Парфия батшалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парфия батшалығы
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 247
Кем хөрмәтенә аталған Парфия
Рәсми резиденция Ктесифон[d], Экбатана[d], Ниса (ҡала), Asaak[d], Рей[d], Суза һәм Гекатомпил[d]
Нигеҙләүсе Аршак I[d]
Рәсми тел парфянский язык[d], койне[d], Арамей телдәре, Урта фарсы теле һәм Старовавилонский[d]
Культура Большой Иран[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Парфия батшалығы
Административ үҙәк Ниса (ҡала), Ктесифон[d], Селевкия[d] һәм Гекатомпил[d]
Идара итеү формаһы феодальная монархия[d]
Дәүләт башлығы вазифаһы Шаһиншаһ
Валюта Parthian coins[d]
Сиктәш Рим империяһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Сәсәниҙәр дәүләте
Алмаштырылған Месопотамия[d]
Алыштырған Селевкиҙар дәүләте
Ҡулланылған тел парфянский язык[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 224
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Зороастризм һәм митраизм[d]
Карта
 Парфия батшалығы Викимилектә

Парфия батшалығы (пехл. Aryānšaθr / Aryānšahr (шулай уҡ Парфия державаһы йәки Парфия империяһы; ориг. Parθava — Pahlav/Pahlavanigh)[1] — боронғо дәүләт, уның биләмәләре Каспий диңгеҙенән көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан хәҙерге Төркмәнстан, Иран, Ираҡ, Афғанстан һәм Пакистан территорияларында урынлашҡан була. Беҙҙең эраға тиклем 250 йылдар тирәһендә Селевкиҙар дәүләтенә буйһонған Парфия сатрапияһында барлыҡҡа килә. Төп халҡы — парфяндар. Батшалыҡ сәскә атҡан осоронда (беҙҙең эраға тиклем I быуат уртаһы) Месопотамиянан Һиндостан сиктәренә тиклемге ғәйәт киң өлкәне үҙенә һәм үҙенең сәйәси йоғонтоһона буйһондора. 470 йыл тип әйтерлек был батшалыҡ була һәм беҙҙең эраға тиклем 220-се йылдарҙа дәүләт булараҡ йәшәүҙән туҡтай.

Боронғо Рим тарихсыһы Марк Юниан Юстиндың «Помпей Троганың „Филипп тарихы“ әҫәре эпитомаһы» әҫәрендә, Парфия батшалығына скифтар нигеҙ һалған, тип күрһәтелә.[2]

Ҡытайҙың Чжан Цянь йылъяҙмаларында Парфия Аньси тип атала[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фараздарҙың береһе буйынса, Аршакидтарҙың парфян династияһына Бактриянан Аршак I Парфянский нигеҙ һала. Уның етәкселегендә парналарҙың (дахтарҙың) күсмә ҡәбиләләре Селевкиҙар дәүләтенең провинцияһы булған һәм Ирандың төньяҡ-көнсығыш территорияһында урынлашҡан Парфияға баҫып инә (беҙҙең эраға тиклем 238 йыл). Оҙайлы һәм күп ҡан ҡойолған һуғыштарҙа парфяндар Ирандың бөтә территорияһын тип әйтерлек, Месопотамияны, ә көнсығышта — Грек-Бактрия өлкәләрен үҙенә буйһондора. Беҙҙең эраға тиклем I быуат башында Парфия батшаһы Митридат II хакимлыҡ иткәндә (беҙҙең эраға тиклем 123—88 йылдар) парфяндар Рим дәүләте менән тәүге бәйләнештәрҙе урынлаштыра; артабан Парфия Көнсығышта Римдең төп дошманына әйләнә. Был һуғышта йә береһе, йә икенсеһе еңеүгә өлгәшә: Красс менән Антонийҙың еңелеүенә (ярашлы рәүештә беҙҙең эраға тиклем 53 һәм 36 йылдар) римдәр императорҙар Траян, Луций Вера (Марк Аврелий менән бергә хакимлыҡ итеүсе, ул, номиналь командующий ғына булғанға күрә, һуғыш операцияларына командалыҡ итмәй) һәм Септимий Северҙың (беҙҙең эраға тиклем 115—117, 162—165 и 198—199 йылдар) хәрби походтары менән яуап бирә, был һуғыштар барышында улар Парфияның Тигр йылғаһында урынлашҡан баш ҡалаһы Ктесифонды өс таҡыр баҫып алыуға өлгәшә. Рим менән алып барылған йонсотҡос һуғыш һәм ил эсендә тотороҡлолоҡтоң булмауы парфяндар державаһының көсһөҙләнеүенә килтерә. Ошондай шарттарҙа Парс провинцияһында (хәҙер Фарс) үҙҙәрен фарсы Әһәмәниҙәренең вариҫтары тип иғлан иткән Сәсәниҙәр династияһы күтәрелә. Беҙҙең эраға тиклем 226 йылда һуңғы Аршакид — батша Артабан V Сәсәниҙәр нәҫеленән Ардашир (Артаксеркс) менән һуғышҡанда һәләк була.

