Парел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парел
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Мумбаи-Сити[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d]
Почта индексы 400012
Урындағы телефон коды 022
Карта
 Парел Викимилектә

ПарелҺинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бомбейҙың ете утрауы

Башта Парел айырым утрау була. Парел атамаһы бындағы шиваит ҡорамы Парали Ваиджанатх Махадеви исеменән килеп сыҡҡан[2].

Унда 1187 йылдың 26 ғинуарындағы яҙыу табылған (Паурнима Магха, Сака 1108), унда Махавали исемендәге ауылдағы (Курланан алыҫ түгел) баҡсанан килгән килемгә Вайдьянатхи ғибәҙәтханаһы өсөн батша Шилахара Апарадитя II бүләк яҙған[3].

Парел - Бомбейҙың ете утрауҙарының береһе, уны 1661 йылда португалдар Англияға бирә; башҡа утрауҙар менән XIX быуатта тоташтырыла. Парел халыҡтың Саньюкта Махараштра хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыуы менән билдәле.

1770 йылда Бомбей губернаторы Уильям Хорнби үҙенең резиденцияһын рәсми рәүештә Парелға күсерә. Был район ҡаланың иң абруйлы райондарының береһе була. 1867 йылда был районға күн һәм ҡаҡланған балыҡ сауҙагәрҙәре күсә. 1870 йылға Парел ерҙәрендә бер нисә мамыҡ тирмәненә нигеҙ һалына. Яйлап Парел бик бысрана. 1883 йылда Хөкүмәт йортонда губернаторҙың ҡатыны холеранан вафат була. Ике йыл үткәс, губернатор йорто Малабар моронона күсерелә. 1890-сы йылдарҙағы чума эпидемияһы ваҡытында иҫке Хөкүмәт йорто яңы барлыҡҡа килгән Хаффкин Институтына ҡуртымға бирелә[4].

1982 йылда был район Бөйөк Бомбей текстиль забастовкаһының үҙәгенә әүерелә[5].

Утрау территорияһында элегерәк бер нисә завод була, әммә улар һүтеп алына. Һөҙөмтәлә яңырыу процесында яңы офис биналары төҙөлә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. D'Cunha Jose Gerson. IV The Portuguese Period // The Origins of Bombay. — 3. — Bombay: Asian Educational Services, 1900. — P. 265. — ISBN 81-206-0815-1.
  2. Parel and Sewri (ингл.). Дата обращения: 22 ғинуар 2015.
  3. Corpus Indicarum Inscriptions, Vol. 6, p. 161-162. https://archive.org/stream/corpusinscriptio014678mbp#page/n391/mode/2up
  4. Hanhart Joël. Waldemar Mordekhaï Haffkine (1860-1930). Biographie intellectuelle. — Paris: Éditions Honoré Champion, 2016.
  5. Death of an Industrial City: Testimonies of Life Around Bombay Textile Strike of 1982 Indian Labour Archives 2006 йыл 6 май архивланған.
  6. Kailash Babar. Mumbai’s Lower Parel: One of the most coveted piece of real estate in the country’s financial capital hard to sell, The Economic Times, The Times Group (9 May 2012). 10 декабрь 2016 тикшерелгән.