Парк де Пренс
| Үҙенсәлекле исеме |
Parc des Princes |
|---|---|
| Төҙөлгән | |
| Асылған | |
| Архитектор | |
| Милексе |
Париж советы |
| Һыйҙырылышлығы |
47 930 |
| Өйҙәге команда | |
| Сайт | |
«Парк де Пренс» (франц. Parc des Princes — принцтар паркы) — Францияның баш ҡалаһы Париждағы футбол стадионы. Һыйҙырышлығы — 47 929 тамашасы. «Пари Сен-Жермен» клубының аренаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1897 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш 5 йыл дауам итә.
Арена тәүҙә велодром булараҡ төҙөлә, уның беренсе директоры — велосипедсы һәм «Тур де Франс»ҡа нигеҙ һалыусы Анри Дегранж. Бында 1903 йылдан алып 1967 йылға тиклем "Тур де Франс"тың финиш этаптары үтә[1]. 1972 йылда стадион реконструкциялана, һәм велодромды һүтәләр.
1998 йылға тиклем, 1998 йылғы донъя чемпионаты өсөн Париж ҡалаһы янындағы Сен-Дени ҡалаһында «Стад де Франс» стадионы төҙөлгәнгә тиклем, «Парк де Пренс» Франция йыйылма командаһының өй матчтары өсөн төп стадион була.
"Парк де Пренс"та 1960 һәм 1984 йылдарҙағы Европа чемпионатының финал уйындары, шулай уҡ 2016 йылғы Европа чемпионаты матчтары үтә. Клуб кимәлендә УЕФА чемпиондары лигаһының өс финалы (1956, 1975 һәм 1981) һәм Кубок еңеүселәре кубогының ике финалы (1978 һәм 1995) үткәрелә.
Футболдан тыш, стадионда даими рәүештә регби матчтары ойошторола, уларҙа Франция йыйылма командаһы ла ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Alberto Navarro. The lowdown on the Parc des Princes (ингл.). realmadrid.com. Real Madrid CF (21 октябрь 2015). Дата обращения: 5 август 2025. Архивировано 29 июнь 2020 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
- Профиль стадиона Парк де Пренс на allstadium.org
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.