Петр һәм Павел сиркәүе (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ҡорамы
Церковь Петра и Павла
Ил Рәсәй
Город Таганрог
Конфессия Православие
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөлөшө 18961906 йылдар
Дата упразднения 1936
Бөгөнгө хәле емерелгән

1906

Изге Петр һәм Павел сиркәүе — Таганрогтағы православие ғибәҙәт йорто. Архитекторы — С. И. Гущин. Сиркәүҙе төҙөү 1896 йылда башланған, 1936 йылда сиркәү ябылған.

Адресы: Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Ломакин урамы,2-а (Ломакин урамындағы Мясницкий майҙанында)

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1893 йылда Дума ағзалары Юлиан Филиппович Арбушевский һәм Петр Матвеевич Добровольский таганрогтың Мясницкий православие сиркәүен төҙөү тураһындаы мәсьәләне күтәреп сыҡҡандар. 1893 йылдың 12 авгусында Таганрог сауҙагәре Петр Петрович Шилов сиркәү йортон төҙөү өсөн 15 мең һум аҡса хәйергә бирергә булған Ҡала архитекторы С. И. Гущин 1895 йылда 550 кеше һыйҙырышлы сиркәүҙең планын төҙөгән.Шул уҡ йылда епархия етәкселәре ҡалала апостол Петр хөрмәтенә бер клирослы таш сиркәү һалырға рөхсәт биргән. Апостол Петр император Петр I нигеҙләгән ҡаланың ҡурсалаусыһы булған.

1896 йылдың 16 майында сиркәү төҙөләсәк урын изгеләндерелгән. Йортто 1896 йылда төҙөй башлағандар,1899 йылда нигеҙен һалғандар, 1900 йылдың ине возведены тиклем тәреләр диуар уртаһында 1900-се йылдар уртаһында уның стеналарын тулыһынса ҡалҡытып бөткәндәр. Төҙөлөш сауҙагәр. П. П. Шилов аҡсаһына эшләнгән, ул йорт өсөн 30 мең һум аҡса сығарған. Иконостас та шулай уҡ Петр Шиловтың 10 мең һум аҡсаһына эшләнгән.

Иконостас өс тәхетле булған, уны ҡарағай таҡталарҙан семәрләп эшләнгән колонналар һәм рамдар менән биҙәгәндәр. Биҙәктәренә алтын ялатҡандар. Иконаларын Иван Евстафьевич Гетман икона оҫтаханаһының рәссамдары төшөргән.

Таганрогтағы Петр һәм Павел апостолдар ғибәҙәтханаһы ҡаланың иң бейек йорто булған. Йорт «рус» стилендә , XVII быуаттың боронғо рус архитектураһының мотивтары һәм формалары өлгөһөндә, һалынған. Уны 1906 йылдың 17 сентябрендә изгеләндергәндәр. Яҡын-тирәләге сиркәүҙәрҙең өлкән руханиҙарының үҙ сиркәүҙәрендәге мәхәллә кешеләренең яңы сиркәүгә күсеүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдереүе арҡаһында сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар ара-тирә туҡталып торһа ла, ғибәҙәт ҡылыу 1906 йылда башланып киткән.

Сиркәүҙең беренсе старостаһы- В. В. Бибеш, беренсе өлкән руханийы- О. И. Шатуленко булған

Сиркәү төҙөүгә хәйриә аҡсаһы биргән сауҙагәр Петр Петрович Шилов 1910 йылдың 2авгусында холеранан үлгән. Ул үҙенең үлере алдынан уҡ үҙен сиркәү ҡоймаһы янында ерләтергә рөхсәт алған булған, тик холеранан үлгән кешене сиркәү территорияһында ғына түгел, хатта зыярат территорияһында ла күмергә рөхсәт ителмәгән.

1934 йылда сиркәүҙе япҡандар һәм сиғандарға йәшәү урыны итеп биргәндәр. Был ваҡытта сиғандарҙы көсләкләп ултыраҡ тормош көтөргә мәжбүр иткәндәр. Ике йылдан һуң сиғандарҙы икенсе урынға күсергәндәр, ә сиркәү бинаһында картондар эшләү фабрикаһы асҡандар. 1936 йылда йорт кирбесен урындағы мәктәп төҙөү өсөн һүтеп алғандар.

Өлкән руханийҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И. Шатулин (яҡынса 1906 йыл)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ГАРО, Ф. № Р/165, оп. 1, д. 202, л. 89 — «О передаче здания бывшей Петро-Павловской церкви в ведение УНИ,» из протокола № 123 заседания президиума горсовета 27.03.1934 г.
  • ГАРО, Ф. № Р/165, оп. 1, д. 226, л. 28 — "Об отводе под картонную фабрику Горместпрома помещения Петро-Павловской церкви, " из постановления президиума Горсовета (протокол 25) 11.09.1935 г.
  • Гаврюшкин О. П., Отблески золотых куполов. (История таганрогских церквей и захоронений христианского кладбища), Таганрог, тип. Ю. Д. Кучма, 2000.
  • Орлов Г. Н., Памятники архитектуры, истории и культуры Таганрога на старых открытках и фотографиях, Таганрог: "Лукоморье, " 2004, 38-39:
  • Гаврюшкин О. П., "Петра и Павла церковь, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 394.
  • Филевский, П. П., История города Таганрога, Таганрог: изд-во "Сфинкс, " 1996 (репринт Москва: Типо-лит. К. Ө. Александрова, 1898), 278.