Параллакс
| Параллакс | |
| Үлсәме | |
|---|---|

Параллакс (юнан. παράλλαξις, παραλλαγή, «үҙгәреш, алмашыныу») — күҙәтеүсенең урынына ҡарап, объекттың алыҫ фонға ҡарата күренеү урынының үҙгәреүе.
L күҙәтеү нөктәләре араһындағы алыҫлыҡты (базис) һәм α күсеү мөйөшөн белеп, объектҡа тиклемге алыҫлыҡты билдәләргә мөмкин:
Бәләкәй мөйөштәр өсөн (α — радиандарҙа)

Параллакс геодезияла һәм астрономияла алыҫ объекттарға тиклемге арауыҡты үлсәү өсөн ҡулланыла (бигерәк тә парсек тип аталған махсус берәмектәрҙә). Ике күҙ менән күреү параллакс күренешенә нигеҙләнгән.
Дәүмәлдәрҙе үлсәү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Параллакс хатаһы бар.
Астрономия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүлек параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүлек параллаксы (геоүҙәк параллаксы) — Ер массаһы үҙәгенән (геоүҙәк йүнәлеше) һәм Ер өҫтөндәге билдәле бер нөктәнән (топоүҙәк йүнәлеше) бер үк яҡтыртҡысҡа йүнәлештәрҙең айырмаһы.
Был мөйөш яҡтыртҡыстың офоҡтан бейеклегенә бәйле; уның максималь ҡиммәте нуль бейеклектә (яҡтыртҡыс туранан-тура горизонтта күҙәтелгәндә) була. Был ҡиммәт горизонталь параллакс тип атала[1]. Параллакс базаһы Ер радиусына тиң (яҡынса 6400 км).
Ерҙең үҙ күсәре тирәләй әйләнеүе арҡаһында күҙәтеүсенең Ер үҙәгенә ҡарата торошо һәм, шуға ярашлы, параллакс мөйөшө циклик рәүештә үҙгәрә.
Айҙы күҙәткәндә уның йондоҙҙар фонында күренгән күсеше (иҫәпләнгән орбиталь хәрәкәт менән сағыштырғанда) 2°-ҡа етә (шуға ярашлы, параллакс 1°-ҡа тиң) һәм боронғо грек астрономдары быны белгәндәр, был уларға Mo- Айға тиклемге арауыҡты теүәл билдәләргә мөмкинлек биргән[2].
Планеталарҙың тәүлек параллаксы ярайһы уҡ бәләкәй (Марс өсөн бөйөк ҡаршыла торошо ваҡытында 24′′), әммә шуға ҡарамаҫтан, был радиолокация барлыҡҡа килгәнгә тиклем Ҡояш системаһында абсолют арауыҡтарҙы үлсәү өсөн берҙән-бер ысул була: бының өсөн иң ҡулайлы булып Венераның Ҡояш дискы буйлап үтеүе һәм Ергә яҡын килеүсе астероидтар тора (сағыштырма алыҫлыҡтар Кеплер закондары нигеҙендә еңел генә табылалар, шуға күрә бөтәһен дә билдәләү өсөн ниндәйҙер бер алыҫлыҡты абсолют үлсәү етә).
Йыллыҡ параллакс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыллыҡ параллакс — Ерҙең Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүе арҡаһында есемгә (мәҫәлән, йондоҙға) йүнәлештең үҙгәреүе. Параллакс ҙурлығы йондоҙҙан Ер орбитаһының ҙур ярым күсәре (күреү һыҙығына перпендикуляр) күренгән мөйөшкә тигеҙ.
Йыллыҡ параллакстар — йондоҙҙарға тиклемге алыҫлыҡ күрһәткестәре булып торалар. Йыллыҡ параллаксы 1 дуға секундына тигеҙ булған объектҡа тиклемге алыҫлыҡ парсек тип атала (1 парсек = 3,085678 ·1016 м). Беҙгә иң яҡын йондоҙ, Проксима Центавра, параллаксы 0,7687 ± 0,0003′′, йәғни уға тиклемге алыҫлыҡ 1,3009 ± 0,00015 пк.
Быуат параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуат параллаксы тип ғәҙәттә күк сфераһында объекттың үҙ хәрәкәттәре һәм галактикалағы Ҡояш системаһының хәрәкәте комбинациялары һөҙөмтәһендә күренгән торошоноң үҙгәреүе атала.
