Бәхәс (фильм, 2008)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пари (фильм, 2008) битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бәхәс
Жанр драма һәм триллер[d]
Ил Flag of Russia.svg Рәсәй
Әҫәр яҙылған тел урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2008
Ролдәрҙә Виктор Вержбицкий[d]
Владимир Евгеньевич Жеребцов[d]
Марина Могилевская[d]
Сергей Чонишвили[d]
Олеся Железняк[d]
Лоза, Евгения Фёдоровна[d]
Повереннова, Дарья Владимировна[d]
Магдьяш, Валерий Александрович[d]
Трубинер, Павел Константинович[d]
Продолжительность 85 мин
Кассовые сборы 17 488 $[1]

Бәхәс (Пари) — Рәсәйҙең драматик триллеры. 2008 йылда режиссёр Наталья Петрова төшөргән. Фильм сюжеты Антон Павлович Чеховтың шул уҡ исемдәге хикәйәһенә нигеҙләнгән. Төп ролдәрҙе Виктор Вержбицкий һәм Владимир Жеребцов башҡара[2]. Рәсәйҙә фильмдың премьераһы 2008 йылдың 30 октябрендә үтә[3].

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло йәштәге олигарх Виктор Петрович һәм ябай менеджер Максим Солнцев осраҡлы ғына рәүештә бәхәс ҡора һәм үлем язаһы кешелеклеме әллә ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыумы икәнде асыҡларға тырыша. Ул үҙе үлем язаһы еңелерәк тигән фекерҙә, ә йәш менеджер төрмәләге тормош үлемдән яҡшыраҡ ти. Улар бәхәс тотоша. Әгәр менеджер уның йортонда, бер кем менән дә аралашмайса, бер ҡайҙа ла сыҡмайса, ун биш йыл буйына ултырып сыға алһа, банкир уға ун биш миллион доллар бирергә вәғәҙә бирә. Беҙҙең хәҙерге заманда йәмғиәттәге кешеләрҙең ярлыларға һәм байҙарға бүленгән сағында, финанстың, кешеләрҙең мейеһендә яңы боролош барлыҡҡа килгән, урта хәлле синыфҡа ҡараған интеллигенттар ҡатламы аҡсаһыҙлыҡтан юҡҡа сыҡҡан саҡта, кешеләрҙең йүләрләнеп аҡса ҡолона әйләнеп барған саҡта, кешенең кеше булып ҡалыуын һаҡлау режиссерҙың төп маҡсаты булып тора. Шунлыҡтан уның А. П. Чехов әҫәренә нигеҙләнеп, уны иркен рәүештә интерпретациялауы тамашасыларҙы тәрбиәләү сифатында бик кәрәкле эш булып тора, уның фильмында һүрәтләнгән менеджер Солнцев үҙ теләге менән ҡаты һаҡ аҫтында банкир өйөнөң флигелендә иркенән мәхрүм булып йәшәй башлай. Бикләүҙә торғанда ул китаптар уҡый, яҙыша, пианинола уйнай, һыра эсә, үҙен тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Яҙыусы Солнцевтың төрмәләге тормошоноң төрлө осорҙарын һүрәтләй. Былар — режиссер тарафынан уйланылған, хәҙерге заманса, кешеләрҙең аҡса өсөн йәнен бирергә лә әҙер, торған, бик артыҡ ғорурлыҡтан килеп сыҡҡанын фильмдә күрһәтелгән һүрәттәр. Режиссер үҙенең фильмы нигеҙенә А. П. Чеховтың «Бәхәс» хикәйәһен һалһа ла, фильмында ул хикәйәнән байтаҡ алыҫлашҡан.

