Пермь башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пермь башҡорттары — Пермь өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттарҙың этник төркөмө. Төбәктең автохтон халыҡтарының береһе.

Был этник төркөм вәкилдәренең теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы ғәйнә һөйләшенә ҡарай[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антропология фәне мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғәйнә башҡорттарының физик тибы формалашыуында самодий ҡәбиләләре ҙур роль уйнаған. Тол йылғаһы буйы топонимикаһында Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышы топонимикаһы менән уртаҡ яҡтар (параллелдәр) бар. IV—V быуаттарҙа уғыр-самодий субстратына нигеҙ һалына, һуңынан был субстрат Кушнаренко һәм Сейәлек мәҙәниәттәре иҫәбенә көсәйтелә. Был процесс төбәктең гидронимдарында асыҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, «бу» («һыу») самодий һүҙе һәм Беүә йылғаһының исеме.

Ҡайһы бер ғалимдарҙың фараз итеүенсә, был яҡтарға төрки ҡәбиләләре IX быуат тирәһендә үтеп ингән. Уран һәм Танып исемле башҡорт ҡәбиләләре ғәйнәләрҙең күршеләре булғандар.

Алтын Урҙа хакимлығы осоронда бөтә Кама эргәһе биләмәләре Жуси улусы составында була. XV быуаттан алып Кама эргәһе ерҙәренең бер өлөшө, шул иҫәптән ғәйнәләрҙең Кама йылғаһы буйының уң яғында урынлашҡан биләмәләренең өлөшө Ҡазан ханлығының Ар даруғаһы составына индрелә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ырыуҙарының бер өлөшө Нуғай Урҙаһы составында була.

1557 йылда төньяҡ башҡорттары Айсыуаҡ бей етәкселегендәге төркөмдө, үҙ ирке менән рус дәүләтенә ҡушылыуҙы һорау өсөн, Ҡазанға оҙаталар. Башҡорттарға Батша хөкүмәте тарафынан аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаусы жалованный грамоталар тапшырыла, ләкин, шул уҡ ваҡытта, яһаҡ түләү бурысы ла йөкмәтелә[2].

1596 йылда ғәйнәләр урыҫ батшаһы — Федор Ивановичҡа элекке грамотаны тағы ла бер ҡат раҫлатыу өсөн мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. 1597 йылда Строгановтар батша хөкүмәтенән Урал яны ерҙәрен, шул иҫәптән Кама йылғаһы буйлап Ошап тамағына тиклемге башҡорт ерҙәрен үҙҙәренә алалар. Ошо ваҡиға арҡаһында Строгановтарҙың ғәйнәләр менән бәхәсенә нигеҙ һалына. Был бәхәстәр ғәйнә башҡорттарының XVII—XVIII быуаттарҙағы барлыҡ башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыуҙарына тиклем барып етә. 1616 йылда баш күтәреүсе башҡорттар Уҫы ҡалаһын баҫып инәләр, әммә Строгановтарға ҡала халҡы ярҙамға килә. 1662-1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында башҡорттар Көңгөр ҡалаһын һәм эргәләш урыҫ ауылдарын юҡ итәләр, әммә 1664 йылдың ғинуарында батша ғәскәрҙәре башҡорттарҙың ихтилалын һүндереүгә өлгәшәләр.

Башҡорттарҙың Уҫы һәм Пермь өйәҙҙәрендәге аҫаба ерҙәре ҙур территорияны биләгән була. Әммә һуңынан был ерҙәр Строгановтар, дәүләт, заводтар тарафынан баҫып алынып, һатылып, йә иһә ҡуртымға тапшырылып, күпкә кәмей. Ихтилалдар баҫылғандан һуң, батша хөкүмәте һәр яҡлап төбәктә колонизациялау сәйәсәтен дауам итә. Ә 1672 йылда Теребирҙе Алиев Алексей Михайлович батшанан жалованный грамоталарын һәм башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын раҫлауға ирешә.