Фотографияла параллакс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Объект эҙләгес параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Объект эҙләгес параллаксы — оптик объект эҙләгестә күренгән һүрәт сиктәренең кадр тәҙрәһендә алынған һүрәт сиктәре менән тура килмәүе[3]. Параллакс алыҫ объекттарҙы төшөргәндә һиҙелмәй тиерлек, ҡыҫҡа һуңғы арауыҡтарҙа ярайһы уҡ һиҙелерлек[4]. Ул төшөрөү объективының оптик күсәрҙәре менән объект эҙләгес араһында арауыҡ (нигеҙ) булыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Параллакстың ҙурлығы түбәндәге формула буйынса билдәләнә:
бында — объективтың оптик күсәре менән объект эҙләгес араһындағы арауыҡ (нигеҙ), — фотоаппарат объективының фокус арауығы, — төҙәү яҫылығына тиклемге алыҫлыҡ (фотоға төшөрөлгән объект). Бер объективлы көҙгөлө фотоаппараттарҙың, көҙгөлө обтюраторлы кинокамераларҙың, шулай уҡ ялған көҙгөлө һәм көҙгөһөҙ цифрлы фотоаппараттарҙың үтәнән үтә объект эҙләгестәре параллакстан тулыһынса азат.
Тоҫҡау параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҫҡау параллаксы айырым осраҡ булып тора. Тоҫҡау параллаксы — был көпшә күсәре менән түбәһе сәптә булған сәплек күсәре араһындағы мөйөш. Сәп атыусыға ни тиклем яҡыныраҡ булһа, был мөйөш шул тиклем ҙурыраҡ була, тоҫҡауҙы көйләү ҙә шул тиклем күберәк талап ителә. Әгәр ҙә сәп 100 метр алыҫлыҡҡа атылһа, ә сәп 50 метр алыҫлыҡта булһа, пуля сәптән түбәнерәк осасаҡ. Сәп атыусынан 100 метр алыҫлыҡҡа яҡынлашҡан һайын, сәпкә эләгеү ҙә яҡыныраҡ буласаҡ. Әгәр ҙә сәп 100 метрҙан алыҫыраҡ булһа, пуля сәп өҫтөнән осоп үтәсәк. Был мәсьәләлә баллистика иҫәпкә алынмай.
Алыҫлыҡты үлсәгес параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлыҡты үлсәгес параллаксы — оптик алыҫлыҡты үлсәгес ярҙамында фокуслау ваҡытында объект күренгән мөйөш.
Стереоскопик параллакс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стереоскопик (бинокуляр, ике күҙле) параллакс — был ике күҙ менән ҡарағанда йәки стереоскопик фотоаппарат менән фотоға төшөргәндә объектҡа ҡарата алынған мөйөш.
Ваҡыт параллаксы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡыт параллаксы — тиҙ хәрәкәт итеүсе объекттарҙы пәрҙәле-тишекле фокаль затворлы фотоаппарат йәки юллы күсереүле видеокамера менән төшөргәндә барлыҡҡа килгә формаһының боҙолоуы. Экспозиция яҡтылыҡҡа һиҙгер элементтың бөтә майҙаны буйынса бер юлы түгел, ә тишек хәрәкәт иткән ыңғайына эҙмә-эҙлекле бара, шуға күрә тиҙ хәрәкәт итеүсе объекттарҙы төшөргәндә уларҙың формаһы боҙолорға мөмкин. Мәҫәлән, әгәр ҙә әйбер затвор тишеге менән бер йүнәлештә хәрәкәт итһә, уның һүрәте һуҙыла, ә ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт итһә, һүрәте тараясаҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Параллакс 2016 йыл 26 апрель архивланған. (Глоссарий astronet.ru)
- ↑ Еремеева А. И., Цицин Ф.А. История астрономии. — М.: Изд-во МГУ, 1989. — С. 89. — 349 с.
- ↑ Техника фотографии, 1973, с. 40
- ↑ Выбор фотоаппарата, 1962, с. 26
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бунимович Д. З. Выбор фотоаппарата / Е. А. Иофис. — М.: «Искусство», 1962. — 128 с.
- Иофис Е. А. Техника фотографии. — М.: «Искусство», 1973. — 349 с.
- Яштолд-Говорко В. А. Фотосъёмка и обработка. Съёмка, формулы, термины, рецепты. Изд. 4-е, сокр. — М.: «Искусство», 1977.
- Hirshfeld, Alan w. Parallax: The Race to Measure the Cosmos. — New York: W.H. Freeman (инг.)баш., 2001. — ISBN 978-0-7167-3711-7.
- Whipple, Fred L. Earth Moon and Planets. — Read Books, 2007. — ISBN 978-1-4067-6413-0.
- Zeilik, Michael A.; Gregory, Stephan A. Introductory Astronomy & Astrophysics. — 4th. — Saunders College Publishing (инг.)баш., 1998. — ISBN 978-0-03-006228-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алыҫлыҡтың азбукаһы — астрономик объекттарға тиклемге арауыҡты үлсәүгә күҙәтеү