Парамонов утар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Николай Парамонов йорто
267x400px
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 148
Архитектура стиле неоклассицизм
Проект авторы Леонид Фёдорович Эберг
Төҙөлгән ваҡыты 1914 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110006000объект № 6110006000

1914

Николай Парамонов йортоДондағы Ростов ҡалаһында китап нәшер итеүсе Николай Парамоновтың архитектор Леонид Эберг проекты буйынса 1914 йылда һалынған йорто. Хәҙерге ваҡытта йортта Көньяҡ федераль университетының Ю. А. Жданов исемендәге Зона фәнни китапханаһы урынлашҡан[1]. Йорт неоклассицизм стилендә төҙөлгән һәм Федераль әһәмиәтле архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә.[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танылған Ростов китап нәшриәт итеүсеһе һәм мәрхәмәтлек менән булышыусыһы Николай Парамонов йорто 1914 йылда һалынған. Йорт проектының авторы-архитектор Л. Ф. Эберг. Был йортта Парамонов ҡатыны Анна Игнатьевна һәм балалары менән йәшәгән[3].

1918 йылдың башында йорт хужаһынан тартып алынған[4], шунан һуң унда Ростов-Нахичеван ревкомы урынлашҡан. 1918 йылдың май айында большевиктар Ростовтан ҡыуылғас, йортта Иреклеләр армияһының штабы торған. Шул уҡ 1918 йылда йортта янғын булған. Йортто бары тик 1923 йылда яңынан тергеҙгәндәр[5].

Йортто аяҡҡа баҫтырғас, унда башта төҙөүселәр клубы, унан республика ҡан ебәреү институты, 1930-сы йылдарҙа унда өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында йорт яна, шулай ҙа уның стеналары һәм колоннадалары һаҡланып 1947 йылда йортто реконструкцияларға ҡарар итәләр. Был эш менән Л. Ф. Эберг етәкселек итә. 1952 йылда реконструкциялау тамамлана һәм уны китапханаһында Ростов дәүләт университетының китапханаһына тапшыралар.

XXI быуат башында Парамонов йорто капиталь ремонт талап итә, сөнки уның подвалы һыу үткәргәнлектән ныҡ еүешләнә һәм китаптар зарарлана башлай. 2005 йылда йорттоң фасадын ремонтлайҙар. 2013 йылдың көҙөндә бөтә бинаны ремонтлау планлаштырылған[6].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парамонов йорто неоклассицизм стилендә төҙөлгән. Уның сүкеп тимерҙән эшләнгән ҡоймалары бинаны Пушкин урамынан айырып торалар. Төньяҡ төп фасадының композицияһы симметриялы. Йорттоң үҙәгендә ионик ордерлы алты колонналы портик урынлашҡан. Ҡабырға фасадтары пилястрҙар менән биҙәлгән. Төп инеү урынына ике маршлы ике яҡлы дүрт метрлы баҫҡыстар ҡуйылған[7]. Цоколь ҡаты руст менән эшләнеп, киң кәрниз менән тамамлана. Көньяҡ фасадты колонналар ҡуйылған матур террасалар биҙәй. Улар ике рәт булып теҙелгән(капителдәре 1940-сы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан). Ҡунаҡ вестибюль үҙәк атриум залы яҡтыртылған быяла фонарҙар менән тоташҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Анастасия Быченкова В центре Ростова реконструируют научную библиотеку ЮФУ. donnews.ru (2012-10-04). 11 август 2013 тикшерелгән.
  2. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6110006000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  3. Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — Б. 29—32. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
  4. Мария Бондаренко Раритеты гниют в подвалах. Независимая газета (2005-03-21). 12 август 2013 тикшерелгән.
  5. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — Б. 159. — ISBN 5-8456-0489-3.
  6. Анастасия Быченкова В центре Ростова реконструируют научную библиотеку ЮФУ. donnews.ru (2012-10-04). 12 август 2013 тикшерелгән.
  7. Кукушин B. C. 6.2 Русский классицизм // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 б. — ISBN 5-88616-027-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]