Петровск (Һарытау өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Петровск (Саратовская область) битенән йүнәлтелде)
Петровск
Герб
Нигеҙләү датаһы 1698
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Петровский район[d], Муниципальное образование город Петровск[d][1] һәм Петровский уезд[d]
Административ-территориаль берәмек Петровский район[d] һәм Петровский уезд[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d], UTC+4:00[d] һәм SAMT[d][2]
Халыҡ һаны 28 893 кеше (1 ғинуар 2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 180 метр
Майҙан 43 км²
Почта индексы 412540
Урындағы телефон коды 84555
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Петровске[d]
Карта
 Петровск Викимилектә

Петровск — ҡала (1780) . Рәсәйҙең Һарытау өлкәһе Петровский районының административ үҙәге. Халҡы — 28 893 кеше (2018).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волга буйы ҡалҡыулығында, Медведица йылғаһы ярында, Һарытауҙан 104 км төньяҡ-көнбайышта Волга буйы тимер юлының «Аткарск — Сенная» тимер юл линияһында, Һарытау — Пенза автомобиль юлы эргәһендә, Пенза өлкәһе сигенән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тимер юл станцияһы, Ярославль өлкәһендәге һәм Байкал аръяғы крайыындағы Петровск менән бутамаҫ өсөн, «Петровск-Һарытау» тип атала. Ҡаланың көньяҡ ситендә Петровск хәрби аэродромы (1990 йылдар аҙағында ташланған, өлөшләтә һүтеп алынған: тороп ҡалғаны тулыһынса емерек хәлдә) бар.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уртаса континенталь климат өҫтөнлөк итә.

Июль йылдың иң йылы айы, уның уртаса температураһы 20,5 ° C, иң һыуыҡ ай — ғинуар, уртаса температураһы −11.4 ° C.

Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме — 560 мм.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петровск — боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы, Петр Беренсенең исемле указы буйынса 1698 йылда ҡырым татарҙары һөжүменән һаҡлау өсөн төҙөлгән. Риүәйәт буйынса, батша 1707 йылда ҡалаға шәхсән нигеҙ һалған.

Петровск ҡәлғәһе үҙ ваҡытында ҙур әһәмиәткә эйә булған, сөнки ҡала аша Һарытау, Аткарск һәм Пенза тракты үтә, ул Царицын менән Мәскәүҙе тоташтыра. Тауарлы йөктәрҙе юлбаҫарҙар шайкаһынан бындағы нығытмалы ҡарауыл биҫтәләрендәге линия һаҡлаған.

Ҡәлғәһе дүртмөйөш формалы, имән стеналары икешәр ҡатлы, 8 манаралы була, ҡәлғә эсендә Петр һәм Павел соборы, воевода йорто, ат һарайы, архив, келәттәр торған.

1780 йылдан алып — Һарытау губернаһы өйәҙ ҡалаһы.

23 июль 1928 йыл. Һарытау округының Түбәнге Волга крайы Петровский районының үҙәге була (1936 йылдан алып һарытау өлкәһе составында).

Сәнәғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эре электромеханика заводы «Молот» (суднолар өсөн прибоҙар, киң ҡулланыу тауарҙары етештереүсе), ЗИЛ АМО автозапчастар етештереү заводы, комбикорм заводы.

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Петровские вести» гәзите
  • Авторадио 106,1

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Советтар Союзы Геройы Панфилов Иван Васильевич, совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор, атаҡлы 316-сы уҡсылар дивизияһы командиры («Панфиловский»), Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң)[4].

Пресвятая Богородица сиркәүе
  • Искренко Нина Юрьевна, рус шағиры.
  • Казанкина Татьяна Васильевна, спортсы, еңел атлет. Өс тапҡыр олимпия чемпионы, донъя рекордсмены, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
  • Кнушевицкий Виктор Николаевич, совет эстрада композиторы, дирижёр.
  • Кнушевицкий Святослав Николаевич, виолончелист, Мәскәү консерваторияһы профессоры, Дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.
  • Стахеева Елена Владимировна, Бөтә Рәсәй йәҙрә үҙәгенең инженер-конструкторы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Федеральный закон от 22.11.2016 № 395-ФЗ (урыҫ) — 2016.
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  4. Панфилов Иван Васильевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 19 : Отоми — Пластырь — С. 50.
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Володин Григорий Симонович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]