Перт (Австралия)
Перт | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-nys" does not exist. | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1829[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Perth һәм Boorloo |
Кем хөрмәтенә аталған | Перт (Шотландия)[2] |
Дәүләт | Австралия[3] |
Административ үҙәге | Западная Австралия[d][4] |
Административ-территориаль берәмек | Западная Австралия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] һәм UTC+9:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Суон[d] һәм Һинд океаны |
Халыҡ һаны | 2 141 834 кеше (30 июнь 2021)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2 метр |
Туғандаш ҡала | Чэнду[6] |
Майҙан | 6418 км² |
Рәсми сайт | perth.wa.gov.au |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 115 643 |
Урындағы телефон коды | 0852[7][8], 0853[7][8], 0854[7][8], 08610[7][8], 08611[7][8], 08612[7][8], 08614[7][8], 08615[7][8], 08616[7][8], 08618[7][8], 08621[7][8], 08622[7][8], 08623[7][8], 08624[7][8], 08625[7][8], 08626[7][8], 08627[7][8], 08628[7][8], 08631[7][8], 08632[7][8], 08633[7][8], 08635[7][8], 08636[7][8], 08637[7][8], 08638[7][8], 08640[7][8], 08642[7][8], 08643[7][8], 08644[7][8], 08645[7][8], 08646[7][8], 08647[7][8], 08648[7][8], 08650[7][8], 08654[7][8], 08655[7][8], 08920[7][8], 08921[7][8], 08922[7][8], 08923[7][8], 08924[7][8], 08925[7][8], 08926[7][8], 08927[7][8], 08928[7][8], 08931[7][8], 08932[7][8], 08933[7][8], 08934[7][8], 08935[7][8], 08936[7][8], 08937[7][8], 08938[7][8], 08941[7][8], 08942[7][8], 08943[7][8], 08944[7][8], 08945[7][8], 08946[7][8], 08947[7][8] һәм 08948[7][8] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Перте (Австралия)[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Perth, Western Australia[d] |
Перт Викимилектә |
Перт (ингл. Perth) — Көнбайыш Австралия штатының эре ҡалаһы һәм баш ҡалаһы, Австралияның көньяҡ-көнбайышында Һинд океаны ярында урынлашҡан. Ҡала халҡы 2 039 200 кеше тәшкил итә (2015). Перт — халыҡ һаны буйынса Австралияла Сидней, Мельбурн һәм Брисбендан һуң дүртенсе ҡала. Пертта бөтә Көнбайыш Австралия штатының 75 % яҡын халҡы йәшәй.
Фримантл порт ауылы төҙөлгәндән һуң ҡалаға 1829 йылдың 12 июнендә капитан Джеймс Стирлинг нигеҙ һала. Перт ил буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда тотороҡло үҫеш күрһәтә[9].
1962 йылда «Friendship 7» йыһан карабының осоп китеү ваҡытында өҫтөндә яҡтыртҡыс ҡабыҙылғас, Перт «Уттар ҡалаһы» булараҡ танылыу яулай.[10][11].
2012 йылға ҡарата The Economist журналы баһаһы буйынса Перт донъялағы йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалалар араһында 9-сы урынды биләй[12].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европалылар килгәнгә тиклем был территорияны 40 000 йыл дауамында нунгарҙар (инглиз) халҡы биләгән, был Суон йылғаһы тирәһендә ҡаҙыу эштәре тарафынан иҫбатланған[13]. Аборигендар Көнбайыш Австралияның көньяҡ-көнбайыш мөйөшөн биләгән һәм һунарсылыҡ, емеш-еләк йыйыу иҫәбенә йәшәгән. Европалылар бында тәүге тапҡыр аборигендарҙы осратҡанда, улар был ерҙе Бурлу тип атай. Суон йылғаһы ярҙарында йәшәгән бер нисә ҡәбилә Ваджук барлыҡҡа килтерә. Whadjuk башҡа ҡәбиләләр менән бергә көньяҡ-көнбайыш социо-лингвистик блок тәшкил итә, ул шулай уҡ Нунгарҙар булараҡ билдәле. (Кешеләр).
