Перегонный (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перегонный
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Почта индексы 453201
Урындағы телефон коды 34794
Карта
 Перегонный Викимилектә

Перегонный — Ишембай[1][2] ҡалаһы биҫтәһе, уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда Ишембай (Иҫке Ишембай) ауылы янындағы тәүге нефть вышкаһынан йыраҡ түгел нефть ҡыуыу буйынса беренсе колонна төҙөлә, бында барлыҡҡа килгән ҡасаба (биҫтә) исеме шуға бәйле.

1936 йылда Ағиҙелдең һул яҡ ярында төҙөлгән Ишембай ҡыуыу заводы — Башҡортостандың беренсе нефть эшкәртеү предприятиеһы (бында тиҙ арала Ишембай-Өфө тимер юлы һуҙыла). Ҙур булмаған нефть эшкәртеү заводы һәм нефть промыслалары тирәләй эшселәр өсөн торлаҡ төҙөлә, ҡайһы бер барактар әле лә тора.

1959 йылда микрорайонда нефть эшкәртеүселәр өсөн яңы клуб асыла[3].

Перегонныйҙан алыҫ түгел «Өләсәй вышка» мемориаль комплексы бар. Ул Ағиҙелдең уң яғында 703-сө скважина урынында тора, ләкин был- Башҡортостанда тәүге нефть фонтаны урғылған легендар 702-се скважинаға (Ағиҙелдең һул яғындағы Иҫке Ишембай ауылы янында) һәйкәл .

Әлеге ваҡытта Перегонныйҙағы иҫке барактарҙан кешеләр уңайлы торлаҡҡа күсерелә, бында күпләп шәхси торлаҡ төҙөлә[4]. Ҡасабаны ҡала халҡының баҡсалары уратып алған, шуға күрә ул яҙҙан көҙгә тиклем йәшеллеккә күмелә. Ағиҙелдең текә ярынан йылғаның һул яғындағы Салауат ҡалаһы, нефть химияһы комбинаты күренеп тора.

Перегонныйҙағы 5-се урта мәктәп. Ишембай ҡалаһы

Ҡасабанан төньяҡтараҡ Бурансы ауылы урынлашҡан.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Автовокзал — Перегонный микрорайоны» ҡала маршрут автобустары йөрөй (№ 1).
Бынан тыш ҡасаба аша Ишембай- Нефтсе микрорайоны, Ишембай- Алаҡай-Кинйәкәй-Скворчиха маршруты үтә.

Өләсәй вышка.Ишембай

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перегонный биҫтәһе урамдары:
Еңеүгә 65 йыл
Авиация
Белинский
Володя Дубинин
Муса Гәрәев
Глинка
Юл урамы
Завод урамы
Жуковский
Куйбышев
Лобачевский
Островский
Павлик Морозов
Ағиҙел буйы
Пугачёв
Салауат Янсапов
Тельман
Теплица
Танкистар
Федосеев
Яҡуп Ҡолмой

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың 15 сентябрендә 5-се урта мәктәп алдында Перегонный ҡасабаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[5] яугирҙарға мемориал асылды.

Башҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Ишембай һәм Ишембай районы буйынса 4-се суд участкаһы[6]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перегонный биҫтәһе Ишембай картаһында

Первооткрыватель башкирской нефти А.А.Блохин

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
  2. Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014. Архивировано 19 август 2014 года.
  3. Кинотеатра.нет (ч. I), 2016
  4. Схема проекта планировки микрорайона Перегонного, г. Ишимбай. Дата обращения: 26 март 2011. Архивировано 16 декабрь 2010 года. 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
  5. Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : ч. VI-I // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 19 (9 май). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  6. shimbaisky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=info_court&id=19

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]