Юстин үҙенең «Помпей Троганың „Филипп тарихы“ әҫәре эпитомаһы» тигән хеҙмәтенең XLI—XLII китаптарында[4]. Парфия, Грек-Бактрия һәм Әрмәнстан тарихын ентекле һүрәтләй.

Династияға нигеҙ һалыу һәм батшалыҡты булдырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм ҡабул ителгән концепцияларға ярашлы, Селевкиҙар дәүләтенең Парфия өлкәһендәге наместнигы Андрагор, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеп, гректарға оҡшатып Парфия тип аталған яңы батшалыҡ булдыра. Был дәүләт хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнсығышында һәм боронғо Иран сығанаҡтары буйынса Апартик булараҡ билдәле булған Төркмәнстандың көньяҡ өлөшөндә урынлаша. Андрагорҙың бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе дахтар ҡәбиләләренең уларҙың еренә баҫып ингән осорона тап килә. Баҫып инеүҙә төп ролде дахтарҙың юлбашсылары сыҡҡан парна ҡәбиләһе уйнай. Иран тарихында Парфия дәүерен беҙҙең эраға тиклемге 247 йылдан алып иҫәпләү ҡабул ителгән, йыш ҡына был дата башында Аршак торған Парфия батшалығына нигеҙ һалыу йылы тип хаталаналар. Беҙҙең эраға тиклем 247 йылда Аршакидтар династияһы тарафынан һуңынан барлыҡҡа килтерелгән Парфия батшалығы менән бутамау өсөн йыш ҡына Андрагор батшалығы тип аталған Парфия батшалығына дахтарҙың баҫып инеүе башлана. Дахтарҙың юлбашсыһы Аршак I ике йылдан һуң Андрагор ғәскәре менән һуғышҡанда һәләк була, һәм власть Парфияны яулап алыуҙы дауам иткән ҡустыһы Тиридат ҡулына күсә. Еңгәндән һуң, власты ҡулына алып, Тиридат үҙен Аршак II исеме аҫтында Парфия батшаһы тәхеткә ултыра. Күп кенә ғалимдар Тиридат ул — Аршаком I тип бара, һәм элек Аршак Беренсенке тип танылған күп кенә хеҙмәттәр Тиридат хеҙмәттәре булараҡ теркәлә.

Династияның һәм дәүләттең килеп сығышы тураһында башҡа версиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәндә дөйөм ҡабул ителгән версияларҙан тыш Аршакидтар династияһына һәм Парфия дәүләтенә нигеҙ һалыу тураһында дөйөм ҡабул ителгән, әммә фән тарафынан иҫбат ителмәгән факттары булған башҡа версиялар ҙа бар.

Беренсе версия буйынса, Селевкиҙар дәүләтендә низағ тыуғас, Бактрия хакимы Диодот һәм Парфия хакимы Андрагор бойондороҡһоҙлоҡ яулап алыуға өлгәшә. Диодот Бактрияла үҙ власын нығыта, ә бына Андрагор власын һаҡлай алмай. Парфияға төньяҡтан парналар һөжүм итә, шул һуғыш ваҡытында Андрагор һәләк була, илдәге власть парналарҙың хакимы Аршак (Арсак) ҡулына эләгә. Ваҡыт үтеү менән көнбайышта йәшәүселәрҙең күҙен ҡыҙҙырған Парфия батшалығы Көнсығышта Римдың тотороҡло дошманына әүерелә. Был версия бик популяр[5]

