Эстәлеккә күсергә

Паралимпия уйындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паралимпия уйындары эмблемаһы
Ғәрип-спортсыларҙың коляскаларында ярышы
2004 йылда Афиналағы паралимпия уйындарын асыу тантанаһы
Церемония открытия Паралимпийских игр 2014 года в Сочи

Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.

Яҙылышы Рус орфография һүҙлегендә «параолимпийский», «параолимпия» тип яҙылған. [2] шулай уҡ башҡа һүҙлектәрҙә лә шулай теркәлгән.


Иң тәүҙә «Параолимпия уйындары» рәсми рәүештә ҡулланылмаған. 1960 йылда уҙғарылған «Туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевиль уйындары» тип атала. 1984 йылда ғына Параолимпия уйындары тип атала башлай. Шулай ҙа 1964 йылға уйындар ваҡытында параолтмпия уйындары тип әйтеп кителә. 1980 йылғаса «Ғәриптәр өсөн олимпия уйындары» тип йөрөтөлә. 1984 йылдан Халыҡ -ара инвалидтар уйындары тип аталған. 1988 йылдан башлап ҡына тулыһынса «параолимпия уйындар» тигән исем тулыһынса рәсмиләштерелә.

Паралимпия спорты быуаттан ашыу тарихҡа бәйле. Спорттың кеше организымына ыңғай тәьҫире тураһында XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Шул ваҡыттарҙан бирле ғәриптәр спортын үҫтереүгә йүнәлеш алған ойшмалар тергеҙелә башлай. 1988 йылда Берлин ҡалаһынжа суҡраҡтар өсөн спорт клубы ойошторола.


Беренсе һәм икенсе донъя һуғышлары миллионлап кешене ғәрип яһай.

ХХ быуатта был спорт төрөн ғәриптәрҙе дауалау сараһы булараҡ ҡабул итәләр. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн ял итеү, буш ваҡыттарын уҙғарыу сараһы булараҡ та ҡабул ителә. Спорт менән шөғөлләнеүһәм ярышыу теләге әүҙемләшә.

1948 йылда Бөйөк Британияның Лондон ҡалаһында уҙғарылған Олимпия уйындары барышында олимпияға бағышланып Сток-Мандевиль уйындары (ингл. Stoke Mandeville Games) уҙғарыла. Был сарала инвалид арбаларында йөрөүсе спортсылар ҙа ҡатнаша. Был сараны Сток-Мандевиль дауаханаһы эшсеһе Гутман ойоштора. 1952 йылда Стоук уйындары тағы ла уҙғарылыуында британиялыларҙан башҡа Нидерландиянан да ғәрип спортсылар саҡырыла. Был инде халыҡ -ара спорт ярышына әүерелеүе тураһында һөйләй.

Уйындарның рәсми атамаһы — Халыҡ-ара инвалид арбаларҙа йөрөүсе спортсылар уйындары (World Wheelchair Games). Әлеге уйындар Паралимпия уйындарын прообразы ролен башҡара.

1989 йылда Халыҡ-ара Паралимпия комитеты (ингл. International Paralympic Committee (IPC)) төҙөлә.

Беренсе Паралимпия уйындары 1960 йылда Римдә уҙа. Ул сарала 23 илдән килгән 400 спортсы ҡатнаша. Сағыштырыу өсөн: Сидней 2000: 123 илдән 4 меңгә яҡын спортсы.

1976 йылда Швецияла беренсе ҡышҡы Паралимпия уйындары уҙғарыла.


Ярыштарның бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсыларҙың төрлөсә ғәриплектәренә бәйле ярыштар алты төп категорияға бүленгән:

  • ампутация кисергән спортсылар өсөн,
  • церебраль паралич ауырыулылар өсөн,
  • инвалид арбаларында йөрөүселәр өсөн,
  • күҙ ауырыуҙарына бәйле мөмкинселектәре сикләнгән спортсылар өсөн,
  • Les Autres — башҡа төр ауырыуҙар (кәрләләр, склероз, тыумыштан ғәрип һ.б.) спортсылар өсөн.

Спорт төрөнә ҡарап был категориялар өҫтәмә рәүештә тағы ла бер рисә төргә бүленә. Был бүленеү спортсыларҙың допинг ҡулланыуға сик ҡуйыу маҡсаты менән дә ҡулланылына.