1630—1631 йылдарҙағы күҙәтеү китаптарына ярашлы, Тол йылғаһы буйында Барҙы, Елпачиха (Үдик), Ҡыҙылъяр исемле башҡорт ауылдары булған, ә Көңгөр бургомистры Юхнев мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1725—1726 йылдарҙа Ғәйнә улусында 600 хужалыҡ иҫәпләнгән.

1681-1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы осоронда башҡорттар Көңгөр ҡалаһын ҡамайҙар. Уҫы даруғаһындағы башҡорттар ихтилалды баҫыуға йәлеп ителгән ҡалмыҡтарҙың агрессияһына дусар булалар. 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында башҡорттар Строгановтарҙың милке һаналған Крылов ауылын яндыралар. Уҫы даруғаһының баш күтәреүселәре менән Адзимас Абдалов һәм Араҡғол Чурюсин етәкселек итәләр. Улар ярҙам һорап Әйле башҡорттарына мөрәжәғәт итәләр, һәм улар менән бергә, бөтәһе 1300 кеше, Уҫы һәм Көңгөр янындағы урыҫ ауылдарын туҙҙыралар[3].

1755-1756 йылдарҙағы сираттағы башҡорт ихтилалында ғәйнәләрҙең хәрәкәте баштан уҡ Туҡтамыш Ишбулатов отряды тарафынан туҡтатыла. Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәрҙең етәкселәре ҡулға алына һәм власҡа тапшырыла.

Төньяҡ башҡорттары 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ла әүҙем ҡатнаша. Улар ярҙамында баш күтәреүселәр Асаны ҡамай һәм Шәрмәйет заводын туҙҙыра. Ихтилалда йәмғеһе 1 меңдән артыҡ ғәйнә башҡорттары ҡатнаша, уларҙың ҡайһы берҙәре (Батырҡай Иткинин, Ҡарабай Әшмәнов, Әбдей Абдуллов, Туҡтамыш Ишбулатов, Әҙиғот Темәсов һ. б.) Е. И. Пугачевтан полковник исемен алалар[4].

XVII быуат аҙағынан ғәйнәләрҙең биләмәһе бөтә Тарихи Башҡортостанды биләгән Өфө өйәҙе составына инә,1708 йылдан — Өфө провинцияһы, 1744 йылдан — Ырымбур губернаһы, ә 1781 йылдан Пермь губернаһы составында була.

1798 йылдың 10 (21) апрелендә хөкүмәт Башҡорт-мишәр ғәскәрен һәмидара итеүҙең кантон системаһын ойоштора[5]. Кама яны биләмәләрендә 1-се кантон (үҙәге — Елпачиха ауылы) булдырыла. Был кантон менән оҙайлы осор Әдүтовтар нәҫеле вәкилдәре етәкселек итә. 1855—1863 йылдарҙа был ерҙәр 12-се кантон, ә 1863—1865 йылдарҙа — 5-се башҡорт кантоны составына инә. 1874 йылдың апрель-июнендә Уҫы өйәҙе башҡорттары сыуалыш күтәргән.

1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк советы Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Автономия шул уҡ йылдың декабрендә Бөтә башҡорт ойоштороу съезында (ҡоролтайҙа) раҫлана. Ойоштороу ҡоролтайының ҡарарына ярашлы, «Ырымбур губернаһында, Өфө губернаһының көнсығышында, Пермь губернаһының Шадринск, Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәрендә һәм Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙендә — Башҡорт Хөкүмәте кантон идаралығын ойоштора. Өфө, Һамар һәм Пермь губерналарының көнбайыш өлөштәрендә большевиктар раҫлаған өйәҙ съездары 1918 йылдың ғинуарынан да ҡалмайынса саҡырылырға тейеш, уларҙа көнбайыш Башҡортостан мосолмандары «кантон идараһын ойоштороп, бының менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алырға тейеш». Уҫы өйәҙе Елпачиха (Үдик) ауылында Башҡорт советы ойошторола, ләкин большевиктар «Елпачихаға һөжүм итә, уны тар-мар итә һәм башҡорт советы ағзаларын үлтерә»[6].

