Папуа — Яңы Гвинея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Папуа — Яңы Гвинея бойондороҡһоҙ дәүләте
Independent State of Papua New Guinea, Independen Stet bilong Papua Niugini
Flag of Papua New Guinea.svg National Emblem of Papua New Guinea.svg
Флаг Герб
Гимн: «O Arise All You Sons»
Papua New Guinea (orthographic projection).svg
Дата независимости 16 сентября 1975 (от Австралия)
Официальный язык инглиз, ток-писин һәм хири-моту
Столица Порт-Морсби
Крупнейший город Порт-Морсби
Форма правления Конституцион монархия
Королева
Папуа-Яңы Гвинея
Генерал-губернаторы
Елизавета II
Майкл Огио
Питер О’Нил
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
54-я в мире
462 840 км²
2
Халыҡ
• Оценка (2011)
Плотность

6 187 591 чел. (104-е)
13 чел./км²
ВВП
  • Итого (2005)
  • На душу населения

14,363 млрд долл. (126-й)
2,418 долл.
ИЧР  0.541 (148-е место)
Валюта Кина
Интернет-домен .pg
Код ISO PG
Код МОК PNG
Телефонный код +675
Часовые пояса +10

Па́пуа — Яңы́ Гвине́я, тулы исеме Па́пуа — Яңы́ Гвине́я бойондороҡһоҙ дәүләте́ (ингл. Papua New Guinea [ˈpæpuːə njuː ˈɡɪni] (шулай уҡ ˈpɑːpuːə, ˈpæpjuːə), ток-писин Papua Niugini, хири-моту Papua Niu Gini) — Океаниялағы дәүләт. Тымыҡ океандың көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 462 840 км². Халыҡ һаны — яҡынса 6 млн кеше, башлыса папуастар һәм меланезиялылар. Ҡала халҡы һаны — 15,2 % (1991).

Рәсми телдәр — инглиз, ток-писин, хари-моту теләре. Халыҡтың күп өлөшө — христиандар, ҡалғандары урындағы йола буйынса барлыҡҡа килгән дин тоталар. Административ яҡтан дәүләт 20 провинцияға бүленә. Баш ҡалаһы — Порт-Морсби. Дәүләт башлығы — генерал-губернатор тәҡдим иткән королева. Милләттәр дуҫлығына керә.

Ҡанун сығарыу органы — Милли парламент.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Папуа» һүҙе малай телендәге «папува» һүҙенән килеп сыҡҡан, «бөҙрә сәсле» тигәнде аңлата (башҡа фараз буйынса «оранг папуа» — «бөҙрә ҡара сәсле кеше» тигәнде аңлата[1]). Был исемде Яңы Гвинеяға 1526 йылда португал Менезеш биргән.[2]. 1545 йылда утрауға Иньиго Ортис де Ретес килә һәм утрауға «Яңы Гвинея» тигән исем бирә, уның фекеренсә урындағы халыҡ Африканың Гвинея аборигендарына оҡшаған була.[2][1]).

Европалылар колонизацияһы башланғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем ил исемен бер нисә тапҡыр алыштыра. 1884—1906 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш өлөшө Британия Яңы Гвинеяһы тип атала.[3], 1906—1949 йылдарҙа — Папуа[2][3] (Австралия контролендә). Төньяҡ-нөнсығыш өлөшө Германия колонияһы була һәм 1884—1920 йылдарҙа Германия Яңы Гвинеяһы тип атала (1914 йылдан Австралия контроле)[2][4], 1920—1949 йылдарҙа, Милләттәр Лигаһы ҡарары менән Яңы Гвинея тип атала.[2][5]. 1949 йылда ике Австралия колониялары берлешеп Папуа һәм Яңы Гвинея тип атала[2][6].

1972 йылда провинция Папуа — Яңы Гвинея исемен ала[7]. 1975 йылда ирекле дәүләттең исеме Папуа — Яңы Гвинея тип атала.[2].

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Папуа — Яңы Гвинеяның үҫемлектәр һәм хауандар донъяһы бай һәм төрлө. Утрау яры буйлап киң (урыны менән 35 км-ға тиклем) [[мангр ҡыуаҡлыҡтары[[ үҫә. Бында үҫәмлектәрҙең 20 мең төрө үҫә. Был үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡлы урын, йылға үҙәне буйлап тик йөҙөп кенә үтергә мөмкин. Йылға буйлап ҡырағай шәкәр ҡамышы, һаҙлы урындарҙы саговник урманы ҡаплаған.

Йөҙҙәрсә төр ағас үҫкән ҡуйы дымлы тропик урман тау биттәрен ҡаплаған. Тик хәҙер бында плантациялар һәм үҫемлек баҡсалары барлыҡҡа килгән. Кокос пальмаһы, банан, шәкәр ҡамышы, папая ағастары, таро, ямс, батат, маниока бүлбе емештәре үҫтерелә. Баҡсалар урмандар менән сиратлашҡан. Ер 2−3 йылға бер ешкәртелә, һуңынан 10 — 12 йыл урман ҡаплап ала. Шулай итеп ерҙен үңдырышлылығы кире ҡайтарыла.

Хайуандар донъяһы һөйрәлеүселәр, бөжәктәр һәм ҡоштарға бай. Һөтимәрҙәр фаунаһында е күрше Австралиялағы кеүек муҡсалылар вәкилдәр — бандикут (муҡсалы бурһыҡ), валлаби (ағаста йәшәусе кенгуру), кускус һәм башҡалар . Урман һәм яр буйҙарында йыландар, шул иҫәптән ағыулылар, кәҫәрткеләр бик күп. Диңгеҙ һәм ҙур йылға ярҙарында крокодилдар, кәҫәрткеләр һәм ташбаҡалар тереклек итә. Ҡоштар вәкилдәре: казуартар, ожмах ҡоштары, батша күгәрсендәре, тутыйғоштар, тауыҡтар. Европалылар утрауға сусҡа, тауыҡтар һәм эттәр алып килә. Шулай уҡ ҡомаҡ, ҡыр сысҡаны, ҡырағайланған сусҡалар утрауҙа киң таралған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.)  (рус.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Вторжение, часть 1. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Бутинов, Н. А. Краткие исторические сведения // Народы Папуа Новой Гвинеи (От племенного строя к независимому государству) / Под ред. А. М. Решетова — СПб.: Петербургское востоковедение, 2000. — Б. 17-20. — 382 б. — ISBN 5-85803-146-3.
  3. 3,0 3,1 Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.)  (рус.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Колониальный раздел, часть 2. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.
  4. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.)  (рус.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Колониальный раздел, часть 3. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.
  5. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.)  (рус.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Под австралийским господством, часть 2. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.
  6. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.)  (рус.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Под австралийским господством, часть 5. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.
  7. History of Papua New Guinea  (инг.). History of Nations. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 15 февраль 2010 тикшерелгән.