Перенижко Нина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нина Ивановна Перенижко
Файл:Перенижко Нина Ивановна.jpg
Тыуған көнө

4 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Староджерелиевская, Красноармейский районы, Краснодар крайы

Вафат булған көнө

9 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны

Староджерелиевская, Красноармейский районы, Краснодар крайы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

колхоздың звено етәксеһе

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 07.12.1973
Ленин ордены — 08.04.1971 Ленин ордены — 07.12.1973 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 25.02.1981

Перенижко Нина Ивановна (4 ғинуар 1935 йыл — 9 декабрь 1996 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Краснодар крайының Красноармейский районы «Советская Россия» колхозының звено етәксеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Ивановна Перенижко 1935 йылдың 4 ғинуарында Староджерелиевская станицаһында, хәҙерге Краснодар крайының Красноармейский районында тыуған.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, урындағы колхозда һыу һибеүсе булып эшкә урынлаша, аҙаҡ районда дөгө үҫтереүселәрҙең беренсе ҡатын-ҡыҙҙар механизацияланған звеноһы етәксеһе була. Етештереүҙең үҙҡиммәте түбән булғанда юғары уңыш алыуға өлгәшә. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса Ленин ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрендәге Указы менән, ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм рекордлы дөгө уңышы йыйып алғаны өсөн, Нина Ивановна Перенижкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1973 йылда Славянск ауыл хужалығы техникумын тамамлай һәм агроном булып эшләй башлай, һуңынан бүлексә менән идара итеүсе була. КПСС-тың XXIV съезына делегат итеп һайлана.

Тыуған станицаһы Староджерелиевскаяла йәшәй. 1996 йылдың 9 декабрендә вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нина Перенижконың вафатынан һуң «Староджерелиевское» ААЙ-һы Перенижко Н. И. исемен йөрөтә башлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (07.12.1973)
  • ике Ленин ордены (08.04.1971, 07.12.1973)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.02.1981)
  • башҡа миҙалдар.
  • Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани. Под ред. Л. Н. Заздравных. Краснодар, 2003

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]