Эстәлеккә күсергә

Петровский Иван Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петровский Иван Георгиевич
рус. Иван Георгиевич Петровский
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Иван Георгиевич Петровский
Тыуған көнө 5 (18) ғинуар 1901[2][3]
Тыуған урыны Севск[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[4][5][6][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[4]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][7]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө дифференциальное уравнение в частных производных[d], алгебраик геометрия, Ихтималлыҡ теорияһы, математик физика[d], математика һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[5]
РФА-ның математика институты[d][5]
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[5]
Мәскәү университетының физика-математика факультеты[5]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Дмитрий Фёдорович Егоров[d]
Аспиранттар Филиппов, Алексей Фёдорович[d][8], Годунов, Сергей Константинович[d][8], Ладыженская Ольга Александровна[8], Ольга Олейник[d][8], Березин, Иван Семёнович[d], Мышкис, Анатолий Дмитриевич[d][8], Рябенький, Виктор Соломонович[d][8], Фролов, Николай Адрианович[d], Михайлов, Валентин Петрович[d][8], Чудов, Лев Алексеевич[d][8], Nikolai Ivanovich Brish[d][8], Evgenii Petrovich Zhidkov[d][8] һәм Ландис, Евгений Михайлович[d][8]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы командор ордена Почётного легиона В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы орден «За заслуги перед Отечеством» орден «Кирилл и Мефодий» «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы СССР мәғарифы отличнигы орден Труда
Тасуирлау биттәре mi.ras.ru/index.php?c=in…
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Петровский Иван Георгиевич Викимилектә

Петровский Иван Георгиевич (5 ғинуар 1901 йыл — 15 ғинуар 1973 йыл) — ғалим-математик. 1951—1973 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры. СССР фәндәр Академияһының академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Сталин премияһы лауреаты (1946, 1952).

Иван Георгиевич Петровский 1901 йылдың 5 (8) ғинуарында хәҙерге Брянск өлкәһе Севск ауылында сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда ҡала реаль училищеһын бөтә фәндәрҙән дә «отлично» билдәләренә (математика һәм рәсемдән башҡа, «дүртле»[9]) тамамлай. Ләкин ул һүрәт төшөрөргә ярата; сәнғәткә, һынлы сәнғәткә (Рембрандт, Серов, Нестеров картиналарына) һөйөү артабан уның натураһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә.

Тәүҙә Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә. Тик революциянан һуң граждандар һуғышы башланғас, уҡыуын ҡалдырып, был ваҡытта Елизаветградҡа күсенгән ғаиләһенә ҡайта. Бында Петр конторщик булып хеҙмәт итә һәм Елисаветград механика-машиналар төҙөү техникумында уҡый. Н. Е. Жуковскийҙың теоретик механика буйынса китабын уҡырға тырыша, тик уны аңлар өсөн математика буйынса белеме етмәүенә төшөнә. Математика буйынса белемен тулыландырыр өсөн Ив П. Г. Дирихленең классик китабы «Һандар теорияһы» менән таныша. Был китап матурлығы һәм математик төҙөлөштәрҙең нескәлектәре менән уны хайран итә һәм тетрәндерә. Китап уның ҡыҙыҡһыныуын бөтөнләйгә "математика яғына бора ". 1922 йылда Мәскәү университетына кире килә, физика-математика факультетының математика бүлегендә уҡый башлай.[10].

1927 йылда 5-се курс студенты Иван Петровский математиктарҙың беренсе Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша. Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультеты йәштәре исеменән сәләмләү һүҙе менән сығыш яһай.

Шул уҡ йылда университетты тамамлап, аспирантураға уҡырға инә, уны 1930 йылда тамамлай.[11] Ғилми етәксеһе профессор Д. Ф. Егоров була, ул йәш математикҡа ҙур йоғонто яһай. 1929 йылдан Мәскәү дәүләт университетында ассистент, һуңынан доцент вазифаһында эшләй[12].

1933 йылдан Г. И. Петровский — МДУ профессоры[13]. 1935 йылда — диссертация яҡлауһыҙ — физика-математика фәндәре докторы итеп раҫлана. Бер үк ваҡытта 1930—1941 йылдарҙа Мәскәү механика-машиналар эшләү институтында (ул саҡтағы исеме Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты)[12] киске факультетының мөдире була.