Икенсе версия буйынса, Андрагор, парналар һәм уларҙың яулап алған ерҙәре тураһында бер нимә лә әйтелмәй. Селевкиҙар дәүләте наместнигы (Аррианда — ул Ферекл, Синкелда — Агафокл) ағалы-ҡустылы икәүҙең (уларҙың исемдәре — Тиридат һәм Аршак) береһенең ерҙәренә баҫып инә. Шунан һуң йәшерен килешеү барлыҡҡа килә һәм баҫып ингән хаким һәләк була, ә парфяндар азатлыҡҡа эйә була. Аршак 2 йыл ғына хакимлыҡ итә, ә Тиридат — 37 йыл. : Өсөнсө версии буйынса, Парфияны барлыҡҡа килтереүҙә Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең (Александр Македонскийҙың) ролен иҫәпкә алырға кәрәк. «Парфяндарҙы буйһондороп, Искәндәр сығышы менән фарсы аҡһөйәктәренә ҡараған Андрагорҙы улар өҫтөнән хаким (praefectus) итеп ҡуя (ex nobilis Persarum); Парфияның һуңғы батшаларының тамырҙары Андрагорға барып тоташа» (Iust. XII, 4, 12).

Искәндәр үлгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 323 йыл) Иран тәүҙә Сүриә хужалары Селевкиҙар ҡулында була, әммә Бөйөк Искәндәр үлгәндән һуң бер нисә йыл үткәс, Атропат Мидияла үҙаллы дәүләтте тергеҙә, уны Атропатена тип атайҙар. Көнсығышта барлыҡҡа килгән дәүләттәр — Ирандың алыҫ төньяҡ-көнсығышындағы Грек-Бактрий дәүләте (беҙҙең эраға тиклем 256 йылдан) һәм Хорасанда Парфия батшалығы ярайһы уҡ нығынып ала.

Беҙҙең эраға тиклем 250 йыл тирәһендә парналар Аршак етәкселегендә Селевкиҙарҙың сатрапияһы булған Парфиенаға йәғни Парфияға баҫып инә һәм уның менән бергә күрше генә ятҡан Гиркания өлкәһен дә буйһондора. Тағы ла бер версия буйынса, Аршак үҙе Селевкиҙар менән һуғышта һәләк була, артабан парналар Аршактың ҡустыһы Тиридаттың ҡул аҫтында ҡала, ул үҙенә тәхет исеме итеп Аршак II исемен ала. Беҙҙең эраға тиклем 230—227 йылдарҙа Селевк II үҙ власын нығытырға тырышып ҡарай, әммә барып сыҡмағас, Парфияға Аршакидтарҙың хужа булыуын танырға мәжбүр була. Беҙҙең эраға тиклем 209 йылда Парфия Селевкиҙар дәүләте батшаһы Бөйөк Антиох Өсөнсөгә буйһондорола, ләкин тиҙҙән үҙаллылыҡ яулап алыуға өлгәшә.

Батшалыҡтың сәскә атыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфия батшаһы Митридат I беҙҙең эраға тиклем 170—138/137 йылдарҙа Селевкидтарҙан көнсығыш сатрапияларҙы — Персияны (хәҙер Иран), Месопотамияның ҙур ғына өлөшөн тартып ала һәм Грек-Бактрий дәүләтенең Һиндукушҡа тиклемге өлөшөн буйһондора. Ул беренселәрҙән булып батшалар батшаһы титулын ҡабул итә, бының менән ул үҙен Әһәмәнидтар вариҫы тип иғлан итә. Селевкидтар үҙҙәренең хакимлығын тергеҙә алмай — селевкид батшаһы Антиоха Етенсенең ғәскәре беҙҙең эраға тиклем 129 йылда тар-мар ителә. Шуға ҡарамаҫтан Парфия бик оҙаҡ ваҡыт күршеләре менән һуғыш алып бара. Беҙҙең эраға тиклем 123—88/87 йылдар тирәһендә Дрангиананы, Арейяны һәм Маргиананы, шулай уҡ төньяҡ Месопотамияны яулаған Митридате II тәхеткә килгәс кенә тотороҡлолоҡ урынлаша. Парфяндар һуңғы Селевкидтарҙың Сириялағы сәйәси көрәшенә әүҙем ҡушыла, Әрмәнстан парфяндарҙың сәйәси йоғонтоһо аҫтында була, унда беҙҙең эраға тиклем 95 йылда тәхеткә Тигран II ултыртыла. Аҙаҡ Тигран Парфияның бер өлөшөн буйһондора һәм үҙенә «Батшалар батшаһы» титулын ала.

