Пермь дәүләт мәҙәниәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пермь дәүләт мәҙәниәт институты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1975[1]
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Пермь
Урынлашыу Пермь руханиҙар училищеһы[d]
Уҡыусылар һаны 1814[2]
Рәсми сайт psiac.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели ПГИИК[d]
Commons-logo.svg Пермь дәүләт мәҙәниәт институты Викимилектә

Пермь дәүләт мәҙәниәт институтыРәсәй Федерацияһы Пермь ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Пермь крайы территорияһында берҙән-бер музыкаль юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1975 йылдың 26 мартында Пермь мәҙәниәт институты булараҡ[3][4] Киров һәм Пермь өлкәләре, шулай Удмурт АССР-ы һәм Коми АССР-ы китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырыла.

Башта Пермь мәҙәниәт институтында берҙән-бер музыка һөнәре була — халыҡ ҡоралдары. Һуңынан фортепиано һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асыла.

1975 йылдан институт бер нисә тапҡыр исемен алмаштыра:

1991 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты (ПГИИКА) итеп үҙгәртелә.
2013 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә'
2015 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт институты итеп үҙгәртелә

2013 йылдан Пермь мәҙәниәт институтында «Консерватория» эксперименталь факультеты эшләп килә, унда мөмкин булған барлыҡ музыкаль һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асылған. Факультет деканы — Роман Феликсович Козлов.

Һөнәрҙәр исемлеге:

1) Махсус фортепиано кафедраһы (мөдире — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Л. И. Дробышева—Разумовская);

2) Ҡыллы һәм тынлы инструменттар кафедраһы (мөдире — Стратулат Олег Васильевич);

3) Яңғыҙ йырлау кафедраһы (мөдире — Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған артисы Людмила Хохлова);

4) Хор дирижелығы кафедраһы (мөдире — Иванова Татьяна Валентиновна).

5) Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы (мөдире.— Петрусева Надежда Андреевна).

6) Халыҡ уйын ҡоралдары һәм оркестр дирижерлығы кафедраһы (мөдире — Козлов Роман Феликсович).

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Культурология һәм социаль-мәҙәни технологиялар факультеты

Культурология факультеты 1975 йылда мәҙәниүағартыу эше факультеты булараҡ Институт ойошторолған саҡта уҡ асыла. 1990 йылда мәҙәни-ағартыу эше факультеты 2 факультетҡа бүленә: мәҙәниәт фәне һәм һәм художество-педагогик.

— Культурология кафедраһы
— Социаль-мәҙәни өлкәһе иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы
— Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы
— Театрлаштырылған тамашалар режиссураһы кафедраһы
— Информатика кабинеты

Әлеге ваҡытта факультетта идара итеү, туризм, ресторан, арт-менеджмент, ҡунаҡхана эштәре, киң коммуникациялар, режиссура өлкәһе өсөн белгестәр, фестивалдәр һәм байрамдар ойоштороусылары, буласаҡ менеджерҙар һәм продюсерҙарҙы әҙерләйҙәр.

Документаль-мәғлүмәт коммуникациялар факультеты

Факультет составныа ике кафедра инә:

— Документтар фәне, китапхана фәне һәм библиография кафедраһы
— Информатика һәм информацион технологиялар кафедраһы

Факультет юғары квалификациялы белгестәрҙе киләһе һөнәрҙәр буйынса әҙерләй:

— Китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге
— Социаль-мәҙәни өлкәлә ғәмәли информатика
— Документтар фәне һәм документация тәьминәте

Әлеге факультет 1976 йылда асыла.

Сәнғәт факультеты

Сәнғәт факультеты — иң йәш факультет, 1991 йылда ғына асыла. Уның асылыуы сәнғәт өлкәһендә юғары квалификациялы профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеү ихтыяжы менән бәйле.

— Ҡыллы һәм тынлы оркестр инструменттары кафедраһы
— Махсус фортепиано кафедраһы
— Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы
— Яңғыҙ йырлау кафедраһы
— Һынлы сәнғәте кафедраһы

Художество- педагогия факультеты

Художество-педагогия факультеты 1990 йылда ойошторола.

— Хореография кафедраһы
— Режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы
— Сәхнә телмәре кафедраһы
— Хор дирижерлығы кафедраһы
— Халыҡ инструменттары һәм оркестр дирижерлығы кафедраһы

Өҫтәмә һәм инновацион белем биреү факультеты

Факультет төрлө йәштәге тыңлаусылар өсөн программалар әҙерләй: уҡыусы балаларҙан алып юғары звено етәкселәренә тиклем.

Дөйөм институт кафедралары

Ректорҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Воробьева Зинаида Егоровна (1975—1996)
  • Малов Евгений Анатольевич (1996—2013)
  • Дробышева-Разумовская Людмила Ивановна (2013 йылдан алып)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. https://books.google.ru/books?hl=ru&id=_eEpAQAAMAAJ&dq=Perm+State+Institute+of+Culture&focus=searchwithinvolume&q=Perm++
  3. Об организации института культуры в Перми: Постановление Совета Министров РСФСР от 26 марта 1975 г. // Собрание постановлений правительства РСФСР. 1975. № 5. Ст. 38.
  4. Материалы Свода памятников истории и культуры РСФСР: Пермская область / Сост., науч. ред. Л. С. Рафиенко. — М.:Научно-исследовательский институт культуры Министерства культуры РСФСР, 1978. — С. 30.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Журавлёв С. …И зазвучал «Гаудеамус» // Звезда, 01.10.1975.
  • Брумарова Н. Р. Высшие и средние специальные учебные заведения России : справочник. — М.: Арбат-Информ, 1997. — 468 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]