Эстәлеккә күсергә

Харам һәм хәләл ризыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пищевые запреты в исламе битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Харам ризыҡтар — мосолманға ашарға ярамаған аҙыҡ-түлек. Ҡөрьәндә ҡан, үле мал ите, Аллаһ исеме әйтелмәй салынған мал һәм харам һаналған хайуандарҙың: сусҡа, йыртҡыс хайуандар һәм ҡоштар, бар нәмәне лә ашай торған хайуандар һәм башҡаларҙың ите харам тип әйтелә.

Ашанда хәләл аҙыҡтар

Исламда көнкүреш, дини булмаған мәсьәләләрҙә рөхсәт ителгән булыу мөһим урын тота. Йәғни, хәләл булмаған бар нәмә лә харам иҫәбенә инә. Былар Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә нигеҙләнгән. Бик нескә урындарын фәтүәләр аңлата.

Ҡөрьәндә харам тип белдерелгән нәмәләр ниндәйҙер ризыҡҡа аҙ ғына ҡушылған булһа ла шулай уҡ ул харам һанала. Мәҫәлән, сусҡа майы ҡушып эшләнгән сыр[1].

Хәләл кафе, ресторандар һәм хәләл ризыҡ тәҡдим иткән башҡа ойошмаларҙың продукцияның хәләл икәнен раҫлаған документтары булыуы мөмкин[1].

Сәләмәт аҙыҡ-түлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәләмәт ризыҡ менән туҡланыу Исламда мөһим урын тота, әммә ул көнбайыш стандарттарға тап килмәүе мөмкин. Ҡайһы бер ғөләмәләр артығын ашауҙы ла гонаһҡа индерә һәм Ҡөрьәндең түбәндәге аятына һылтана:

« Ул — терәүҙәрҙә һәм терәүһеҙ үҫә торған баҡсаларҙы бар ҡылды, һәм төрлө емешле хөрмә ағастарын һәм төрлө орлоҡло игендәрҙе, һәм зәйтүнде, һәм анарҙы — оҡшаш һәм оҡшаш түгелдәрен. Улар емеш биргәс, емештәрен ашағыҙ, һәм урған саҡта тейешлеһен түләгеҙ, тик исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап та, Ул исраф ҡылыусыларҙы яратмай!
»
Һуғым малы итен әҙерләү
Һуғым малы

Хәҙерге заманда хәләл ризыҡты дини булған өсөн генә түгел, сәләмәт туҡланыу тарафдарҙары ла ҡуллана[2].Донъя аҙыҡ-түлек баҙарында хәләл ризыҡтар 20 % самаһы тәшкил итә,шул уҡ ваҡытта күп өлөшө мосолмандар әҙ йәшәгән илдәрҙә — атап әйткәндә, Латин Америкаһында етештерелә[3].

« Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеменән башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите, — йола буйынса боғаҙланғандан башҡа, — емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар — боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ сәбәпле гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле!
»

Хәләл тигәнгә оҡшаш ҡағиҙәләр йәһүди диндә лә бар. Йәһүдтәр шулай уҡ сусҡа ите ашамай, һуғым һуйыуға Исламдағына ҡарағанда ла ҡатыраҡ талаптар ҡуйыла. Мосолмандарҙан айырмалы, йәһүдиҙәрҙә мал һуйыуға етәкселек итеп торған махсус кеше -шойхет бар. Йәнә уларҙа спиртлы эсемлектәргә тыйыу юҡ. Был ике диндә лә Аллаһ исеме менән салынмаған мал хәләл һаналмай[4].

Итен ашарға рөхсәт ителгән һәм ителмәгән хайуандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хайуандың атамаһы Хәнәфи мәҙһәб Шафиғи мәҙһәб Мәлики мәҙһәб Ханбали мәҙһәб
Акула харам хәләл хәләл хәләл
Тейен харам харам хәләл харам
Сөсө һыу йыландары харам хәләл хәләл хәләл
Бүре харам харам мәҡруһ харам
Һыртлан (гиена) харам хәләл хәләл хәләл
Терпе харам хәләл харам хәләл
Жираф хәләл харам хәләл харам
Йылан харам харам хәләл[5] хәләл[5]
Крокодил харам харам хәләл харам
Арыҫлан харам харам мәҡруһ харам
Ярғанат харам харам мәҡруһ харам
Төлкө харам хәләл мубах харам
Ат мәҡруһ хәләл харам хәләл
Тәлмәрйен харам харам хәләл харам
Көйәләр харам харам мубах харам
Тутыйғош хәләл харам хәләл хәләл
Ҡыҫала һымаҡтар харам харам хәләл хәләл
Балыҡ[6] хәләл хәләл хәләл хәләл
Кеш харам хәләл хәләл харам
Һайыҫҡан хәләл харам харам харам
Юлбарыҫ харам харам мәҡруһ харам
Ҡусҡарҙар харам харам хәләл харам
Аҡсарлаҡ мубах хәләл хәләл хәләл
Кеҫәртке харам хәләл хәләл хәләл

Мосолмандарға харам һаналған ризыҡтарҙы ныҡ бөлгөнлөккә төшкәндә, асығыу, мәҫәлән, ауырыуға йә үлемгә килтереү ихтималы булғанда рөхсәт ителә. Йән аҫрарлыҡ күләмдә, әҙләп кенә ашарға була, әммә хәләл ризыҡ табылыу менән үк харам ризыҡ ашау тыйыла[7].

  1. 1,0 1,1 Георгий Биргер Легко ли жить по халялю в Москве // Афиша. — 2015. — № 386.
  2. Загоровская В. Халяль: особенности позиционирования// SFERA.FM. (недоступная ссылка с 03-09-2013 (4108  дня))
  3. Воронцова Е. «Халяль» — вековые традиции ислама в современном производстве 2017 йыл 26 апрель архивланған. // SFERA Food Magazine. — 2012 — № 1
  4. Али-заде, А. А. Забх (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  5. 5,0 5,1 башы һәм ҡойроҡ осонан башҡа ашарға ярай
  6. Тотҡас үлгәне
  7. Али-заде, А. А. Рухсат (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.