Персеполь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Персеполдең урынлашҡан урыны
"Персеполис" бите бында йүнәтелә.

Персеполь[1] (бор. грек. Περσέπολις — һүҙмә-һүҙ: Фарсылар ҡалаһы, бор. фарсы Pārsa), Техте-Джемшид[1] (фарс. تخت جمشید — һүҙмә-һүҙ: Джамшид тәхете) — б. э. т. VI—V быуаттарҙа барлыҡҡа килгән боронғо фарсы ҡалаһы, ҙур Әһәмәниҙәр империяһының баш ҡалаһы. Б. э. т. 330 й. Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алғандан һуң, янғында юҡҡа сыға.

Шираздан төньяҡ-көнсығышҡа — 50, Тәһрандан көньяҡҡа сама менән 900 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Административ бүленеш буйынса Фарс провинцияһының Марвдашт шәһәрстанына инә, Марвдашт ҡалаһынан алыҫ түгел. Һарай комплексы ҡалдыҡтары һаҡланған. Персеполдә һарай комплексы, культ ҡоролмалары ҡалдыҡтары һ. б. күп нәмәләр һаҡланған. Хәҙерге көндә Персеполь харабалары 135 000 м² майҙанды биләүсе юғары платформалы ҙур һарай комплексынан тора. Персеполдән биш километр алыҫлыҡта Накше-Рөстәм батша кәшәнәһе урынлашҡан. Шулай уҡ Накше-Рөстәм һәм Накше-Рәжәп ҡая рельефтары билдәле. Персеполдә һыу үткәргестәр һәм канализация булған, уны төҙөүҙә ҡолдар хеҙмәте ҡулланылмаған.

Персеполдән 70 км төньяҡ-көнсығышта Фарсыстандың алдағы баш ҡалаһы Пасаргады урынлашҡан.

Персеполдә күп боронғо дәүер ҡоролмалары емереклектәре һаҡланып ҡалған, шуларҙан 72 колонналы церемониаль залы булған Ападана һарайы иң билдәлеһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пасаргады Бөйөк Кир II батшалыҡ иткән осорҙа Әһәмәниҙәр империяһының баш ҡалаһы була, әммә Кир Персеполде яңы баш ҡала итеп төҙөкләндерә башлай, б. э. т. яҡынса 560 й. ҡалаға нигеҙ һалына. Батша Дарий I, масштаблы төҙөлөш башлап, б. э. т. 520 й. һуң баш ҡаланы күсерә.

Искәндәр Зөлҡәрнәй яулап алынған Персеполдә гетералар менән. Густаво Симони һүрәте

Искәндәр Зөлҡәрнәй б. э. т. 330 йылда ҡаланы йәшен тиҙлегендәге һөжүм менән баҫып ала, ә бер нисә айҙан ул ғәскәрҙәренә ҡаланы таларға рөхсәт бирә. Ксеркстың көнсығыш һарайына Таис Афиналы ут төртә һәм янғын бөтә ҡалаға тарала. Быны грек-фарсы һуғыштары барышында Акрополде яндырған өсөн үс алыу акцияһы тип фаразларға була. Үгеҙ тиреһенә алтынлатылған хәрефтәр менән яҙылған Авестаның ҡиммәтле экземплярҙары янып юҡҡа сыға.

Б. э. т. 318 йылда Персеполь Македония империяһы (Диодор, xix, 21 seq., 46) провинцияһы Фарсыстандың баш ҡалаһы була. Әммә ҡала һуңғараҡ үҙенең ҡеүәтен юғалта.

Б. э. т. 200 йылда Персеполдән төньяҡҡараҡ биш километрҙа ятҡан Истахр (Стахр) ҡалаһы күтәрелә, унда сәсәниҙәр сатрабы резиденцияһы урынлаша. Истахр — зороастризмдың рухи үҙәге һәм Авестаның һаҡлағысы, һуңғараҡ күпмелер дәүер Сәсәниҙәр империяһының баш ҡалаһы була; ғәрәп баҫҡынсылығы осоронда емерелә, бер ни тиклем нығытылған ҡәлғә булараҡ ҡулланыла.

1971 йылдың 12—16 сентябрендә Персеполдә шаһ Мөхәммәт Реза Пехлеви һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатналығында Иран монархияһының 2500 йыллығы тантаналы байрам ителә, ул Фарсы дәүләтенә нигеҙ һалған Кир II батшаның вафат булған көнөнә бағышлана.

