклеккә тиклем төҙөйҙәр). 1889 йылда уның янында хәҙерге Пакри маяғы (52 метр) төҙөлә[1].
Базалар тураһында килешеү буйынса, 1940 йылда Ҡыҙыл Армия Пакри ярымутрауын ябыҡ зонаға әйләндерә, һәм бөтә халҡы эвакуациялана (уларҙың күбеһе немец оккупацияһы ваҡытында кире ҡайта). Ярымутрауҙа 1965—1968 йылдарҙа төҙөлгән ике совет ракета базаһы (уларҙың ике ядро реакторы 1994 йылда һүтелә, ташландыҡ хәрби объекттар шулай уҡ ярымутрауҙың башҡа урындарында ла бар) һәм ике һыу аҫты порты була; һуңғы совет ғәскәрҙәре Эстониянан 1994 йылда китә[1].
Рельефы һәм үҫемлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пакри моронондағы ҡалҡыулыҡтың өҫкө ҡатламдары — ордовик осоро эзбизташтары, аҫҡы ҡатламдары ордовик һәм кембрий осоро ҡомташтары һәм һәүерташлы балсыҡтан тора[3].
Ярымутрауҙан, Керсалу, Леэтсе һәм Ууга-Рятсепа райондарында Пакри шишмәләре ағып сыға. Улар тәбиғәт белеме өлкәһендә фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра (шишмә һаҙлыҡтары), гидрогеоэкологик әһәмиәткә эйә һәм туристик объекттар булып тора. шишмәләре Пакри тәбиғәт паркы территорияһында урынлашҡан. Уларҙың хәле яҡшы тип баһалана[5].
Ярымутрау ҡомташында тулҡындар тәьҫире һөҙөмтәһендә мәмерйәләр барлыҡҡа килгән, уларҙың ҡайһы берҙәре ярайһы уҡ иркен һәм оҙон (56 метр). Густав Вильберг үҙенең «Харьюмаа» (1921) китабында яҙғанса, тулҡындар уларға тейгәндә, «бик алыҫ артиллерия алышының атыш тауышына оҡшаған тауыш» барлыҡҡа килә. Мәмерйәләр маяҡтан алыҫ түгел урынлашҡан[6].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пакри ярымутрауының көнсығышы
- Пакри клифы ғинуарҙа
- Пакри клифы мартта
- Лахепере ҡултығы һәм Пакри ярымутрауында ел тирмәндәре
- Пакри маягы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 7 Pakri poolsaar (эст.). Eesti Entsüklopeedia. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 8 октябрь 2021 года.
- ↑ Северо-эстонская прибрежная низменность. Estonica. Энциклопедия об Эстонии. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано из оригинала 1 май 2021 года.
- 1 2 3 Paldiski linn ja Pakri poolsaar (эст.). Eesti maaturism. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
- ↑ Paragliding Earth. paraglidingearth.com. Дата обращения: 19 сентябрь 2025.
- ↑ Ürglooduse objekt: Pakri poolsaare allikad (эст.). EELIS Infoleht. Keskkonnaagentuur. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
- ↑ Pakri poolsaare koopad (эст.). eestigiid.ee. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.