Совет дәүерендә — XX быуаттың 20-се—30-сы йылдарында Урал өлкәһе сиктәрендә башҡорттарҙы рәсми рәүештә татарлаштырыу үткәрелә. Был «күсереү» этник яҡтан ҡатнаш халыҡҡа ҡына түгел, ә башҡорт ауылдарына ла ҡағылған[7].

Хужалыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ башҡорттарының хужалыҡ нигеҙен малсылыҡ тәшкил иткән, бынан тыш улар һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, игенселек һәм сауҙа менән шөғөлләнгәндәр.

Уларҙың биләмәләрендә тау мануфактуралары барлыҡҡа килеү менән, башҡорттар рудниктарҙа һәм заводтарҙа эшләй башлайҙар. 1773 йылда Ғәйнә волосында йәмғеһе 360 башҡорт рудопромышленнигы теркәлгән, улар араһында бигерәк тә Туҡтамыш Ишбулатов һәм Исмәғил Тасимов исемдәре киң билдәле. Исмәғил Тасимов — Санкт-Петербургтағы Тау училищеһын булдырыу инициаторы, ә Туҡтамыш Ижбулатов Уложенная комиссияның башҡортар араһынан сыҡҡан беренсе депутаты булараҡ билдәле. Югов ҡаҙна заводтары янында башҡорттар йәмғеһе 310 рудниктың 234 -ен биләгәндәр.

Демография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1739 йылда төньяҡ башҡорттары Тол бассейнының Беүә йылғаһы башындағы биш улуста йәшәгәндәр:

  • Ғәйнә улусы — 214 хужалыҡ;
  • Ирәкте улусы — 183 хужалыҡ;
  • Уран улусы — 572 хужалыҡ;
  • Ыуаныш улусы — 106 хужалыҡ;
  • Таҙлар улусы — 52 хужалыҡ;
Барлығы — ир-ат енесенән булған 4489 кешегә 1127 хужалыҡ.

П. И. Рычков хеҙмәттәре буйынса, 1740 йылда Ғәйнә улусында 562 хужалыҡ, Ирәктелә — 148, Уранда — 218, йәмғеһе өс улуста — 928 хужалыҡ иҫәпләнгән.

1745—1747 йылдарҙа Пермь крайы территорияһында ойошторолған ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың һаны 11 200 кешегә, ә инде 1795 йылғы V ревизия буйынса — 26 000 кешегә еткән. 1869 йылда Аса өйәҙендә 19 814, ә Пермь өйәҙендә — 2 169 башҡорт көн иткән.

Рәсәй империяһының 1897 йылғы дөйөм халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Пермь крайында башҡорттар һаны түбәндәгесә: Пермь өйәҙендә — 3 677 кеше, Көңгөр өйәҙендә — 312 кеше, Аса өйәҙендә — 24 407 кеше, Оханск өйәҙендә — 60 кеше, Соликама өйәҙендә — 348 кеше, Чердынь ҡалаһында — 2 кеше; барлығы 28 806 башҡорт йәшәй[8]. Шул уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Пермь губернияһында барлығы 85 395 башҡорт иҫәпләнә[9].

Йылдар буйынса төбәктәге башҡорттар һаны
1959[10] 1970[11] 1979[12] 1989[13] 2002[14] 2010[15][16]
39 577 47 812 48 752 52 326 40 740 32 730

1989 йылда башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө (24 952 кеше) Барҙы районында йәшәй. Асыҡлап әйткәндә, Аҡбаш, Аҡлыш, Елпачиха, 1-се Ҡыҙылъяр, Күҙемйәр, Солтанай, Танып, Тонтортүз, Төнгүк һ.б тораҡ пунктарында көн итәләр[17].

