Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урынлашыу Санкт-Петербург
Башланыу датаһы 24 октябрь 1917
Тамамланыу датаһы 26 октябрь (8 ноябрь) 1917

Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы[1][2] — 1917 йылдың 24-26 октябрендә (68 ноябрь) РСДРП(б) етәкселегендә ҡыҙыл гвардия, Петроград гарнизоны һалдаттары һәм Балтик флоты матростары көсө менән тормошҡа ашырылған ихтилал. Уның менән туранан-тура Петроград советының Хәрби-революцион комитеты етәкселек итә. Ихтилал һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм совет власын урынлаштырыла. Октябрь ҡораллы ихтилалы Рәсәйҙә 1917 йылғы Октябрь революцияһының хәл иткес ваҡиғаһы була.

Тарих башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡораллы ихтилалға йүнәлеш» август башында большевиктарҙың VI съезында ҡабул ителә, әммә ул ваҡытта йәшеренергә мәжбүр ителгән партия ихтилалға әҙерләнә алмай: большевиктар яҡлы эшселәр ҡоралһыҙландырыла, уларҙың хәрби ойошмалары тар-мар ителә, Петроград гарнизонының революцион полктары тарҡатыла. Большевиктар үҙ яҡлыларҙы бары тик Корнилов сығышы көндәрендә генә ҡоралландырыу мөмкин була, әммә ул бөтөрөлгәс РСДРП(б) етәкселегенә революцияны тыныс юл менән үҫтереүҙең яңы бите асылғандай тойола[3].

Сентябрь урталарында В. И. Ленин йәнә ҡораллы ихтилалға әҙерлек тураһында һүҙ күтәрә. Әммә ул сәйәси ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнаша алмай. Баштауның тәҡдиме РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ағзалары тарафынан ҡәтғи кире ҡағыла[3][4].

14-22 сентябрҙә Петроградта Демократик кәңәшмә үтә, уның эшендә большевиктар фракцияһы ла ҡатнаша, әммә сарала социалистик хөкүмәте төҙөү тураһында ла, властарҙы Советтарға биреү тураһында ла килешеүгә өлгәшенмәй. 21 сентябрҙә большевиктар фракцияһы менән Үҙәк Комитеттың берлектәге ултырышында күпселек тауыш менән Предпарламентҡа инергә ҡарар ителә. 23 сентябрҙә Үҙәк һайлау комиссияһы һәм өлкә советтары вәкилдәре Советтарҙың 2-се съезын үткәреүҙе 20 октябргә билдәләй. 25 сентябрҙә Петросовет президиумының яңы составы һайлана, уны Л. Д. Троцкий етәкләй[5].

Был ваҡытта большевиктар етәкселәре ихтилал тураһындағы мәсьәлә буйынса өс төп өлөшкә бүленә. Уларҙың бер өлөшө, шул иҫәптән Л. Б. Каменев менән Г. Е. Зиновьев, ихтилал идеялһына ҡаршы була, шул уҡ ваҡытта башҡалар, мәҫәлән, Л. Д. Троцкий, ихтилалды Советтарҙың үткәрергә ниәтләгән съезына тап килтерегә кәрәк тип иҫәпләй. Ленин ихтилалды кисекмәҫтән башлауҙы талап итә[4][5].

В. И. Лениндың 1917 йылдың 10 (23) октябрендә РСДРП(б) ултырышында ҡабул ителгән резолюцияһы ҡулъяҙмаһы

Предпарламент ултырыштары башланғанға тиклем Үҙәк Комитет алдағы ҡарарын үҙгәртә һәм хәҙер уны бойкотлау өсөн сығыш яһай. 7 октябрҙә Предпарламенттың беренсе ултырышында Троцкий етәкселегендәге большевиктар фракцияһы ултырыш залын ташлап сығып китә. 10 (23) октябрҙә Петроградта РСДРП(б) Үҙәк комитетының ултырышы үтә, был юлы унда Ленин да ҡатнаша. Ҡыҙыу бәхәстәрҙән «Ағымдағы ваҡиғалар тураһында» резолюция ҡабул ителә, ул ихтилалды көн тәртибенә ҡуя. 16 (29) октябрҙә Үҙәк комитетының киңәйтелгән ултырышы үтә, уның эшендә райондар вәкилдәре ҡатнаша, раҫлаған ҡарар ҡабул ителә. Каменев менән Зиновьев ҡораллы ихтилалға ҡаршы булыуын дауам итә. Каменев үҙ позицияһын 18 октябрҙә М. Горькийҙың «Яңы тормош» гәзитендә баҫылған мәҡәләһендә белдерә[6].