йәйге спорт төрҙәре
ҡышҡы спорт төрҙәре


Паралимпия уйындары уҙғарылған урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ел Йәйге Паралимпия уйындары Ҡышҡы Паралимпия уйындары
ҺандарУрындарҺандарУрындар
1960I Йәйге Паралимпия уйындарыИталия Рим, Италия
1964II Йәйге Паралимпия уйындарыЯпония Токио, Япония
1968III Йәйге Паралимпия уйындарыИзраиль Тель-Авив, Израиль
1972IV Йәйге Паралимпия уйындарыГермания Гейдельберг, Германия
1976V Йәйге Паралимпия уйындарыКанада Toronto, КанадаI Ҡышҡы Паралимпия уйындарыШвеция Орнсколдсвик, Швеция
1980VI Йәйге Паралимпия уйындарыНидерланд Арнем, НидерландларII Ҡышҡы Паралимпия уйындарыНорвегия Гейло, Норвегия
1984VI Йәйге Паралимпия уйындарыБөйөк Британия Сток-Мандевиль, Бөек Британия
Америка Ҡушма Штаттары Нью-Йорк, АҠШ
III Ҡышҡы Паралимпия уйындарыАвстрия Инсбрук, Австрия
1988VIII Йәйге Паралимпия уйындарыКорея Республикаһы Сеул, Корея РеспубликаһыIV Ҡышҡы Паралимпия уйындарыАвстрия Инсбрук, Австрия
1992IX Йәйге Паралимпия уйындарыИспания Барселона, ИспанияV Ҡышҡы Паралимпия уйындарыФранция Альбервиле, Франция
1994VI Ҡышҡы Паралимпия уйындарыНорвегия Лиллехаммер, Норвегия
1996X Йәйге Паралимпия уйындарыАмерика Ҡушма Штаттары Атланта, АҠШ
1998VII Ҡышҡы Паралимпия уйындарыЯпония Нагано, Япония
2000XI Йәйге Паралимпия уйындарыАвстралия Сидней, Австралия
2002VIII Ҡышҡы Паралимпия уйындарыАмерика Ҡушма Штаттары Солт-Лейк-Сити, АҠШ
2004XII Йәйге Паралимпия уйындарыГреция Афина, Греция
2006IX Ҡышҡы Паралимпия уйындарыИталия Турин, Италия
2008XIII Йәйге Паралимпия уйындарыҠытай Пекин, Ҡытай
2010X Ҡышҡы Паралимпия уйындарыКанада Ванкувер, Канада
2012XIV Йәйге Паралимпия уйындарыБөйөк Британия Лондон, Бөйөк Британия
2014XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарыРәсәй Федерацияһы Сочи, Рәсәй
2016XV Йәйге Паралимпия уйындарыБразилия Рио-де-Жанейро, Бразилия
2018XII Ҡышҡы Паралимпия уйындарыКорея Республикаһы Пхёнчхан
2020XVI Йәйге Паралимпия уйындарыӘлегә билдәһеҙ
  1. Согласно правилам русской орфографии, название пишется через «о», однако официально зарегистрировано для соответствия международному термину название «паралимпийские игры», см.: Почему слово «Паралимпиада» пишут без «о»? Аргументы и факты (16 декабрь 2013). Дата обращения: 16 декабрь 2013.
  2. Русский орфографический словарь / отв. ред. В.В. Лопатин. — 2-е, испр. и доп.. М.: Институт русского языка им. В.В. Виноградова РАН, 2005. — 945 с. ISBN 5-88744-052-X.
  • Параспорт. ТВ — Спортивный портал о параспорте на русском языке
  • Paralymp.ru(недоступная ссылка) — Официальный сайт Паралимпийского комитета России
  • Параолимпийский или паралимпийский? — Об исчезновении буквы О в слове параолимпийский (Марина Королева, Российская газета).
  • РЕЦЕПТ — СПОРТ — Спортивно-информационный сайт о паралимпийском движении на русском языке

Ҡалып:Страны на Паралимпийских играх Ҡалып:Летние Паралимпийские игры Ҡалып:Зимние Паралимпийские игры