Батша резиденцияһы Нисала урынлаша, уның харабалары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Әрмән тарихсыһы Мовсес Хоренаци Парфия ҡәбиләләрендә 68 батшаның булыуы тураһында яҙа:

Изге Китапта Авраамдың Әҙәмдән алып егерме беренсе патриарх булыуы күрһәтелә; парфяндарҙың нәҫеле унан башлана ла инде. Ибо говорится, что по смерти Сарра үлгәндән һуң Авраам ҡатынлыҡҡа Кетуруны ала, ә унан Емран һәм уның ҡустылары тыуа. Уларҙы Авраам, үҙе тере саҡта уҡ Исахаҡтан айырып, көнсығыштағы илгә ебәрә. Парфян ҡәбиләһе уларҙан килеп сыҡҡан да инде, ә Ҡурҡыу белмәҫ Аршак был нәҫелдең һуңғы ағзаһы. Ул Кушандар илендә 31 йыл батша булып тора, унан һуң батшалыҡ уның улы Арташесҡа ҡала. Егерме алты йылдан һуң улы Аршак атаһынан ҡалған тәхеткә ултыра. Ул Бөйөк Аршак булараҡ таныла һәм, Антиохты үлтереп, Әрмәнстан батшаһы итеп ҡустыһы Валаршакты ҡуя. Үҙе Бахлға юллана һәм 53 йыл буйы шунда хакимлыҡ итә. Бөйөк Аршактың вариҫтары Пахлавалар, ҡустыһы Валаршактың вариҫтары Аршакундар тип атала

Пахлавалар батшалары: Аршактан һуң батша булып Аршакан ҡала (20 йыл хакмилыҡ итә); артабан Аршанак (30 йыл); шунан Аршез — егерме йыл; артабан Аршавяр — ҡырҡ алты йыл. Аршавярҙың өс улы һәм бер ҡыҙы була: Арташес, Карен, Сурен; ҡыҙының исеме[6] Кошм.

Рим менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфия батшалығының тарҡалыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы сепаратизмдың өҫтөнлөк ала барыуы, династиялар араһындағы талаш-тартыш, аландарҙың баҫҡынсылыҡ ҡылыуҙары — Парфмяның тарҡала башлауының тәүге сәбәптәре. Шунлыҡтан римлеләр Парфияның көнбайыш өлкәләрен талауҙан тартынмай. Бигерәк тә Әрмәнстан менән Месопотамияны яулап алған һәм Парфияның баш ҡалаһы Ктесифонға баҫып ингән Траян парфяндарға һиҙелерлек ҙур зыян килтерә. 217—218 йылдарҙа Рим императоры Макрин парфяндарға ҡаршы уңышһыҙ поход менән сығыш яһай. Парфия ғәскәре римлеләргә ҡаршы ҡаты торһа ла, был хәл Парфия дәүләтенең тарҡалыу процесын туҡтатып алмай. Маргиана, Сакастан, Гиркания, Элимаида, Парс, Харакена, Хатра ҡалаһы бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә. Тышҡы дошмандар менән һуғыш һәм эске талаш-тартыш илде бөлгөнлөккә төшөрә. Бөйөк Кир һәм Дарийҙың тыуған ере Парста парфяндарҙың хакимлыҡ итеүенә сик ҡуйған хәрәкәт башлана. Папактың улы, Сасандың ейәне Арташир, Аршакидтарға ҡаршы ихтилал күтәреп, бөтә Парсты үҙенең ҡул аҫтында берләштерә. 227 йылдың 28 апрелендә Хормиздагане[7] эргәһендә барған һуғышта Ардашир Парфия батшаһы Артабанды еңә, шул һуғыш яланында уҡ шаханшах (батшалар батшаһы) титулын ҡабул итә.[8][9].

Парфияның ғәскәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфияның ғәскәре тәүге Аршакидтар осоронда уҡ Үҙәк Азияның Дахиҙар менән ҡәбилә союзына берләшкән күсмә ҡәбиләләре яугирҙарынан туплана.

Селевкидтарҙың пехотаһына ҡаршы һыбайлы уҡсылар һуғышыр була. Артабань катафрактариялар (арбаға егелгән аттар) барлыҡҡа килә. Катафрактарийҙарҙың аттары ла, яугирҙары ла тимер тәңкәле кейем менән көпләнгән була.

Парфяндарҙа ла пехота була, әммә ул ярҙамсы ролдә генә сығыш яһай. Буйһондоролған халыҡтар вәкилдәре, атап әйткәндә, Парфияға күсенеп килгән гректар, ғәҙәттә, пехотаға ҡуйыла.

Атаманың этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфия термины боронғо фарсы топонимы Aphartik — Апартиктың грек варианты булып тора. Дахтар телендә был топоним Pahlava'(nig) — Парфян/Парфян яғы кеүегерәк яңғырай, иҫке фарсы теленә лә ошо уҡ формала килеп инә.

Хакимдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфияла парфяндарҙың (парналарҙың) хакимдары. Баш ҡалаһы Ниса

  • 1. Сиявуш (Сияварша) (беҙҙең эраға тиклем 500 йылдар тирәһе).
  • 2. Улы.
  • 3. Ашкан, улы.
  • 4. Шапур, улы.
  • 5. Вологез (Балаш), улы.
  • 6. Ашкан, улы.
  • 7. Аршак (Ашк), улы (250—247 йылдар тирәһе, 248 йылдан — Иран шаһы).

Парфия (баш ҡалаһы Гекатомпил).

  • Амминан (331 й.)*
  • Фратаферн, Гиркания сатрабы (331—323 йй.).
  • билдәһеҙ (323—318 йй.).
  • Эвдам (318—312 йй.).
  • 312 йыл — Селевканы яулап алыу.
  • 312—248 йылдар — Иран Сирия батшалығы составында.
  • Андрагор (сатрап, 255—248 йылдарҙа)*
  • 248 йыл — парналарҙы (парфяндарҙы) баҫып алыу.[10]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аршакиды
  • Сасаниды

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Дана транскрипция с парфянского языка
  2. Марк Юниан Юстин. Книга II // Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа» = Epitoma Historiarum Philippicarum Pompei Trogi / Ред. М. Грабарь-Пассек. Переводчики: А. Деконский, Моисей Рижский. — СПб.: Из-во Санкт-Петербургского университета, 2005. — 496 с. — ISBN 5-288-03708-6.
  3. Лев Н. Гумилев. Хунну // История народа хунну / Составитель: Айдер И. Куркчи. — М.: ДИ-ДИК, 1997. — 944 с. — (Сочинения Л. Н. Гумилева). — 12 000 экз. — ISBN 5-87583-066-2.
  4. Юстин «Эпитома сочинения Помпея Трога „История Филиппа“»[1]
  5. Wolski J. L’empire des Arsacides (Acta Iranica. Textes et memoires. Vol. XVIII). Lovanii, 1993 (здесь же основная предшествующая литература). Г. А. Кошеленко. Третья версия происхождения Аршакидов? // Мнемон Исследования и публикации по истории античного мира. Под редакцией профессора Э. Д. Фролова. Выпуск 3. Санкт-Петербург, 2004. http://www.centant.pu.ru/centrum/publik/kafsbor/mnemon/2004/kosh.htm(недоступная ссылка)
  6. ИСТОРИЯ АРМЕНИИ
  7. Iranica. ARDAŠĪR I i. History
  8. Iranica. ARDAŠĪR I i. History
  9. Iranica. ARDAŠĪR I i. History
  10. Правители Мира. В. Эрлихман. 2009.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бокщанин А. Г. Парфия и Рим : Возникновение системы политического дуализма в Передней Азии. — М. : Издательство МГУ, 1960. — Т. 1. — 251 с.
  • Бокщанин А. Г. Парфия и Рим : Возникновение системы политического дуализма в Передней Азии. — М. : Издательство МГУ, 1966. — Т. 2 : Система политического дуализма в передней Азии. — 303 с.
  • Дибвойз Н. К. Политическая история Парфии / Пер. В. П. Никонорова. — СПб. : Филологический факультет СПбГУ, 2008. — 816 с. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-8465-0638-1.
  • Дьяконов М. М. Очерк истории древнего Ирана / Академия наук СССР ; Институт народов Азии. — М. : Издательство восточной литературы, 1961. — 444 с.
  • Дьяконов И. М., Лившиц В. А. Документы из Нисы. I век до нашей эры : Предварительные итоги работы. — М. : Издательство восточной литературы, 1960. — 120 с. — (XXV Международный конгресс востоковедов).
  • Массон М. Е. Народы и области южной части Туркменистана в составе парфянского государства // Труды Южно-Туркменистанской археологической комплексной экспедиции / Под ред. проф. М. Е. Массона ; Туркменский филиал Академии наук СССР. — Ашхабад, 1955. — Т. 5. — 261 с.
  • Кошеленко Г. А. Культура Парфии. — М. : Наука, 1966. — 220 с.
  • Кошеленко Г. А. Некоторые вопросы истории ранней Парфии // Вестник древней истории : журнал. — 1968. — № 1.
  • Wolski J., L’historicité d’Arsace I, «Historia», 1959, Bd 8, № 2;
  • Ghirshman R., Persian art. The Parthian and Sassanian dynasties…, N. Y., [1962]: _Schlumberger D., L’orient hellénisé, P., 1970.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]