5 октябрҙә Ваҡытлы хөкүмәт башлығы А. Ф. Керенский Хөкүмәттең Төньяҡ фронт комиссары Войтинскийға баш ҡаланан иң ышанысһыҙ частарҙы сығарып, уларҙы фронт частары менән алмаштырырға бойора. Шул көндө үк Петроград хәрби округы командующийы Г. П. Полковниковҡа ла тейешле бойороҡ бирелә. Әммә Төньяҡ фронты командующийы генерал Серемисов бындай инициативаға ҡаршы була һәм Войтинскийға «фронтта ундай частар етерлек» тип белдерә[7].

Был сара Петроград гарнизонында көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Күп частар, мәҫәлән, Егерҙар полкы, 2-се Балтик флот экипажы, һәм башҡалар, үҙ йыйылыштарында ғәскәрҙе сығарыуҙы күҙаллауға ҡаршы резолюция итә, Ваҡытлы хөкүмәткә ышанмаусанлыҡ белдерә һәм властарҙы Советтарға тапшырыуҙы талап итә. Төньяҡ фронттың армия һалдат комитеттары гарнизондың был позицияһына ҡаршы феекр белдерә, уларҙы «революцион бурыстарын үтәргә» саҡыра. Хөкүмәт гарнизондан делегаттар билдәләп, уларҙың фронттың армия комитеттары һәм командованиеһы менән кәңәшмәһен үткәреүҙе ойошторорға ҡарар итә. Кәңәшмә 17 октябрҙә Псковта үтә һәм фронтовик-һалдаттар вәкилдәре, гарнизон һалдаттары «тылда уңайлы йәшәй», тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, уларға яуап итеп Петроград гарнизоны вәкилдәре «революция хаҡына ҙур ҡорбандар кисереүҙәрен» белдерә. Һөҙөмтәлә Петроград гарнизоны делегацияһы ниндәй ҙә булһа килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тарта[7].

Хәрби-революцион комитет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смольный институты, ихтилал ваҡытында ВРК резиденцияһы

9 октябрҙә Петроград Советы башҡарма комитеты Петроградты хәрбиҙәрҙең һаҡлауы һәм гарнизон частарының хөкүмәттең ғәмәлдәренә ҡарата шиге тыуыу мәсьәләләрен ҡарай, сығыш яһаусыларҙың барыһы ла һалдаттарҙың хәүефләнеүе аҡланыу ихтималлығын таный. Меньшевиктар һәм эсерҙар оборона ойоштороу өсөн комитет ойошторорға тәҡдим итә, үҙ сиратында большевиктар «революцион оборона комитеты» ойоштороу һәм революцияны «хәрбиҙәрҙең һәм штаттағы корниловсыларҙың асыҡтан-асыҡ әҙерләнгән һөжүменән» яҡлау өсөн эшселәрҙе ҡҡоралландырыу тураһында резолюцияның үҙ вариантын тәҡдим итә. 12 октябрҙә Петроград Советы башҡарма комитеты ултырышында комитет ойоштороу тураһындағы мәсьәлә бер тауыштан хуплана. Ахыр сиктә нәҡ большевиктарҙың варианты 16 октябрҙә Петроград Советы пленумында рәсми рәүештә хуплана[7].