Комплекс составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ападана
Персеполь, түр баҫҡыстарҙағы барельеф

Ападана[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплекс үҙәге — терраса өҫтөнән дүрт метрға юғары күтәрелгән Дарий Ападанаһы. Уға ике тәгәрмәсле һуғыш  арбалары егеп үтеү мөмкин булған һөҙәк ике түр баҫҡысы илтә. Баҫҡыстарҙың һәм тотош Ападана террасаһының төп ҡиммәте — таш плиталарға уйылған рельефтар. Баҫҡыстың тышҡы яғында уларҙа батша гвардияһының тантаналы үтеүе һүрәтләнһә, ә эске яғында — һарыҡ тәкәһе, һауыттар, шарап тултырылған һабалар күтәргән хеҙмәтселәр төшөрөлә. Ападананың үҙенең рельефтарында ла шундай уҡ ғәмәлдәр күренә: бында яулап алынған халыҡ вәкилдәре процессияһы һүрәтләнә.

Персеполдең планы

Күп кенә тикшеренеүселәр Ападана баҫҡыстарында һүрәтләнгән яһаҡ түләүселәрҙең процессиялары Яңы йылға бағышланған булыуы ихтимал һәм һәр йыл һайын башҡарыла торған сараны аныҡ тергеҙә, тип иҫәпләй. Ападананың көнсығыш ишеге янында тәхеттә батшаларҙың да батшаһы Дарий I һүрәтләнгән, уның артына тәхет вариҫы Ксеркс I баҫҡан.

Ападана үҙе вестибюлдәр менән уратып алынған ҙур залдан ғибәрәт. Ҡоролманың ҡыйығы ағастан ябылып, әле ун өсө генә һаҡланып ҡалған етмеш ике таш бағана терәүҙә тороуы ихтимал.

Трипилон һәм йөҙ колонналы зал[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Персеполдең реконструкцияһы

Ападана артында, үҙәккә яҡыныраҡ, Персеполдең төп ҡунаҡ залы булыуы ихтимал Трипилон урынлашҡан. Баҫҡысы сановниктарҙың рельефлы һүрәттәре менән биҙәлгән, көнсығыш ҡапҡаһында тәхеттә ултырған Дарий I һәм уның вариҫы Ксерксты һүрәтләгән тағы бер рельеф булған. Артабан, табылған колонналар нигеҙе иҫәбе буйынса археологтар Йөҙ колонналы зал тип атаған ҙур бина урынлашҡан. Төньяҡ ҡыйыҡлы галерея ҡабырғалары буйлап ҙур таш үгеҙҙәр баҫып торған, һигеҙ таш ҡапҡа батша тормошо һәм батшаның иблистәр менән алышы сәхнәләре һүрәттәре менән биҙәлгән булған. Ике күркәм бүлмә — Ападана һәм Йөҙ колонналы зал — квадрат формаһында тиерлек; улар урынлашҡан биналарға артҡы яҡтан хәҙерге көндә тик нигеҙ таштары ғына һаҡланып ҡалған хазиналар, келәттәр һәм торлаҡ биналар лабиринты килеп ялғана.

Тачара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ападананан уң яҡта Дарий I тачараһы (торлаҡ һарайы) була, ул рельефлы һүрәттәр менән биҙәлә. Һарайға нигеҙ һалыусының яҙыуы бар: «Мин, Дарий, бөйөк батша, батшаларҙың батшаһы, илдәр батшаһы, Гистасп улы, Әһәмәни, был һарайҙы төҙөнөм». Бөгөн тачаранан тик нигеҙе, ишек уйымдары булған таш инеү урындары һәм диуарҙарҙың бер аҙ һаҡланған аҫҡы өлөшө генә тороп ҡалған.

Ксеркс Һәрәме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Платформаның көньяҡ өлөшөндә Ксеркс һарайы, торлаҡ һәм ярҙамсы биналар, шулай уҡ Дарий һәм Ксеркстың рельефлы һындары менән биҙәлгән батша хазинаһы була. Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы — Персеполдең беренсе археологы Херцфельд Ксеркс Һәрәме тип аталған бина. Ике һәм өс бәләкәй генә бүлмәле егерме ике бинанан торған Һәрәмдә бәлиғ булмаған балалары менән ҡатын-ҡыҙ йәшәгән .

Дарий III кәшәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдар Персеполь ситендә Әһәмәниҙәр династияһының һуңғы вәкиле булған Дарий III кәшәнәһен таба. Тамамланмай ҡалған кәшәнә, тәбиғәт шарттарына бәйле, емерелә. Уның рельефтары схематик һыҙатлы һәм беленмәй тиерлек.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 279.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 114
рус.англ.фр.