Петровский Владимир Викторович
Петровский Владимир Викторович (26 июнь 1897 йыл — 9 ноябрь 1976 йыл) — ғалим-табип-физиолог. 1945 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1968 йылғаса нормаль физиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1931), профессор (1936). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962). Ленин ордены кавалеры (1965).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Викторович Петровский 1897 йылдың 26 июнендә Әстерхан ҡалаһында тыуа. 1922 йылда Әстерхан медицина институтын тамамлай. 1945—1968 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтында эшләй, институттың нормаль физиология кафедраһының мөдире була. Үпкә шеше һәм һыуыҡ тейеүҙән барлыҡҡа килгән сирҙәрҙең рефлекторлы механизмлы булыуын иҫбат итә. Тикшеренеүҙәре барышында ҡан һәм лимфа тамырҙарының организмда бер бөтөн система булып бәйләнешле эшләүҙәрен, ҡандың шыйыҡ өлөшө өсөн лимфа системаһының депо булып тороуын асыҡлай. Фәнни хеҙмәттәренең төп йүнәлеше — шартлы рефлекстарҙы өйрәнеү, лимфа һәм вена тамырҙарының тонуслылығына регуляция индереү мәсьәләләре.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О роли лимфатических сосудов в регуляции кровообращения. М., 1960.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962)
- Ленин ордены (1965)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петровский Владимир Викторович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2022)