Үҙенең тәүге ойоштороу кәңәшмәһен ВРК бары тик 20 октябрҙә үткәрә, 5 кешегәг бюро һайлай, уға өс большевик (В. А. Антонов-Овсеенко, Н. П. Подвойский һәм А. Д. Садовый) һәм ике һул эсер (П. Е. Лазимир һәм Н. Г. Сухарьков) инә. Бюроһы етәксеһе булып формаль рәүештә Лазимир тора, әммә төп ҡарарҙы большевиктарҙың вәкилдәре ҡабул итә. ВРК-ны төҙөү 21 октябрҙә тамамлана, уның составына бер нисә тиҫтә кеше, большевиктар, һул эсерҙар һәм анархистар инә. Меньшевиктар баштан уҡ ВРК-ға инеүҙән баш тарта. Шулай уҡ комитет составына Петроград Советы вәкилдәре, крәҫтиән депутаттары советы, Центробалт, армияның өлкә башҡарма комитеты, флот һәм Финляндияла эшселәре, фабрика-завод комитеттары һәм профсоюздары вәкилдәре керә. ВРК Петроград советы урынлашҡан бинала — Смольный институтында ултыра[7].

Башта Үҙәк комитет ихтилалды әҙерләүҙә етәксе ролен Подвойский менән В. И. Невский етәкләгән РСДРП(б)-ның Петроград комитеты Хәрби ойошмаһына бирергә булһа, ВРК ойошторолғас, уға бирә. Хәрби ойошма ВРК ҡарарҙарына буйһонорға тейеш була. Ғәмәлдә был орган ҡораллы ихтилалды әҙерләүҙе көйләй, хәрби сығыштарҙы тәьмин итә[7].

Ихтилал алдынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

24 октябрь ваҡиғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

25 октябрь ваҡиғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡышҡы Һарайҙы штурмлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крейсер «Аврора» 1917 йылда

Ҡышҡы һарайҙы штурмлау ҡорбандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡораллы көрәш ҡорбандары күп булмай — ике яҡтан 6 кеше һәләк була, 50 кеше яралана[3][8]. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар батальоны ударницаларының береһе үҙ-үҙенә ҡул һала[9]. Луначарский комиссияһы матди зыянды 2 миллион һумға баһалай.

Ихтилал һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

26 октябрҙәге ихтилалдың еңеүе һөҙөмтһендә Петроградта власть Петроград хәрби-революцион комитетҡа (Петроград ҡала думаһы эшләүен дауам итһә лә) күсә. Эшсе һәм һалдат депутаттары советының II съезы>нда властың эшсе, һалдат һәм крәҫтиән Советтарына күсеүе иғлан ителә, ә 27 октябрҙә яңы Рәсәй хөкүмәте — Ленин етәкселегендә Халыҡ комиссарҙары советы ойошторола, уның составына большевиктар ғына инә. Әммә был мәлдә Совет хөкүмәте дәүләт территорияһын тулыһынса контролләймәй һәм «контрреволюцион» көстәрҙең ҡаршылығы дауам итә[10][11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [dic.academic.ru/dic.nsf/enc_sp/1829/Октябрьское Октябрьское вооружённое восстание 1917] // Санкт-Петербург (энциклопедия)
  2. [dic.academic.ru/dic.nsf/sie/12542/ОКТЯБРЬСКОЕ Октябрьское вооружённое восстание в Петрограде] // Советская историческая энциклопедия
  3. 3,0 3,1 3,2 Глава 10. «Вся власть Советам!» // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.
  4. 4,0 4,1 Глава 3. // Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 2. Большевики в борьбе за власть 1917—1918.
  5. 5,0 5,1 Глава 11. Ленин: «Взять власть тотчас!» // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.
  6. Глава 12.Препятствия на пути к восстанию // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Глава 13. Волнения в гарнизоне и Военно-революционные комитет // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.
  8. Мельгунов С. П. Как большевики захватили власть.
  9. Комментарии к. и. н. Г. М. Ивановой к книге Ж. Садуля Записки о большевистской революции. — М.: Книга, 1990. — С. 392. — ISBN 5-212-00283-4
  10. Глава 15. Большевики приходят к власти // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.
  11. Глава 16. Эпилог // Рабинович А. Е. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде: Пер. с англ./Общ. ред. и послесл. Г. З. Иоффе. — М.: Прогресс, 1989. — 416 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]