Петнур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петнур
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы
Карта

Петнур(а)Башҡортостандың Краснокама районында бөтөрөлгән ауыл

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петнур ауылы Нефтекама ҡалаһы тимер юлы станцияһынан 10 км алыҫлыҡта һәм Николо-Березовка ауылынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡындағы тораҡ пункттар: Нөркә (2,5 км), Дунай (3,5 км), Ҡотло (4 км), Силәбей (4 км), Ҡарый (8 км).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петнур ауылына 1795 йылда нигеҙ һалынған. Өфө ҡаҙна палатаһының указы буйынса яңы барлыҡҡа килгән ауылға Касёво ауылынан һәм башҡа бер нисә тораҡ пункттарҙан һарай рус крәҫтиәндәре күсеп килә. 1795 йылда — Өфө наместниклығы Өфө өлкәһе Бөрө өйәҙе составында. 1796— 1865 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы составында. 1850 йылда Касево улусы составында. 1865 йылда Касёво улусының Петнур ауыл йәмғиәтенең үҙәге, унда, Петнур ауылынан тыш, Дунай һәм Ҡотло ауылдары ла инә.

1865 йылда Ырымбур губернаһы территорияның бер өлөшө Өфө губернаһына тапшырыла һәм Бөрө өйәҙе составындағы Петнур ауылы уның административ-территориаль буйһоноуына күсә. 1922—1930 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Бөрө кантонының Калегин улусы составында. 1930 йылда Башҡорт АССР-ында кантондар бүленеше бөтөрөлөү менән ауыл Краснокама районы составына инә. 1932 йылда Краснокама районы Ҡалтасы районына ҡушыла һәм Петнур ауылы был райондың административ-территориаль буйһоноуында була. Краснокама һәм Ҡалтасы райондары 1935 йылда яңынан айырыла, һәм ауыл тағы Краснокама районы составына инә. 1965 йылда райондарҙы эреләтеү менән бәйле, Краснокама районы бөтөрөлә һәм Петнур икенсе тапҡыр Ҡалтасы районы составында була. РСФСР Юғары советы Президиумының 1972 йылдың 31 мартындағы Указға ярашлы ҡабаттан Краснокама районы ойошторола һәм Петнур ауылы ҡабаттан был район составында була.[1]

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда халыҡ һаны 108 кеше тәшкил итә (51 ир-егет һәм 57 ҡатын-ҡыҙ), 1811 йылда — 75 ир-ат, 1816 йылда — 154 кеше йәшәгән (79 ир-егет һәм 75 ҡатын-ҡыҙ), 1834 йылда — 238 кеше (119 ир-ат һәм 119 ҡатын-ҡыҙ), 1850 йылда — 326 кеше (152 ир-ат һәм 174 ҡатын-ҡыҙ), 1858 йылда — 365 кеше (179 ир-ат һәм 186 ҡатын-ҡыҙ).

Топографик картаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лист карты O-40-133. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. А. М. Ганиев. Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник. — Уфа: Китап, 2008. — С. 220. — 448 с. — ISBN 978-5-295-04439-7.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]