Европалыларҙың беренсе күҙәтеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төбәктә тәүге европалылар Голландия капитаны Виллем де Вламинок командаһынан булған, 1697 йылдың 10 ғинуары[14]. Европа халҡының артабанғы күҙәтеүҙәре де Вламинктың, күсеп ултырыу осрағында кәрәк булған ер ауыл хужалығы өсөн яраҡһыҙ һәм ҡунаҡсыл түгел, тигән һығымта яһауын раҫлай.
Суон-Ривер колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суон йылғаһы тамағында европалыларҙың тәүге тапҡыр теркәлеүе 1619 йылдың 19 июлендә Фредерик де Хаутман экипажы тарафынан билдәләнә, әммә насар һауа шарттары арҡаһында бында төшөү булмай. Артабан биләмәгә бер нисә тапҡыр Европа диңгеҙселәре килә, әммә нигеҙләнгән торамалар даими булмай.
Суон-Ривер колонияһына 1829 йылда капитан Джеймс Стерлинг нигеҙ һала. Тәүге биналарҙың береһе, Түңәрәк йорт, әлегә тиклем һаҡланған һәм хәҙер Фримантл районы биләмәһендә урынлашҡан. 1832 йылға колонияла халыҡ 1,5 меңгә етә, һәм уға 1826 йылда Олбани районында нигеҙ һалынған ошо уҡ исемдәге колония хөрмәтенә «Көнбайыш Австралия» рәсми исеме бирелә[15]. Әммә Суон-Ривер исеме әле оҙаҡ ваҡыт бөтә территорияны билдәләү өсөн файҙаланылған. Һуңыраҡ Көнбайыш Австралия Австралия континентының көнсығышына һәм төньяғына киңәйтелә һәм майҙаны буйынса донъяла икенсе административ берәмеккә әйләнә. Бөгөн штат ил территорияһының өстән бер өлөшөн биләй.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡала ҡитғаның көньяҡ-көнбайышында, Һинд океаны менән Дарлинг Рэйндж булараҡ билдәле түбәнге яр һикәлтәһе араһында урынлашҡан. Үҙәк эшлекле округ һәм ҡала ситтәре Суон йылғаһы буйында урынлашҡан. Миллионлы халҡы булған Пертҡа иң яҡын ҡала — Аделаида Көньяҡ Австралияла, ул 2104 саҡрым (1307 саҡрым) (1307 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Перт георгафик яҡтан Сидней һәм Мельбурнға ҡарағанда Көнсығыш Тимор һәм Джакарта яҡын.
Ҡаланың эшлекле үҙәге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың үҙәк районы көньяҡта һәм көнсығышта Суон йылғаһы, көнбайышта Кингс Парк, төньяҡта тимер юл линияһы менән сикләнгән һәм Перт ҡалаһы муниципалитеты составына инә.
Һинд океаны ярында урынлашҡан. Перттан 2360 км төньяҡ-көнбайышта Австралияның Раштыуа утрауы урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пертта уртаса һәм миҙгелле ямғырҙар яуа. Йәй, нигеҙҙә, эҫе һәм ҡоро, декабрҙән мартҡа тиклем дауам итә. Февраль — иң эҫе ай. Үҙ сиратында ҡыш — дымлы һәм һалҡынса. Бындай һауа торошо Пертты Урта диңгеҙ климатының классик өлгөһө итә[16]. Йәй тотош ямғырҙан мәхрүм түгел, осраҡлы ҡыҫҡа йәшенле була. Иң юғары температура 46,2°С 1991 йылдың 23 февралендә теркәлә[17][18]. Йыш ҡына, йәйге көндәрҙә, төштән һуң көньяҡ-көнбайыштан Фримантл докторы булараҡ билдәле диңгеҙ бризы иҫә, үҙе менән ҡайнар төньяҡ-көнсығыш елдәрен алмаштыра. Бындай көндәрҙә ел алмашынғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс тә температура 30 градустан түбән төшә[19]. Перт — Урта диңгеҙ климаты өсөн бик ҡояшлы ҡала түгел, унда йылына 2800-ҙән[20] 3000[21] сәғәткә тиклем ҡояш балҡый.
