Петропавловский ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
<mapframe> проблемалары:
  • "latitude" атрибутының мәғәнәһе рөхсәт ителмәй
  • "longitude" атрибутының мәғәнәһе рөхсәт ителмәй
<mapframe> проблемалары:
  • "latitude" атрибутының мәғәнәһе рөхсәт ителмәй
  • "longitude" атрибутының мәғәнәһе рөхсәт ителмәй


Ҡәлғә
Петропавловский ҡәлғәһе
Ил Россия
Город Санкт-Петербург
Координаталар 59.95/N/30.317/E
Нигеҙләүсе Пётр I
Нигеҙләнгән 16 (27) мая 1703
Сайт Рәсми сайт

Петропавловский ҡәлғәһе (рәсми исеме — Санкт-Петербург, 1914-1917 йылдарҙа — Петроград ҡәлғәһе) — боронғо архитектура һәйкәле, Санкт-Петербургта[1], I класлы ҡәлғә (ҡәлғә классификацияһына ярашлы, Рәсәй империяһы). Санкт-Петербургта, Заячий утрауында, урынлашҡан, ҡаланың тарихи үҙәге. 16 (27) мая 1703 года ҡәлғәғә нигеҙ һалыу датаһы булып тора Санкт-Петербургта. Бер ҡасан да һуғышта ҡулланылмаған[2]. XVIII быуаттың беренсе сирегенән алып 1920 йылға тиклем төрмә булып хеҙмәт итә. 1924 йылдан алып ул дәүләт музейы булып тора.

Петропавловский ҡәлғәһе — рус сәнғәте һәйкәле, архитекторҙар улар өҫтөндә күп эшләй. Хәҙерге ҡәлғәлә күп һанлы музейҙар һәм архитектура һәйкәлдәре: Петропавловский соборы, Великокняжеский кәшәнә, Бот йорто, Комендант йорто, Инженер йорто, Аҡса һуғыу йорто, Санкт-Петербургтың тарихы музейы, Артиллерия, инженер ғәскәрҙәре һәм бәйләнеш ғәскәрҙәре хәрби-тарих музейы, Космонавтика һәм ракета техникаһы музейы. Ҡәлғә Санкт-Петербургтың тарихи өлөшөнә һәм ундағы һәйкәл комплексын менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтө донъя мираҫы исемлегендәге объект исемлегенә ингән ҡоролма[3]; был ҡаланың туристарҙы үҙенә тартып торған үҙәктәренең береһе. Петропавловский ҡәлғәһе силуэты ҡала панорамаһында төп урынды биләп тора[1]. 1873 йылдан алып Нарышкин бастионында көн һайын 12 сәғәттә крепость артиллерияһы сигнал атыу яһай,[4], 1934 йылдан 1953 йылға тиклем был атыу тормошҡа ашырылмай торған. Ҡалалағы Петропавловский соборы шпиле Адмиралтейство кораблигы һәм «Баҡыр һыбайлы» менән бергә Санкт-Петербургтың символы булып тора[5].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәлғәгә нигеҙ һалыу һәм ер ҡәлғә төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербуртың планы, 1705 йыл
И. Хоманн яһаған Санкт-Петербургтың планы. 1720 йыл (1724 тиклем)

Ҡәлғә Нева йылғаһының иң киң урынындағы Заячий утрауында урынлашҡанн (майҙаны 28 гектар, оҙонлоғо 0,9 км, киңлеге 0,5 км). XVI быуат сығанаҡтарында был утрауҙы шведтар тәүҙә Луст-Эйланд (Күңелле утрау, Күңелле ер) тип атағандар. Заячья утрау атамаһы финдарҙың Янисаари исеменән (фин. Jänissaari). XVIII быуат башына тиклем һаҙлыҡлы, уйһыу урын булған, утрауҙы ташҡындар ваҡытында йыш ҡына һыу баҫҡан һәм бында бер кем дә йәшәмәгән[6].

Төньяҡ һуғышында ғәскәрҙәрҙең хәрби хәрәкәте ваҡытында рус ғәскәре 1703 йылдың 1 майында Охта йылғаһының Неваға ҡойған ерендә урынлашҡан Швецияның Ниеншанц ҡәлғәһен баҫып алған. Тәүге план буйынса швед ҡәлғәһе урынында ҡала-ҡәлғә төҙөргә уйлайҙар, әммә был план кире ҡағыла, сөнки урындың тәбиғи һаҡланыу рубеждары булмай, булһа ла бөтә яҡтан һыу менән уратылған, диңгеҙҙән алыҫ урынлашҡан. Эҙләүҙәр һөҙөмтәһендә Нева йылғаһының ике ҙур тармаҡҡа бүленгән ерендә яраҡлы утрау табыла. Күләме ҙур булмағанлыҡ ҡәлғә төҙөүҙә бер нисә өҫтөнлөк бирелә. Дошман утрауҙа нығына алмаҫлыҡ булған, шул уҡ ваҡытта ҡәлғә орудиелары Нева буйлап ҡәлғәгә килеүсе дошман караптарын әллә ҡайҙан уҡ күреп тороп, уларҙы үҙенә бик ныҡ яҡын килтереп, турана-тура ата алған. Яҡындағы Ҡайын утрауынан, һаҙлыҡ менән уратып алғанлыҡтан, ҡәлғәғә инеп булмаған [7].

