Паращенко Владимир Михайлович
Паращенко Владимир Михайлович | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 октябрь 1936 (83 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Тверь өлкәһе, Великолукский округ[d], Невель[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Паращенко Владимир Михайлович (16 октябрь 1936 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1998 йылдарҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1994). Рәсәй Федерацияһы Транспорт академияһының мөхбир ағзаһы (1993).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Владимир Михайлович Паращенко1936 йылдың 16 октябрендә Невель ҡалаһында (хәҙерге Псков өлкәһе) тыуған.
1966 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
1951 йылдан 1956 йылға тиклем Советск ҡалаһында 18-се һанлы Мосэнерго дәүләт энергия станцияһында токарь уҡыусыһы, кочегар, ҡаҙан машинисы булып эшләй; 1960 йылдан Өфө нефть институтында лаборант; токарь, көйләүсе, мастер, начальник урынбаҫары, цех начальнигы, 1976 йылдан — ҡойоу производствоһы буйынса директор урынбаҫары, 1986—1998 йылдарҙа — генераль директор, 1998 йылда — иҡтисад мәсьәләләре буйынса консультант, 2005 йылдан — ОАО «УМПО» аҡһаҡалдар советы генераль кәңәшсе-рәйесе, 1990 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетында бер үк ваҡытта «Машиналар һәм ҡойоу технологияһы производствоһы» кафедраһы профессоры.
10-ға яҡын фәнни эштең һәм ике уйлап табыуҙың авторы. Паращенконың фәнни өлкәлә ҡыҙыҡһыныуҙары — ҡойоп етештереү технологияһын үҫтереү. Уның ҡатнашлығында предприятиела АЛ—31СТ турбиналы двигателдәр, ҡаргиҙәрҙәр, «Урал» мотоблоктары һ.б. эшләп сығарыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Ресрубликаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе
- СССР министрҙар Советы премияһы (1991)
- Н. Е. Жуковский исемендәге премия (1994)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975), «Почёт Билдәһе» ордены (1980), Дуҫлыҡ ордены (1995), миҙалдар.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Паращенко Владимир Михайлович. Башҡорт энциклопедияһы. БР ГАУН «башҡорт энциклопедияһы» (2013). 2017 йылдың 4 апрелендә тикшерелде.
- Паращенко Владимир Михайлович
- Энциклопедия Урала
- 16 октябрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Техник фәндәр кандидаттары
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булыусылар
- Башҡортостан шәхестәре