Ҡыш — сағыштырмаса һалҡын һәм дымлы. Май һәм сентябрь араһында иң күп яуым-төшөм теркәлә. Иң түбән һауа температураһы -0,7/С 2006 йылдың 17 июнендә теркәлгән[17].
Ямғырҙарҙың күпселек өлөшө ҡыш көнө яуһа ла, рекорд 1992 йылдың 9 февралендә теркәлгән, ул саҡта 120.6 миллиметр яуым-төшөм яуған[17]. Пертта һәм Көнбайыш Австралияның көньяҡ өлөшөндә ямғыр структураһы 1970 йылдар уртаһында ныҡ үҙгәргән. Бынан тыш, ҡышҡы айҙарҙа яуым-төшөм кәмегән һәм йәйге айҙарҙа йәшен артҡан[22].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 45,8 | 46,2 | 42,4 | 37,6 | 34,3 | 28,1 | 26,3 | 27,8 | 32,7 | 37,3 | 40,3 | 44,2 | 46,2 |
Уртаса максимум, °C | 30,5 | 31,3 | 29,5 | 25,5 | 22,4 | 19,3 | 18,4 | 18,8 | 20,1 | 22,8 | 26,2 | 28,7 | 24,5 |
Уртаса температура, °C | 24,2 | 24,7 | 23,0 | 19,5 | 16,6 | 13,9 | 13,1 | 13,4 | 14,8 | 17,0 | 20,2 | 22,4 | 18,6 |
Уртаса минимум, °C | 17,8 | 18,0 | 16,4 | 13,5 | 10,7 | 8,5 | 7,8 | 8,0 | 9,5 | 11,2 | 14,1 | 16,1 | 12,6 |
Абсолют минимум, °C | 8,9 | 8,7 | 6,3 | 4,1 | 1,3 | −0,7 | 0,0 | 1,3 | 1,0 | 2,2 | 5,0 | 7,9 | −0,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 16,5 | 9,1 | 19,8 | 38,8 | 89,5 | 134,7 | 153,1 | 128,2 | 89,2 | 43,1 | 22,1 | 6,4 | 745,7 |
Һыу температураһы, °C | 23 | 23 | 22 | 22 | 20 | 20 | 19 | 19 | 19 | 19 | 21 | 21 | 21 |
Сығанаҡ: Бюро метеорологии[23][24], Туристический портал |
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылдар буйынса халыҡ һаны арта (ABS 2011 йыл 23 февраль архивланған.) | |
1854 | 4001 |
1859 | 6293 |
1870 | 8220 |
1881 | 9955 |
1891 | 16 694 |
1901 | 67 431 |
1911 | 116 181 |
1921 | 170 213 |
1933 | 230 340 |
1947 | 302 968 |
1954 | 395 049 |
1961 | 475 398 |
1966 | 559 298 |
1971 | 703 199 |
1976 | 805 747 |
1981 | 898 918 |
1986 | 994 472 |
1991 | 1 143 249 |
1996 | 1 244 320 |
2001 | 1 339 993 |
2006 | 1 445 079 |
2008 | 1 546 617 |
2011 | 1 832 114 |
Тыуған ил | Һаны (2006) |
---|---|
Бөйөк Британия | 168 483 |
Яңы Зеландия | 33 751 |
Малайзия | 18 939 |
Италия | 18 701 |
КАР | 18 683 |
Һиндостан | 14 007 |
Сингапур | 11 199 |
Вьетнам | 10 081 |
Ирландия | 7706 |
Ҡытай | 7681 |
Германия | 7617 |
Нидерланд | 7570 |
Индонезия | 7392 |
АҠШ | 5524 |
Перт ҙурлығы буйынса Австралияның дүртенсе ҡалаһы булып тора. 1980 йылдар башында ул ошо күрһәткес буйынса Аделаиданы уҙып киткән. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалала 1 832 114 кеше иҫәпләнгән.
Этник составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда ҡалалағы иң ҙур этник төркөмдәр: инглиздәр (534 555 йәки 28,6%), австралийҙар (479 174 йәки 25,6%), ирландтар (115 384 йәки 6,2%), шотландтар (113 846 йәки 6,1%), итальяндар (84 331 йәки 4,5%), ҡытайҙар (53 390 йәки 2,9%). Шулай уҡ ҡалала 3101 абориген йәшәгән (0,2%).)[26].
