Плазма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Плазма лампаһы

Пла́зма (грек. πλάσμα «әүәленгән») — ионлаштырылған квазинейтраль газ. Ионлаштырылған газ составында ирекле электрондар, ыңғый һәм тиҫкәре зарядлы иондар бар. Киң мәғәнәлә алғанда плазмала теләһә ниндәй зарядлы киҫәксәләр булыуы мөмкин (мәҫәлән, кварк-глюон плазма). Система менән сағыштырғанда бәләкәй генә күләм эсендә зарядтар суммаһы нулгә тигеҙ булған плазма квазинейтраль тип атала, был зарядлы киҫәксәләр ағымының һәм плазманың төп айырмаһы (мәҫәлән, электрон йәки ион нурҙарынан). Газды юғары температураға тиклем йылытҡан ваҡытта плазмаға әүерелә, был матдәнең дүртенсе торошо тип атала (матдең ҡаты, шайыҡ, газ хәлендә агрегат торошо була, плазма матдәнең дүртенсе агрегат хәле).

Газ киҫәксәләре хәрәкәтсән булғанға, плазма электр тогын үткәрергә һәләтле. Стационар шарттарҙа электр ҡыры тәьҫирендә плазма тирәләй даими экранлаштырылған электр ҡыры барлыҡҡа килә.

Зарядлы киҫәксәләрҙең температураһы нуль булмағанға күрә, арауыҡ эсендә плазманың квазинейтраллеге һаҡланмай.

Асыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матдәнең дүртенсе торошон булыуын 1879 йылда У. Крукс аса, 1928 йылда И. Ленгмюр «плазма» тип атай. Ленгмюр былай тип яҙа[1]:

Электрод тирәләй арауыҡта булған бер ни тиклем электрондарҙы иҫәпкә алмағанда, ионлаштырылған газ составында бер тигеҙ миҡдарҙа электрондар һәм зараядлы иондар бар, шуға күрә зарадтар суммаһы нулгә яҡын.

Зарядлы ион һәм электрондарҙан торған, электр заряды нулгә тигеҙ булған өлкәне билдәләү өсөн «плазма» терминын ҡулланабыҙ.

Плазма үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе фән плазма физикаһы тип атала.


Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Langmuir I. Oscillations in ionized gases / I. Langmuir // Proceedings of the National Academy of Sciences. – 1928. – Т. 14. – № 8. – С. 627–637.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]