Яҙыусы Солнцевтың төрмәләге тормошоноң төрлө осорҙарын һүрәтләй. А. П. Чехов хикәйәһендә бәхәс шартында әйтелгән ун биш йыл тулыр алдынан бер нисә сәғәт алда ғына банкир, әгәр бәхәстә ул отолһа, үҙенең банкрот буласағын аңлай. 15 йыл элек бик ваҡ ҡына күренгән сумма хәҙер уның өсөн бик тә ныҡ кәрәк һәм ул, үҙ теләге менән уның флигелендә тотҡонлоҡта ултырған юристҡа аҡса түләмәҫ өсөн, уны үлтерергә ҡарар итә. Флигель янынан ҡарауылсы китеп торған саҡта ул бүлмәгә инә лә йоҡлап ятҡан Солнцев янына килә, уның янында бер яҙыу ятҡанын күреп ҡала. Юристы үлтерер алдынан банкир был яҙыуҙы уҡый. Хатында Солнцев төрмәлә ултырған саҡта унда алған белемдәренең матди ҡиммәттәргә ҡарағанда байтаҡ өҫтөн торғанын аңлауы һәм шунлыҡтан төрмәнән сыҡҡас бәхәстә еңгән өсөн аласаҡ бүләктән баш тартыуы тураһында яҙған була. Был ҡулхаты банкирға бик ныҡ тәьҫир итә һәм ул илап ебәрә лә, йоҡлап ятҡан юристы үлтермәйсә, уның янынан шым ғына сығып китә. Иртәнсәк ҡарауылсылар банкирға юристың бәхәс ваҡытын тамамламай төрмәнән сығып китеүе тураһында хәбәр килтерә. Банкир үҙенә ҡарата нәфрәт менән ҡарай һәм юристың ҡулхатын янмай торған йәшниккә бикләп ҡуя.

Ваҡиғалар юрист төрмәнән сыҡҡанынан һуң бер йыл үткәс бара. Банкир тағын да шулай ҡунаҡта саҡта ярлы кеше, принциптан сығып, 3 миллиондан баш тарта аламы — юҡмы тип бер миллионер ҡарт менән бәхәсләшә. Йәтәсләшкәндән һуң, банкир үҙенең эш бүлмәһенә йүнәлә. Уға ниндәйҙер бер әфәнденең килеүе тураһында әйтәләр. Ҡабул итеү бүлмәһендә ул теге юристы күрә. Күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә Солнцев тубыҡланып уға ялбара: «Мин бик ныҡ хаталанғанмын! […] Китап — бары тик тормоштоң насар күләгәһе генә һәм ошо күләгә минең аҡсамды урланы! […] Мин һеҙҙән ике миллионды һорарға хаҡым юҡ, ләкин мин һеҙҙән үтенәм: зинһар өсөн миңә бер йәки ике йөҙ мең булһа ла аҡса бирегеҙ! Юғиһә мин үҙ-үҙемә ҡул һаласаҡмын!»- ти. Банкир уға был сумманы бирергә һүҙ бирә һәм саҡырылған ҡунаҡтары янына кире килә. Ул, хәлдән тайып, креслоға ултыра һәм миллионер ҡартҡа: «Һеҙ оттоғоҙ! Мин -хәйерсе!» — ти.

Яҙыусының хикәйәһенән айырмалы рәүештә Фильмдағы ике геройҙың икеһе лә бәхәс шартын үтәгән саҡта үҙҙәренең байтаҡ кешелек сифаттарын, үҙҙәренең иң яҡын кешеләрен юғалта. Режиссер фекеренсә, былай йәнеңде аҡсаға һатыу кешене кешелектән сығара, шунлыҡтан фильмды ҡараусыларҙы үҙҙәренең тормошҡа, аҡсаға ҡарашын дөрөҫ ҡорорға саҡыра.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Виктор Вержбицкий — Виктор Петрович
  • Владимир Жеребцов — Максим Солнцев
  • Анатолий Белый — Игорь
  • Марина Могилевская — Ольга
  • Сергей Чонишвили — Серый (тауышы — Александр Тютин)
  • Олеся Железняк — Катя
  • Евгения Лоза — Маша
  • Дарья Повереннова — Машаның әсәһе
  • Валерий Магдьяш — нотариус
  • Роман Вильдан — баҡсасы
  • Максим Афанасьев — конкурент
  • Ноэль Андерсон — конкурент
  • Павел Трубинер — конкурент
  • Валентин Николашин — коллега
  • Юрий Катаев — коллега
  • Виталий Альшанский — тикшереүсе
  • Алексей Паламарчук — оперативсы
  • Вадим Померанцев — табиб
  • Михаил Рукавишников — Машаның атаһы

Фекерҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильм кино тәнҡитселәре барыһы ла негатив фекерҙә ҡала[4][5][6][7]. Megacritic сайтында фильм 10 балдың 4,4 -ен йыя (5 рецензия нигеҙендә)[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]