Перт халыҡ составында инглиздәрҙең күп булыуы менән айырылып тора. 2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы, Бөйөк Британияла тыуған 142 424 кеше иҫәпләнгән[27], шул уҡ ваҡытта Сиднейҙа 261 145 иҫәпләнә[28] Ә Пертта йәшәүселәрҙең дөйөм һаны Сиднейҙың дөйөм һанынан 35 % тәшкил итә.
Уҙған быуаттың урталарында, ҡалаға Европанан бик күп иммигранттар килгән саҡта, ҡаланың этник составы үҙгәрә. Фримантл Европанан кораблдәр юлында тәүге Австралия ҡалаһы булғанлыҡтан, Пертта итальяндар, гректар, голландтар, немецтар, хорваттар, боснийҙар, сербтар, поляктар, чехтар, словактар, рустар, украиндар, македондар, төрөктәр һәм башҡа этник төркөмдәрҙең килеүе күҙәтелгән.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Перт — Австралияның көнбайыш ярындағы ҙур порт. Тимер юл узелы. Халыҡ-ара аэропорт. Нефть эшкәртеү заводы. Суднолар төҙөү. Химия, туҡыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары. Эре цемент заводы.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пертта ике аэропорт бар.
1968 йылда ҡалаға Калгурли ҡалаһынан тимер юл линияһы һалына. Әлеге ваҡытта Indian Pacific юлына ҡараған был линия, Перт районында электрлаштырылған. 1435 мм колеяһы ҡулланыла.
Юл системаһы 3 автостраданан һәм 9 шоссенан тора, бөтә юлдар ҙа бушлай.
Йәмәғәт транспорты поездарҙы, автобустарҙы һәм борамды үҙ эсенә ала. Ҡала эсендә 200 автобус һәм 70 тимер юл станцияһын үҙ эсенә алған алты линия урынлашҡан:
- Fremantle — Perth
- Butler — Perth
- Perth — Midland
- Perth — Armadale
- Perth — Thornlie
- Perth — Mandurah.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Перт ҡалаһы Хит Леджер исеме аҫтында билдәле актёр Хитклифф Эндрю Леджерҙың, шулай уҡ Karnivool, Tame Impala, Pendulum һәм Party Knife Roba Свайра, Make Them Suffer музыкаль коллективтары ҡатнашыусылары һәм ойоштороусыларының, Гарет МакГриллен һәм Пол Хардингтың, шулай уҡ популяр Америка «Чёрные Паруса» сериалында пират Джек Рекхем ролен башҡарған театр һәм кино актёры Тоби Шмитцтың тыуған ҡалаһы булып тора.
Парктар һәм ял зоналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың көнсығыш ситендә Коуну Коала Парк — ҡурсаулыҡ-зоопарк урынлашҡан, ул туристарҙы һәм мәктәп төркөмдәрен ҡабул итә һәм туристарға коалалар менән фотоға төшөргә, уларҙы ҡулдарында тоторға мөмкинлек бирә.
Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мост Нарроус
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://heritageperth.com.au/make-history/history-for-perth/
- ↑ History of West Australia (ингл.) / W. B. Kimberly — Melbourne: F. W. Niven & Co., 1897. — 593 p.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.perth.wa.gov.au/
- ↑ Regional population, 2020-21 financial year | Australian Bureau of Statistics (ингл.) — 2022.
- ↑ https://perth.wa.gov.au/council/partnerships/sister-cities
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 7,17 7,18 7,19 7,20 7,21 7,22 7,23 7,24 7,25 7,26 7,27 7,28 7,29 7,30 7,31 7,32 7,33 7,34 7,35 7,36 7,37 7,38 7,39 7,40 7,41 7,42 7,43 7,44 7,45 7,46 7,47 7,48 7,49 7,50 7,51 7,52 7,53 7,54 7,55 7,56 7,57 7,58 7,59 7,60 Telecommunications Numbering Plan 2015
- ↑ 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 8,14 8,15 8,16 8,17 8,18 8,19 8,20 8,21 8,22 8,23 8,24 8,25 8,26 8,27 8,28 8,29 8,30 8,31 8,32 8,33 8,34 8,35 8,36 8,37 8,38 8,39 8,40 8,41 8,42 8,43 8,44 8,45 8,46 8,47 8,48 8,49 8,50 8,51 8,52 8,53 8,54 8,55 8,56 8,57 8,58 8,59 8,60 Telstra J // Charging Zones (ингл.) — 2018. — 274 p.
