Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө

Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфө ҡалаһындағы мәҙәниәт һәм ял паркы.

Парк тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуатта Өфө сиктәре Богородская урамы буйлап (хәҙерге Революция) үткән. Артабан Һалдат күленә тиклемге арауыҡ буш булған, күлдән һуң Төньяҡ слободаһы башланған, унда тимер юл оҫтаханалары эшселәре, йылғасылар һәм хәлле сауҙагәр йәшәгән. Һалдат күленән көньяҡтараҡ Иоанн Предтеча сиркәүе торған, уларҙың артында Иоанн Предтеча, ябайса әйткәндә, Иванов зыяраты. Зыяратҡа нигеҙ 1824 йылда һалынған һәм ул ХХ быуат башында парк территорияһының яртыһын тиерлек биләгән булған һәм 1898 йылда Өфө Ҡала Думаһы тарафынан ябыла (шулай ҙа 1906 йылға тиклем унда ерләү дауам иткән). Парк төҙөү буйынса беренсе уй 1903 йылдың яҙында өфө полимейстеры Генрих Генрихович Бухартовский башына килә. Ул халыҡ айыҡлығы өйәҙ попечителлек комитетына халыҡ байрамдарын үткәреү өсөн Иоанн Предтеча зыярат сиркәүе һәм Һалдат күле араһында сквер булдырыу тураһында мөрәжәғәт итә. Өйәҙ комитеты сквер өсөн ер бүлеү тураһында ғаризаһын Ҡала Думаһына тапшыра.

1903 йылдың 11 ноябрендәге ултырыш һөҙөмтәһендә «Халыҡ айыҡлығы тураһында Попечителлеккә Иоанн Предтеча сиркәүе артында сквер булдырыу өсөн урын бүлеү» мәсьәләһе буйынса Өфө ҡала Думаһы сквер өсөн ҡаҙылып бөткән ағасһыҙ бушлыҡта Үҙәк (хәҙер Ленин урамы) һәм Александров (хәҙер — Карл Маркс) урамдары араһында урын бирә һәм ошо маҡсаттарға бер мең аҡса тәғәйенләй.

1904 йылдың 22 мартында башҡарма комиссия паркты булдырыу өсөн территория ала: Үҙәк урамдан — 50 сажин, Александров буйлап — 90 сажин, күл яғынан — 185 сажин һәм дүртенсе яҡтан — Иванов сиркәүе баҡсаһы бөтә оҙонлоғонда. Һалдат күле башта парк территорияһына индерелмәгән була.

1904 йылдың июль айында парк тирәләй ҡойма ҡуйыла, аллеялар булдырыла, парниктар һәм оранжереялар урынлаштырыла, скамейкалар ҡуйыла. Парктың үҙәгендә үҙенең исемен белдерергә теләмәгән шәхси эшҡыуар эсә торған һыу өсөн «абиссин коҙоғо» ҡуя. Августа паркты эсә торған һыу менән ҡала водопроводынан тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 16 сентябрҙә ағастар ултыртыу сәбәпле молебствие үткәрелә, ағастарҙы Пензанан баҡсасылыҡ училищеһынан яҙҙыртып алғандар, уларҙы үҙәк һәм сит аллеяларҙа ултырталар. Һәр ағасҡа ултыртҡан ваҡыты һәм ултыртҡан кешенең фамилияһы яҙыла. Кесе аллеялар буйына ҡайын менән юкә ағастары ултырталар, уларҙы Өфөгә яҡын ятҡан ауылдарҙан крәҫтиәндәрҙән һатып алғандар.

1907 парк эргәһендә Үҙәк урамы яғынан янғын ҡалансаһы менән ике ҡатлы йорт төҙөлә, ул әле лә бар. Өфө ирекле-янғын йәмғиәтенән тынлы оркестр туплана һәм ул көҙ үк паркта уйнай башлай.

1918 йылда быға тиклем Айыҡлыҡ йәмғиәте баҡсаһы тип исемләнгән баҡса 1905 йылғы революционер һәм Өфө ҡала советының беренсе рәйесе Иван Степанович Якутов хөрмәтенә хәҙерге исемен ала. 1918 йылдың апрель-май айҙарында бында аҡгвардиясылар атаманы Дутовҡа һуғышып, һәләк булған эшсе-тимер юлсылар һәм ҡыҙылгвардиясылар ерләнә.

Совет власы урынлаштырылғандан һуң Иоанн Предтеча зыяратын яйлап бөтөрә башлайҙар, илленсе йылдарҙа уны бөтөнләй ер менән тигеҙләйҙәр. Утыҙынсы йылдарҙа баҡса территорияһынан сиркәү алып ташлана. 1932 йылда Һалдат күле таҙартыла һәм унда өфөлөләр өсөн кәмәләрҙә йөрөү ойошторола.

1936 йылдың 13 майында Өфө Ҡала советы президиумының ултырышы уҙғарыла, ултырышта балалар паркын булдырыу буйынса ҡарар сығарыла, был паркка И. Якутов исемендәге баҡса, стадион, күл һәм зыяраттың бөтә территорияһы инергә тейеш була. 1939 йылда Өфө Архитектура-планлаштырыу оҫтаханаһы «Өфө ҡалаһындағы И. Якутов исемендәге Балалар паркының генераль проекты»н тамамлай. Балалар түңәрәктәре үткәреү өсөн Пионерҙар йорто төҙөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында паркка ҡараған территорияла госпиталь урынлашҡан була.

