Парижға! (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парижға!
Нигеҙләү датаһы 1886
Атамаһы В Париж!
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 22 март (3 апрель) 1886
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

«Парижға!»Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1886 йылдың 22 мартында «Осколки» журналының 12-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Парижға!» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1886 йылдың 22 мартында «Осколки» журналының 12-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Хикәйәләге ҡатнашыусылар ҡотороу ауырыуынан француз бактериологы һәм химигы Луи Пастер методы менән дауалау тураһында белә. Хикәйәлә һөйләнгән ваҡиғалар барған саҡта Парижда Пастерҙың халыҡ -ара дауаханаһы асылған була.

Хикәйәлә шулай уҡ дөрөҫ яҙыу мәсьәләләре лә урын ала. ХIХ быуат аҙағында академик Я. К. Грот урыҫ телен унификациялау тураһында хеҙмәт баҫтырып сығара[1]. Грот ять, фиты, ижицы һәм і хәрефтәрен һаҡлап ҡала, тик уларҙың ҡулланылышын айырым ҡағиҙәләргә буйһондора. А. П. Чехов 1887 йылдың 18 ғинуарында ағаһына: «Минең ҡулымдан килһә, был йүләр хәрефтәрҙе мин бөтөнләй юҡҡа сығарыр инем. Был хәрефтәр мәктәптә уҡыусыларға , грамматика нескәлектәренә өйрәнеп ултырырға ваҡыттары булмаған эш кешеләренә ныҡ ҡамасаулай һәм беҙҙең грамматиканы бары тик биҙәү өсөн генә ҡулланыла», - тип яҙа.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай бер кистә полиция надзирателе Вонючкиндың тыуған көнөнән земство идаралығы сәркәтибе Грязнов менән өйәҙ училищеһы уҡытыусыһы Лампадкин ҡайтып килә. Икеһе лә иҫерек һәм икеһе лә әлпән-төлпән баҫып атлай.

Улар Грот грамматикаһы тураһында һүҙ алып бара. Лампадкин сифаттарҙың берлек һанындағы эйәлек килеш ялғауында -аго йәки -ого тип яҙырғамы, тип баш вата... Грязнов педагогтың һүҙҙәрен бөтөнләй тыңламай, ә ике эттең бер ҡара урам этен ике яҡтан абалап өрөүен ҡарап килә. Ул эттәрҙе ҡоторта, ҡараһынан үҙенең бармағын тешләтә. Юл ыңғайында эт Лампадкиндың да аяҡ балтырын тешләй.

Сәркәтип һәм уның өйөнөң бер бүлмәһендә фатирҙа йәшәүсе педагог, өйгә ҡайтҡас, был турала бөтөнләй онота. Шул көндө уларға өйәҙ табибы Каташкин килеп инә һәм уларҙың икеһенең дә эттән таланғанын кешеләр күргәнлеген әйтә. Доктор уларҙың яраларын ҡарап, ләпис һөртөп китә. Иртәгеһен өйәҙ юлбашсыһы Позвоночников улар янына килеп хәлдәрен белешә һәм теге эттең ҡоторғанлыҡ ихтималын әйтә һәм уларҙың икеһенә лә Парижға барып дауаланырға кәңәш итә, уларға паспорт йүнәтергә һәм финанс менән ярҙам итергә вәғәҙә бирә.

Лампадкиндың бер ҡайҙа ла барғыһы килмәй, шулай ҙа төрлө ҡыҫтауҙарҙан-өгөтләүҙәрҙән һуң ул Грязнов менән, әйберҙәрен йыйып, поезда Парижға китә.

Уларҙы юлға оҙатҡандың дүртенсе көнөндә Грязновтың апаһы ҡулына сумаҙан тотҡан Лампадкиндың ҡайтып килгәнен күрә. Тегеһе уларҙың Курскиға барып еткәс, ресторандағы ашау ҡыйбатлыҡтан, икәүләшеп трактирға китеүен һәм унда земство идараһы сәркәтибенең иҫереп ныҡ тауышланыуын һөйләп бирә. Сәркәтипкә шунда уҡ протокол төҙөйҙәр, уларҙың аҡсаһы ла бөтә. Ҡалған аҡса бары тик Лампадкиндың юлына ғына етә. Грязнов Лампадкин аша өйҙәгеләрҙән ҡайтыр юлы өсөн аҡса һорай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. В Париж

{0}[13]{/0}} (1936) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

  • Dictionnaire Tchekhov, page 20, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • À Paris, traduit par Edouard Parayre, Les Éditeurs Français Réunis, 1958.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Русское правописание», СПб., 1885 «Сборник отделения русского языка и словесности императорской Академии наук», том XXXVI, № 1, СПб., 1885, стр. 1—144

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]