Петропавловский ҡәлғәһе төшөрөлгән тәүге һүрәттәрҙең береһе. Мәскәүҙәге «Навигаия мәктәбе»нең уҡыу таблицаһынан , 1705 йыл[8]

Петропавловский ҡәлғәһе проектын батша Пётр I үҙе уйлап таба. Ҡәлғәнең беренсе планын саксония инженеры А. В. Кирштенштейн һәм француз инженеры Ж. Г. Ламбер де Герен төҙөй[9]Ҡәлғәгә нигеҙҙе 16 (27) мая 1703 года һалалар. Был көндөң датаһын оҙаҡламай Рәсәй империяһының баш ҡалаһына әйләнгән Санкт-Петербургтың нигеҙләнеү көнө тип атайҙар. 29 июндә, Петр көнөндә, изге апостолдар Петр һәм Павел хөрмәтенә ағас сиркәүгә нигеҙ һалына, был ваҡиғаны пушканан атып билдәләйҙәр. Сиркәүгә ингән ерҙә шпицалы ике башня булдырыла. Нығытманың төҙөлөшө бик тиҙ алып барыла. Ҡоролманы төҙөү Шлотбург и Шлиссельбург эшселәре һәм һалдаттары тарафынан башҡарыла. Батша указы менән июль айында Нева яры буйындағы ҡалаға Рәсәйҙең төрлө урындарынан башҡа эшселәр ебәрелә. 1703 йылдың көҙөндә а у ы р төҙөлөштә бер нисә мең эшсе иҫәпләнә, уларға төҙөлөш өсөн урман ҡырҡыу бурысы йөкмәтелгән була. 19 августа утрауҙы һыу баҫа, һөҙөмтәлә бик күп «в станах вода залила рухлядь» мөлкәт һәм «помочила людишек» кешеләр һыуға бата[7][10].

Төҙөлөш ҙур темп менән бара, ҡәлғә июлдә яртылаш тиерлек төҙөлгән була «едва не вполовину состроили». Ҡәлғәне тиҙ арала төҙөп бөтөрөү өсөн уратып ерҙән вал һалалар, куртиндарҙан сығып торған 6 бастионды батша күҙәтеүе аҫтында төҙөйҙәр, шулай уҡ эш барышын Меншиков, Нарышкин, Трубецкой, Головкин һәм Зотовтар ҙа күҙәтеп торғандар. Һуңынан бастиондарҙы батшаның көрәштәштәренең исеме менән атағандар: Трубецкой, Меншиков, Батша бастиондары һәм башҡаларының бастиондары булған. Нева яғынан өс бастион була, ә төньяҡҡа ла шулай уҡ өс бастион сыҡҡан була. 1703 йылдың көҙөнә улар 120-нән ашыу пушкалар менән йыһазландырыла (Батша бастионында — 58 ҡорал, Трубецкойҙа, Нарышкинда — 52-шәр пушка) торған. Ҡәлғә территорияһында аҙыҡ-түлек келәттәре, цейхгауз, торлаҡ йорттары төҙөлгән. 1704 йылдың апрелендә ҡәлғә төҙөү башлыса тамамлана. 1704 йылдың 4 апрелендә Батша бастионында фонар ҡабыҙыла, был төҙөлөштөң тамамланыуының сигналы булып тора.

  1. 1,0 1,1 Большая российская энциклопедия, том 26. — М.: Научное издательство «Большая российская энциклопедия», 2014. — С. 126—127.
  2. Петропавловская крепость: факты из истории, высота Петропавловского собора, крепость в кино., Культура.РФ. 5 август 2020 тикшерелгән.
  3. Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments (ингл.). ЮНЕСКО. — Исторический центр Петербурга в списке Всемирного наследия ЮНЕСКО. Дата обращения: 21 октябрь 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
  4. Бастарева Л. И., Сидорова В. И. Петропавловская крепость. Изд. 3-е.. — Л.: Лениздат, 1978. — С. 65—93.
  5. Устав Санкт-Петербурга (с изменениями на 13 июля 2011 года). Официальный портал администрации СПб. Дата обращения: 21 октябрь 2011.
  6. Санкт-Петербург: Энциклопедия. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2006. — С. 293.
  7. 7,0 7,1 Мавродин В. Основание Петербурга. — Л.: Лениздат, 1983. — С. 64—70.
  8. 72. Петропавловский собор. Коротко и ясно о самом интересном. Дата обращения: 14 апрель 2020.
  9. Санкт-Петербург: Энциклопедия. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2006. — С. 669—671.
  10. Зодчие Санкт-Петербурга. XVIII век. — Л.: Лениздат, 1997. — С. 25—66.