1952 йылда Тамара Нечаева ижад иткән Якутовҡа бюст асыла, бюст бер нисә мәртәбә үҙенең урынын алмаштыра: баштараҡ парк киңәйеү сәбәпле уның үҙәгендә тора, һуңынан уны Ленин урамы яғынан ингән яҡҡа шылдыралар, ә хәҙер аллеяларҙың береһендә урынлашҡан.

1953 йылдың 10 майында балалар тимер юлы асыла (хәҙерге ваҡытта ла эшләй).

1967 йылда 1918 йылда бында ерләнгән Совет власының еңеүе өсөн башын һалған көрәшселәр иҫтәлегенә бағышланған мемориаль комплекс асыла.

1978 йылда ябыҡ теннис корты төҙөлә, уның базаһында спорт бала-үҫмерҙәр олимпия резервындағы теннис буйынса мәктәп эшләй башлай, теннис корто электән бында булған футбол яланының майҙанын кәметә.

1985—1988 йылдарҙа парк реконструкциялауға дусар була, уйын автоматтары павильондары барлыҡҡа килә.

1989 йылда мәҙәниәт ҡомартҡыһы-парктары исемлегенә индерелә.

1998 йылдың 1 сентябрендә ГАИ балалар ҡаласығы асыла.

2003—2004 йылдарҙа паркта реконструкцияның яңы тулҡыны үтә, яңы аттракциондар урынлаштырыла, күл буйында ресторан төҙөлә (икенсе ресторан паркта). Үткәрелгән реконструкциялауҙарҙан һуң балалар өсөн тәғәйенләнгән һәм төҙөлгән парк үҙ исемен дә үҙгәртә.

Парктың иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һалдат күле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк Якутова эсендәге күл.jpg

Парктың төньяҡ өлөшөндә уны биҙәп торған Һалдат күле урынлашҡан. Күлдең күп тапҡыр һайыҡҡан, хатта кипкән, ҡыуаҡ-үләндәр менән баҫылған саҡтары ла булған. Хәҙерге көндә ул мул, таҙа һыулы, ҡараулы, ылымыҡтаhҙан һәм сүп-сарҙан даими таҙартылып тора. Уның ярында кәмә станцияһы эшләп килә (кәмәләр һәм катамарандар), фонтан бар, ресторан төҙөлгән. Балалар өсөн яңы күңел асыу сараһы — һыу шары барлыҡҡа килде. Күл буйында өйрәктәр, аҡсарлаҡтар көн күрә. Шулай уҡ яҡын ғына госпиталь урынлашҡан.

Балалар тимер юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балалар тимер юлын Өфө тимер юл етәкселеге 1952 йылда Өфөлә төҙөргә ҡарар итә. 1952 йылдың 28 ноябрендә СССР-ҙың МПС капиталь төҙөлөш идаралығы үҙенең 782 -е һанлы Ҡарарына ярашлы И. С. Якутов исемендәге балалар ҡала паркында тимер юлы төҙөлә башлай.

Шул уҡ йылда 2 километрлыҡ тимер юлының төҙөлөшө башлана, уның формаһы 750 мм колеялы «восьмерка» рәүешендә була.

Беренсе мәртәбә «Башҡортостан пионеры» поезы «Пионер» ағас станцияһы перронынан 1953 йылдың 10 майында ебәрелә. Ваҡыт үтеү менән поездар һәм вагондар алышынып тора. 1985—1986 йылдарҙа тимер юлдары реконструкциялана, улар түңәрәккә әйләнә.

Хәҙер тимер юл тар колеялы рельстар периметр буйлап паркты урата. Был тимер юлында йәш тимер юлсылары эшләй. Тимер юлдарының оҙонлоғо 1,8 км тәшкил итә, ТУ10-010, ТУ7А-3357 тепловоздары эшләй (элегерәк ТУ2-104 тепловозы эшләгән, хәҙер ул һәйкәл итеп ҡуйылған). Релстарҙан Камбар машина төҙөүсе заводының 3 пассажир вагоны. «Пионер» станцияһы 1996—1997 йылдарҙа «Юность» исемен ала. Икенсе станцияһы «Приозёрная» тип исемләнә.

«Башҡортостан пионеры» поезы май айынан алып сентябрь айына тиклем дауам итә һәм көнөнә 14 рейсбашҡара,йылына 20 меңгә тиклем пассажирҙарҙы ташый.

«Күңелле Роджер» («Весёлый Роджер»)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Күңелле Роджер» — парктағы күңел асыу павильоны. Павильонда һыра рестораны, 4 боулинг юлдары, 5 американ бильярды өҫтәле, 1 урыҫ бильярд өҫтәле бар.

Парктың бөгөнгө торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«И. Якутов исемендәге парк» 2004 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы ун парк исемлегенә инә, Бөтә Рәсәй смотр-конкурс Дипломы менән бүләкләнә һәм «Хрустальное колесо» призына лайыҡ була[1].

Парк территорияһында халыҡ байрамдары даими үткәрелеп тора: Еңеү ҡөнө[2], Балаларҙы яҡлау көнө[3].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]