Петергоф (һарай-парк ансамбле)
| Һарай-парк ансамбле | |||
Петергоф | |||
Һарай-парк ансамбленә бейеклектән күренеш | |||
| Ил | Рәсәй | ||
| Ҡала | Петергоф, Санкт-Петербург | ||
| Координаталар | 59/53/8/N/29/54/14/E | ||
| Архитектура стиле | Барокко, Классицизм, Неоготика, Необарокко | ||
| Нигеҙләүсе | Пётр I | ||
| Статус |
| ||
| Сайт | Рәсми сайт | ||
Петерго́ф (нем. Péterhof — «Пе́тер һарайы») — Фин ҡултығының көньяҡ ярындағы һарай-парк ансамбле. Петергоф ҡалаһы муниципаль берәмеге территорияһында (1944 йылдан 1997 йылға тиклем[1] — «Петродворец») Санкт-Петербургтың Петродворцовый районында урынлашҡан. Унан «Петергоф юлы» атамаһы килеп сыҡҡан. Уның бер өлөшө Петергоф дәүләт музей-ҡурсаулығы ҡарамағында.
Петергоф үҙ эсенә ике быуат дауамында формалашҡан бер нисә һарай-парк ансамблен ала. «Түбәнге парк», «Үрге баҡса» һәм «Инглиз паркы» — XVIII быуатта үҫеш алған ансамблдәр. «Александрия», «Колонист паркы», «рус. Луговой парк», «Александр паркы», «Сергиевка» — XIX быуат ансамблдәре[2].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец ғәскәрҙәре оккупациялаған территорияла Петергофтың бөтә парктары бик етди зыян күрә. Бигерәк тә Үрге баҡса һәм Түбәнге парк, фонтан һыу үткәргес системаһы зыян күрә. 1944 йылда башланған тергеҙеү эштәре әле лә дауам итә.
Петергоф Санкт-Петербургтың башҡа ҡомартҡылары менән бергә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы комплекслы объектын барлыҡҡа килтерә.
Ансамбль донъялағы иң ҙур фонтан системаларының береһенә эйә, 147 фонтан эшләй (2018).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Петергоф беренсе тапҡыр 1705 йылда «юл ихатаһы» һәм Котлин утрауына күсеү өсөн пристань булараҡ телгә алына. 1712 йылда Петр I өсөн ҡала ситендәге император резиденцияһы төҙөлә башлай.1714 йылда Ҙур һарайға нигеҙ һалына.
1715 йылда Бөтә Рәсәй Императоры Петр I билдәле Версаль ҡалаһын уҙып китергә һәләтле парад император резиденцияһын булдырырға ниәтләй. Ошо маҡсатта Стрельнала төҙөлөш башлана. Әммә фонтандар тәүлек әйләнәһенә эшләһен өсөн, һыуҙы диңгеҙ кимәленән яҡынса 10 метр бейеклеккә күтәрергә кәрәк була, ә был Стрелка һәм Кикенка йылғалары бассейндарын һыу баҫа, сөнки уларҙы уратып алған территория (Петергоф юлынан көньяҡтараҡ) тиҫтәләрсә квадрат километр майҙанда күрһәтелгән билдәһенән түбәнерәк урынлашҡан. Проблеманы хәл итә алған гидротехник ҡоролмалар Петр I-гә бик ҡиммәт төшөр ине, Шул уҡ ваҡытта Стрельнанан көнбайыштараҡ тәүлек әйләнәһенә һыу инерлек идеаль ландшафт була. Талантлы инженер һәм гидротехник Бурхард Миних, батша ихтыярына ҡаршы сығып, инженер иҫәпләүҙәре менән Стрельнала «һыу феериялары» ҡоролмаһы мөмкин түгеллеген иҫбатлай һәм төҙөлөштө Петергофҡа күсерә ала[3].
Петергоф, һарай парк ансамбле булараҡ, XVIII—XX быуат башында формалаша.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылдың мартында баш ҡаланы Петербургтан Мәскәүгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, һарайҙар музейҙарға әйләндерелә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ленинградты 900 көн блокадалау йылдарында (1941—1944) 1941 йылдың көҙөндә немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Улар килгәнсе, 8 меңдән ашыу һарай биҙәүестәре һәм 50-гә яҡын статуя эвакуациялана. Әммә ансамблдең бөтә каскадтары тулыһынса тиерлек артиллерия тарафынан емерелә.
Һуғыштан һуң Петергофты тергеҙеү башлана, ул әле лә дауам итә. 1945 йылда Түбәнге парк асыла, бер йылдан һуң фонтандар эшләй башлай. 1947 йылда һуғыш ваҡытында юҡҡа сығарылған «Самсон» фонтаны эшләй башлай. Ҙур һарай, Монплезира, Марли, Коттедж һарайы реставрациялана. 1983 йылда 155 музей объекты тергеҙелә.
Петергоф һарайҙарының һәм парктарының бер өлөшө (Түбәнге парк, Үрге баҡса, Александрия, Колонистар паркының бер өлөшө) әлеге ваҡытта Петергоф музей-ҡурсаулығы составына инә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Меняем Петродворец на Петергоф. Дата обращения: 5 февраль 2011. Архивировано 6 июнь 2013 года.
- ↑ Гущин В. А. История Петергофа и его жителей. Кн. V. Парки Петергофа. Санкт-Петербург: Нестор-История, 2016. — 346,[1] с.
- ↑ Владимир Ефимов: «Почему не состоялся „Русский Версаль“ в Стрельне», журнал «АРДИС: Архитектура, Реставрация, Дизайн и Строительство» № 3(46) 2010 год. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 2 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петров П. В. Восстановление дворцов и парков Петродворца в 1940-1950-е гг.: основные направления и проблемы // Вестник Санкт-Петербургского государственного университета культуры и искусств. — 2017. — В. 1 (30), март. — ISSN 2220-3044.
- Белоусов А. С. Восстановление водоподводящей системы Петергофа после Великой Отечественной войны // Вестник Санкт-Петербургского государственного университета культуры и искусств. — 2017. — В. 1 (30), март. — ISSN 2220-3044.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Петергоф (дворцово-парковый ансамбль) Викимилектә | |
| Петергоф (дворцово-парковый ансамбль) Викигид |
- Официальный сайт музея-заповедника «Петергоф» 2018 йыл 13 июль архивланған.
- ГМЗ «Петергоф» на портале «Музеи России» 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
- Путеводитель по Петергофу 2022 йыл 26 март архивланған.
- Аудиогид по Петергофу 2021 йыл 15 июнь архивланған.
- Программа «Неизвестный Петергоф» 2021 йыл 15 сентябрь архивланған.
Ҡалып:ГМЗ Петергоф Ҡалып:Фонтаны и каскады Петергофа Ҡалып:Дворцы-резиденции Российской империи Ҡалып:Петергофская дорога Ҡалып:Всемирное наследие в России