Мәмерйә эсендә һыу инеү урыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пещерная купальня битенән йүнәлтелде)
Мәмерйә эсендә һыу инеү урыны

Мәмерйә эсендә һыу инеү урыны (мадьярса  Barlangfürdő) — Венгриялағы Мишкольц ҡалаһының бер өлөшө булған Мишкольц-Тапольца курортының тәбиғи мәмерйәһендәге термаль ванналар. Шуға оҡшаш мәмерйә эсендәге һыу инеү урыны тик Словакияның Склена-Теплица ҡалаһында ғына бар.

Термаль һыуҙар (температура 30 °C), быуындар һыҙлағанда ярҙам итә, тип һанала. Ҡалған күпселек термаль һыуҙар менән сағыштырғанда, тоҙ күләме бик аҙ (1000 мг/л-ға яҡын) булғанлыҡтан, кешеләр был ванналарҙа күпкә оҙағыраҡ, ғәмәлдә сикләнмәгән ваҡыт һыу инә ала. Мәмерйә эсендә һыу инеү урынына, ғинуар айын иҫәпләмәгәндә, йыл әйләнәһенә йөрөргә була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйә эсендәге һыуҙа ҡойоноу урынына инеү

Мәмерйәләр һәм термаль сығанаҡтар боронғо замандарҙан бирле билдәле булған, тик Венгрияны Ғосман оккупацияһынан азат ителгәндән һуң ғына (16-17 быуаттар), Тапольца һыу инеү урынына әйләнгән. Был ваҡытта территория грек православ аббатлығы Гёрёмбёйға ҡараған; 1711 йылда Тапольцаны һыу инеү урыны тип иғлан итеү идеяһы менән ирҙәр монастыры башлығы (настоятель) сығыш яһаған. Шулай уҡ ул Каша ҡалаһынан, (хәҙерге Словакиялағы Кошице) һыуҙың сихәтле көсөн өйрәнеү маҡсатында табиптар алып килгән. 1723 йылда өс бассейн һәм ҡунаҡхана төҙөлгән. Башта мәмерйә файҙаланылмаған, бассейндар тышҡы яҡта булған. Һыу хәҙерге көндәгегә ҡарағанда һалҡыныраҡ булған, сөнки ул саҡта Тапольцының һыуыҡ шишмәләре лә (хәҙер улар Мишкольц ҡалаһын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай) һыу ингән урында файҙаланылған булған. 18 быуат уртаһына уларҙың ҡыҫҡа ваҡытлы популярлығы кәмегән, аҡрынлап һыу инеү урындары онотолған, һәм 19 быуатта биналар емерек хәлгә килгән.

1837 йылда Гёрёмбёй аббатлығының ирҙәр монастырының яңы башлығы (настоятеле) ҡаралдыларҙы тергеҙгән һәм киңәйткән. Шул осорҙа бай ял итеүселәр өсөн тәғәйенләнгән ябыҡ йөҙөү бассейны (ул һаман да мәмерйә тышында булған) төҙөлгән.

Мәмерйә эсендә һыу инеү урыны

XX быуат башында үҫә барған Мишкольц ҡалаһының грек православ сиркәүе был участканы, термаль һыуҙары өсөн генә түгел,, эсәр һыу сығанағы булараҡ (хәҙер ярты ҡала шул сығанаҡтарҙан һыу менән тәьмин ителә) һатып алған.

Һуңғараҡ бында йәмәғәт мунсалары төҙөлгән. 1934 йылда Тапольца рәсми рәүештә курорт ҡалаһы тип танылған. 1939 йылда яңы һыу инеү өйөн төҙөү эштәре башланған. Төҙөлөш барышында ҡайһы бер археологик асыштар яһалған, һәм температураһы +31.5°С-лы электән билдәле булмаған яңы сығанаҡ асылған. Термаль һыу инеү урыны 1941 йылда асылған, ә ысын мәмерйә эсендә һыу инеү урыны тик 1959 йылдың 14 майында ғына асылған.

Шул замандан бирле һыу инеү комплексы бер нисә тапҡыр киңәйтелгән. Мәмерйә алдындағы асыҡ бассейн һәм ҡабырсаҡ (раковина) формаһындағы үҙенсәлекле ҡыйығы 1969 йылда төҙөлгән. 1980-се йылдарҙа йылыраҡ һыулы (34 °C һәм 36 °C) яңы биналар һәм яңы бассейндар төҙөлгән. Мәмерйә эсендә һыу инеү комплексы 1998 йылда һуңғы тапҡыр киңәйтелгән.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]