Пастель де чокло
Пастель де чокло | |
Дәүләт |
Аргентина Боливия Эквадор Перу |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | маис[d], лук[d], говядина[d] һәм Йомортҡа |
Пастель де чокло Викимилектә |
Пастель де чокло (исп. Pastel de choclo) — Көньяҡ Америка аш-һыуы бәлеше
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашамлыҡтың килеп сығышының теүәл ваҡыты һәм урыны билдәле түгел. Яҡынса ул XVII быуатта Перуҙа килеп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта Перуҙан тыш Чилиҙа, Аргентинала һәм Боливияла киң таралған[1].
Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татлы кукурузды паста кеүек итеп ваҡлайбыҙ. Һөт һәм базилик ҡушып болғайбыҙ. Иретелгән аҡ май ҡушабыҙ. Был ҡатнашма менән кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ (яҡынса 15 минут). Әленән-әле ҡатнашманы болғатып торабыҙ[1].
Эслекте тауыҡ фаршынан әҙерләйҙәр, ул башлы һуған һәм тәмләткестәр менән (паприка, һарымһаҡ, борос һәм тмин менән) быҡтырыла. Фарш менән бергә ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа киҫәктәре, йөҙөм һәм зәйтүн емеше һалалар[2].
Артабан духовканы 400 °F (≈200 °C) тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Кәстрүлгә эслекте һалырға. Өҫтөнә кукуруз ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Тәме буйынса, өҫтөнә шәкәр йәки кокос юнысҡыларын һибергә мөмкин. Бешерергә ҡуйырға. 30 минут дауамында бешерәбеҙ. Аҙаҡ, өҫкө ҡатламы алтын-һары төҫкә ингәнсе тағы ла 5-7 минут ҡыҙҙырабыҙ[1].
Эслекте өсөн ҡайһы берҙә тауыҡ ҡулланыла. Туралған бәшмәк һәм шулай уҡ моцарелла сыры ла ҡушырға мөмкин[1]. Бешерелгән бәлеш эҫе килеш бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рецепт на arousingappetites.com (инг.)
- Рецепт на gastronom.ru 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
- Albala, Ken. Food Cultures of the World Encyclopedia. — ABC-CLIO, 2011. — 1434 с. — ISBN 0313376271.
- Knipple, Paul; Knipple, Angela. The World in a Skillet: A Food Lover's Tour of the New American South. — Univ of North Carolina Press, 2012. — С. 100—101. — 296 с. — ISBN 0807869961.
- Long, Lucy M. Ethnic American Cooking: Recipes for Living in a New World. — Rowman & Littlefield, 2016. — С. 51—52. — 248 с. — ISBN 1442267348.
- Marin, Roberto. Secrets of Chilean Cuisine. — Board and Bench Publishing, 2010. — С. 64—65. — 96 с. — ISBN 1935879677.