- ↑ Regional Population Growth, Australia 2008–2009 . Australian Bureau of Statistics (30 март 2010). Дата обращения: 7 май 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
- ↑ (1970) Perth — a city of light Perth, W.A. Brian Williams Productions for the Government of WA, 1970 (Video recording) The social and recreational life of Perth. Begins with a 'mock-up' of the lights of Perth as seen by astronaut John Glenn in February 1962
- ↑ Howard, Sir Henry Rudolph (Harry) (1890—1970) Biographical Entry — Australian Dictionary of Biography Online . Дата обращения: 23 ғинуар 2011. Архивировано 15 апрель 2011 года.
- ↑ Australian gold . Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 22 ғинуар 2018 года.
- ↑ Sandra Bowdler. The Pleistocene Pacific (недоступная ссылка — история). Published in ‘Human settlement’, in D. Denoon (ed) The Cambridge History of the Pacific Islanders. pp.41–50. Cambridge University Press, Cambridge. University of Western Australia. Дата обращения: 27 апрель 2011. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2008 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Major, Richard Henry Early Voyages to Terra Australis, now called Australia . Project Gutenberg of Australia (1859). Дата обращения: 26 февраль 2008. Архивировано 16 февраль 2012 года.
- ↑ Энциклопедия Кольера. Австралия. История
- ↑ Linacre, Edward; Geerts, Bart. Climates and Weather Explained. — London: Routledge, 1997. — С. 379. — ISBN 0-415-12519-7.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Annual Climate Summary for Perth: Near average rainfall with warmer days for Perth in 2008 . Australian Bureau of Meteorology (2 ғинуар 2009). Дата обращения: 5 август 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года.
- ↑ Perth Airport climate statistics . Bureau of Meteorology. Дата обращения: 30 июль 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года.
- ↑ Heatwaves in Perth (недоступная ссылка — история). Australian Bureau of Meteorology (июнь 2005). Дата обращения: 5 август 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2012 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Weather Centre – World Weather – Average Conditions – Perth . BBC. Дата обращения: 14 июнь 2010. Архивировано 22 май 2005 года.
- ↑ weather travel . Дата обращения: 29 март 2022. Архивировано 12 март 2022 года.
- ↑ How extreme south-west rainfalls have changed (недоступная ссылка — история). Indian Ocean Climate Initiative. Дата обращения: 5 август 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2012 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Western Australian Climate Services Centre (Bureau of Meterology). Perth Metro Climate Averages (недоступная ссылка — история) (ноябрь 2010). Дата обращения: 26 ноябрь 2010.(недоступная ссылка)
- ↑ Western Australian Climate Services Centre (Bureau of Meterology). Perth Metro Climatic Extremes (недоступная ссылка — история) (ғинуар 2010). Дата обращения: 26 ноябрь 2010.(недоступная ссылка)
- ↑ «Community Profile Series: Perth (Statistical Division)» . Дата обращения: 4 февраль 2015. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
- ↑ Indigenous Affairs (PDF). Department of Indigenous Affairs (11 май 2006). Дата обращения: 7 май 2011. Архивировано из оригинала 25 август 2006 года. 2006 йыл 25 август архивланған.
- ↑ «Perth (Statistical Division)» . Дата обращения: 4 февраль 2015. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
- ↑ «Sydney (Statistical Division)» . Дата обращения: 4 февраль 2015. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
- ↑ Houston-Perth Sister City Association (ингл.) (недоступная ссылка — история). Sister Cities of Houston. Дата обращения: 22 апрель 2011. Архивировано 16 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Перт (Австралия) темаһы буйынса медиафайлдар бар.