1940 йылдың 7 сентябрендә Петровский МДУ-ның физика-математика факультетының декан вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, был вазифаға шул уҡ йылдың 4 октябрендә һайлана (1 июль 1944 йылда шәхси үтенесе буйынса декан вазифаһынан бушатыла). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың көҙөндә, Мәскәү дәүләт университетын Ташкентҡа күсереү (һуңынан — Ашхабадҡа, Свердловскиға) һәм 1943 йылдың майында Мәскәүгә кире ҡайтарыу[14]менән етәкселек итә.

Һуғыш йылдарында уның тарафынан лакунадар һәм тулҡындарҙың диффузиялары тураһында тәрән йөкмәткеле эш башҡарыла. 1943 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1946 йылдан — тулы хоҡуҡлы ағзаһы, 1949—1951 йылдарҙа физика-математика бүлегенең академик-секретары, 1953 йылдан Академия Президиумы ағзаһы.

1951 йылдан МДУ-ның мехмат дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы мөдире (1973 йылға, үҙе үлгәнгә тиклем, уны етәкләй)[10][15]. Шул уҡ йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[10] ректор вазифаһына һайлана.


1973 йылдың 15 ғинуарында вафат була.[16] Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә. (участок № 7)[17]

Петровский кабинеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йылда И. Г. Петровскийҙың васыяты буйынса шәхси китапханаһы Мәскәү дәүләт университетына тапшырыла. Математика буйынса барлығы 20776 томлыҡ төрлө телдәрҙә китаптар, рус һәм сит ил әҙәбиәте баҫмаларыы, бик күп автографтар. Әлеге ваҡытта И. Г. Петровский китапханаһы МДУ-ның һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар бүлегендә һаҡлана.[18].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969)[13];
  • Биш Ленин ордены (1953, 1961,1967, 1969, 1971);
  • Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944; 1945; 1949);
  • I дәрәжә «Кирилл һәм Мефодий» (1968; Болгария);
  • I дәрәжә еҙмәт ордены (1964, Венгрия)
  • «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (1965, ГДР) ;
  • Почётлы легион ордены (1971; Франция)[19];
  • I дәрәжә Сталин премияһы (1946);
  • II дәрәжә Сталин премияһы (1952);
  • Карл университеты почётлы докторы (Прага, 1960), Бухарест (1962), Лундский (1968), София (1972) университеттарының,, СРР Академияһының сит ил почётлы ағзаһы (1965)[20]
  • 1973 йылда — СССР-ҙа Петровскийға арналған почта маркаһы сығарыла;
  • 1973 йылда — «Академик Петровский урамы» Мәскәүҙә[21];
  • 1974 йылда — фәнни-тикшеренеү судноһына «Академик Петровский» исеме бирелә;
  • Брянск дәүләт университеты академик Петровский Иван Георгиевич исемен йөрөтә.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #127050787 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. http://www.mi.ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=24844&l=1
  3. Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  4. 4,0 4,1 4,2 Петровский Иван Георгиевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  6. Ivan Petrovsky // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  9. Мехмат МГУ 80, 2013, с. 250
  10. 10,0 10,1 10,2 Мехмат МГУ 80, 2013
  11. Учился в аспирантуре НИИММ
  12. 12,0 12,1 Мехмат МГУ 80, 2013, с. 251
  13. 13,0 13,1 Боголюбов А. Н. . Математики. Механики. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1983. — 639 с. — С. 373—374.
  14. Мехмат МГУ 80, 2013, с. 300, 303—308, 311
  15. Богданов В. П. Механико-математический факультет МГУ. История. // Сайт механико-математического факультета МГУ. Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
  16. Сахаров А. Д. Воспоминания. ГЛАВА 12. Встречи с И. Г. Петровским.
  17. Могила И. Г. Петровского на Новодевичьем кладбище
  18. Личные библиотеки {{{2}}}. на сайте Научной библиотеки МГУ.
  19. Петровский Иван Георгиевич
  20. Academia Romana (membri din strainatate). academiaromana.ro. Дата обращения: 14 июнь 2019.
  21. Академика Петровского улица (24 апреля 1973 года)