Парамоново (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Парамоново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Әлмән

Ауыл биләмәһе

Парамоново ауыл биләмәһе

Координаталар

54°48′32″ с. ш. 63°32′30″ в. д.HGЯO

Бейеклеге

169 м

Халҡы

331[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар

Телефон коды

+7 35242

Почта индексы

641133

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 202 820 001

Код ОКТМО

37 602 420 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Парамоново (Рәсәй)
Парамоново
Парамоново

ПарамоновоРәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауылы. Парамонов ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Географик урынлашуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәге Әлмән ауылынан көньяҡҡа табан 14 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл 1892 һәм 1901 йылдар араһында барлыҡҡа килгән, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай һәм артабан Заманилово улусына ҡараған. 1916 йылда бында парҙа эшләүсе тирмән теркәлгән.

Граждандар һуғышы осоронда бында аҡтар һәм ҡыҙылдар араһында ҡаты алыштар булған. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Ялан кантоны составына керә. 1922 йылдың 7 мартында Башҡортостан АССР-ының Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарарына ярашлы Ялан кантонының үҙәге Тәңрекүлдән Парамоново ауылына күсерелгән.

1922 йылдың 14 июнендә Ялан кантоны бөтөрөлә, уның территорияһы Силәбе губернаһының Силәбе өйәҙе составына бирелә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы ҡарамағына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына күсерелә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһенә, 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына инә. 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына керә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
19262010[1]
429331
Милли составы

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда башлыса урыҫтар 62 % йәшәй[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]