Артабан башҡорттарҙың йәшәгән урындары һан буйынса түбәндәгесә урынлаштырыла: Пермь — 11 200 кеше, Чернушка районы — 3 280 кеше, Көйәҙе районы — 1 954 кеше, Пермь районы — 1 430 кеше, Аса районы — 1 363 кеше. Шулай уҡ башҡорттар Пермь өлкәһенең башҡа бөтә административ райондарында ла йәшәйҙәр[8].

Мәҙәни һәм ижтимағи ойошмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе— «Пермь крайы башҡорттарының төбәк ҡоролтайы» ойошмаһы.
  • Пермь крайы башҡорттары һәм татарҙарының автономияһы милли-мәҙәни төбәк ойошмаһы[18].
  • Кама яны башҡорттарының теле һәм мәҙәниәте үҙәге (Чернушка ҡалаһы).
  • «Ғәйнә иле» («Страна Гайна») милли-мәҙәни үҙәге (Барҙы ауылы).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. История башкирских сёл Пермской и Свердловской областей. Уфа, 1999. Т8.
  • Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа: Китап, 2005.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009.
  • Башкиры. История, культура, этнография. Атлас. 2007.
  • Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — 264 с. ISBN 978-5-295-05131-9
  • Башкиры — гайнинцы Пермского края. История, этнография, антропология, этногеномика / Под общ. ред. Р. М. Юсупова. — Уфа: Гилем, 2008.
  • История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. М., 1974.
  • Кульбахтин Н. М. Из истории гайнинских башкир. Уфа, 1996.
  • Тулвинские татары и башкиры: этнографические очерки и тексты. Пермь, 2004.
  • Хотинец В. Ю. Этнопсихологический анализ особенностей развития гайнинских башкир. Барда, 1999.
  • Шумилов Е. Н. Гайнинские (Бардымские) башкиры Пермской области // Ватандаш, № 9, 2004.
  • Шумилов Е. Н. Татары и башкиры Западного Урала. Пермь, 2008.
  • Юсупов Р. М. Антропологическая характеристика современных башкир-гайнинцев // Урал-Алтай: через века в будущее. Уфа, 2008. Т. 2.

Видео[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

YouTube сайтында Видео

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Черных А. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Пермские башкиры.// Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 5. П—С. — Уфа, 2009. — 576 с.
  2. Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)(башк.
  3. Статья «Башкирские восстания» в Пермский край: энциклопедия
  4. Кульбахтин Н. М. Из истории гайнинских башкир. Уфа: Китап, 1996. — 64 с. С. 20-21.
  5. Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантерiи Барону Игельстрому, съ приложенiемъ примѣчанiя на описанiе Оренбургской линiи.10 (21) апрель 1798 года
  6. Раимов Р. М. К истории образования Башкирской Автономной Социалистической Советской Республики // Вопросы истории. 1948, № 4. — C. 23-42.
  7. Шумилов Е. Н. Башкиры и кунгуры Пермского края // Ватандаш. — 2008. — № 10. — ISSN 1683-3554.
  8. 8,0 8,1 Чагин Г. Н. Пермские башкиры: история и современная демографическая ситуация в Пермской области
  9. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 года. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям
  10. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по регионам России: Пермская область
  11. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по регионам России: Пермская область
  12. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по регионам России: Пермская область
  13. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам России: Пермская область
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  15. Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2020 йыл 30 апрель архивланған.
  16. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю: Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Пермскому краю 2012 йыл 14 апрель архивланған.: Население Пермского края по национальности и владению русским языком по данным Всероссийской переписи населения 2010 года(недоступная ссылка)
  17. Статья в Башкирской энциклопедии 2016 йыл 4 март архивланған. (баш.)
  18. Официальный сайт РНКА татар и башкир Пермского края(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]